Республика көнөн байрам итеүҙең үҙәк майҙансыҡтары булып Ядринск муниципаль округы һәм Чебоксар ҡалаһы торҙо. Был сараларҙа Рәсәй Федерацияһының - атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, мультиинструменталист һәм дирижер, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын төҙөүсе, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы Рәмил Ғәйзуллин Мәскәүҙәге Людмила Зыкина исемендәге “Рәсәй” дәүләт академия рус халыҡ ансамбле менән сығыш яһаны. Уны ансамбль етәксеһе - Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы Дмитрий Дмитриенко саҡырған.
- Байрамды рәсми асыу тантанаһы Чебоксарҙағы Ҡыҙыл майҙанда үтте. Сыуашстан Башлығы Олег Николаев, Дәүләт думаһы депутаттары, шулай уҡ Сыуашстан Дәүләт Советы рәйесе Леонид Черкесов һәм Чебоксар һәм Сыуаш митрополиты Савватий барыһын да мөһим дата менән ҡотланы, халыҡтың йолаларын һәм берҙәмлеген һаҡлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Тантана сиктәрендә төрлө тармаҡтарҙа һәм өлкәләрҙәге ҙур ҡаҙаныштары өсөн төбәк граждандарына дәүләт наградалары тапшырылды. Байрамда беҙ ике солист - Рәсәй йырсыһы, актриса һәм педагог, рус халыҡ һәм автор йырҙарын башҡарыусы Татьяна Куртукова һәм мин булдым. Сығыштарҙан һуң Сыуашстан Башлығы, депутаттар яныбыҙға килеп рәхмәт һүҙҙәрен әйттеләр, ижадыбыҙға һоҡланыуҙарын белдерҙеләр.
Икенсе көндө Сыуаш дәүләт художество музейында, Сыуашстан Республикаһының 105 йыллығына һәм “Рәсәйҙең хәҙерге заман музыкаль картаһы” Бөтә Рәсәй проектын асыуға арналған сарала сығыш яһаныҡ. Мәртәбәле байрамда ҡатнашыуыма бик шатмын! Барыһы ла матур һәм ҡыҙыҡлы ойошторолған. Был ысын күңел байрамы булды, - тине Рәмил Мәүлит улы тәьҫораттары менән уртаҡлашып.