Быйыл Абҙаҡ ауылы китапханаһы үҙенең ярты быуатлыҡ юбилей датаһын билдәләй. Ошо йылдар эсендә китапхана ауыл халҡын үҙенә тартып торған йылы, яҡты урынға әүерелде. Бында төрлө әҙәби-мәҙәни саралар, китап күргәҙмәләре, ижади осрашыуҙар, конкурстар уҙа. Бай әҙәби мираҫ һағында торған китапханасылар иһә быуындар бәйләнешен нығытып, ата-бабалар аҡылын йәш быуынға тапшыра.
Абҙаҡ ауылы китапханаһының тарихы ХХ быуаттың 40-сы йылдарына барып тоташа. Был - уның башланғысында торған һәм бөгөн дә ошо йылъяҙманы дауам ҡылған бер нисә быуын кешеләренең яҙмышы менән бәйле өҙлөкһөҙ сылбыр. 50 йыл - ул тотош бер ғүмер, ҡыҙыҡлы хәтирәләр, еңеүҙәр, уңыштар һәм ваҡиғалар тарихы.
1947 йылда Абҙаҡ ауылында уҡыу өйө (изба-читальня) асыла. Әлбиттә, уның китап фонды бик бәләкәй була, бөтә фонд бер генә ағас шкафҡа һыя. Латифа Хәлилова, Тайба Вәлиева һәм Хәйерниса Әсәҙуллина тәүге китапханасылар булып тарихҡа инәләр.
1948 йылда ҙур булмаған йорт төҙөлә. Бер яртыһында - медпункт, икенсе өлөшөндә китапхана урынлаша. Клубта һәм китапханала бер кеше эшләй. Кистәрен йәштәр клубҡа йыйылыр булған. Ул заманда ни йәштәр дәртле, рухлы - үҙҙәре таҡмаҡ сығара, йырлайҙар, бейейҙәр, концерттар ҡуялар.
1957 йылда китаптарҙы иҫәптән сығарыу йәһәтенән тәүге акт төҙөлә. Тап ошо йылдан китапханасы булып Сәрүәр Аҡбашева эшләй башлай. 17 йыл хеҙмәт дәүерендә ул, активист һәм ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзаһы, фиҙаҡәрлеге арҡылы ауылдаштары араһында абруй һәм хөрмәт ҡаҙана. Хаҡлы ялға сыҡҡас, 1974 йылда китапхана эше Нәсимә Хисаметдиноваға тапшырыла. Был осорҙа фондта 5 меңгә яҡын китап иҫәпләнә.
Әлеге китапхана урынлашҡан бинаға иһә 1975 йылда нигеҙ һалына. Төҙөлөш ике йыл дауам итә - 1977 йылда китапхана яңы урынға күсә. 1987 йылда, һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, Нәсимә Хисаметдинова эштән китергә мәжбүр була. Китапхананы махсус белемде Дилә Мәшүрова ҡабул итә.
1988 йылдың аҙағында Абҙаҡ китапханаһында бөтәһе 7 654 дана китап иҫәпләнә. Дилә Байгилде ҡыҙы 3 йыл китапхана мөдире булып эшләй. Әбйәлил районына күсеп китергә йыйынғас, 1990 йылда китапхана эшен Сәлиә Мәхмүтоваға тапшыра. Был осорҙа китап фондында 10 904 дана китап иҫәпләнә. Сәлиә Бүләкбай ҡыҙы китапханала 25 йыл эшләй. 2015 йылдан филиал менән Мәҙинә Абдулла ҡыҙы Шоҡобаева етәкселек итә.
2022 йылда китапхана клуб бинаһындағы яңы, заманса урынға күсә. Бында уҡыу залы, алфавит һәм системалы каталогтар бар. Тыуған яҡты өйрәнеү буйынса айырым системалы каталог, шулай уҡ мәҡәләләрҙең систематик картотекаһы ла алып барыла. 2025 йылдың 1 ғинуарына китап фондын 7 971 дана китап һәм гәзит-журнал тәшкил иткән.
Бөгөн беҙҙең китапхана заманса мәғлүмәт технологияларын әүҙем ҡулланып, үҙ уҡыусыһына электрон ресурстар, онлайн каталогтар һәм һанлы хеҙмәттәр тәҡдим итә. Был ауыл халҡына яңылыҡтар менән танышырға, аң-белем даирәһен киңәйтергә, ҡыҙыҡһыныуҙарын арттырырға мөмкинлек бирә.
Ярты быуатлыҡ тарихи дата уңайынан китапханала төрлө әҙәби-мәҙәни саралар ойошторола: ауыл һәм китапхана тарихын сағылдырған һирәк баҫмалар һәм документтар күргәҙмәһе, мәктәп уҡыусылары араһында "Минең яратҡан китабым" темаһына һүрәттәр конкурсы, "Китапханаға 50 йыл" китап күргәҙмәһе янында осрашыу һәм башҡаһы. Был саралар китап уҡыусыларға әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт донъяһына сумырға, яңы тәьҫораттар алырға шәп мөмкинлек.
Китапхананың юбилейы - уның һәр ауыл кешеһе тормошондағы әһәмиәтен билдәләүгә сәбәп тә. Беҙ быуындарҙы берләштергән һәм кинәнеп китап һайлау, уҡыу форсатын биргән был үҙенсәлекле урын менән ғорурланабыҙ. Китапханабыҙ артабан да яңы асыштар менән һөйөндөрһөн, ижадҡа илһамландырһын!
Мәҙинә ШОҠОБАЕВА,
Абҙаҡ ауылы китапханасыһы.