Иҙел башында, атап әйткәндә, Ҡоҙғон-Әхмәр ауылында, һәр тау-таш, һәр болон-ҡыр, һәр шишмә-йылға - үҙе бер көйгә торошло. Был төбәктә матурлыҡты тоя белгән һиҙгер күңелле, ихлас тәбиғәтле һәм йыр-моңға бай кешеләр йәшәй. Ғәли Хәмзиндың ижады ла халҡыбыҙҙың моң шишмәһенән һут алып, тамырҙарын тыуған еребеҙҙең изге тупрағына йәйелдереп, ҡолас йәйеп үҫкән мөһабәт имәнгә оҡшаш. Йырсының репертуарында эстрада йырҙары киң урын алһа ла, ижадының нигеҙендә башҡорт рухы һәм моңо, халҡыбыҙ йырҙары ята. Бала саҡта уҡ олатаһының ҡурай моңдарын, әсәһе - Сәмсихан Хәмзә ҡыҙының оҙон көйҙәрен ишетеп, күңеленә һала барғанғалыр, йырҙар, әйтерһең дә, уның менән донъяға килгән дә бер ҡасан унан айырылмаған һәм тыныс ҡына күкрәгенән урғылып сығыр мәлен көткән. Эйе, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы Ғәли Хәмзин башҡорт йыр сәнғәтенә бағышлаған фиҙаҡәр хеҙмәте менән юғары бейеклектәр яулаған, кинәнеп ижад иткән, бай мираҫ ҡалдырған йырсы. Халыҡ йырын Рәсәй генә түгел, сит илдәргә лә ишеттерҙе, бөтә донъяға танытты. Билдәле "Йәдкәр" төркөмөн 25 йыл дауамында етәкләп, башҡорт фольклорын сәнғәт юғарылығына күтәрҙе. Уның тауышын башҡаларҙың тауышы менән бутау мөмкин түгел. Үҙенә генә хас, уға ғына бирелгән моң бар унда. "Хәйрүләкәй", "Арғужа", "Асылыҡай буйы" йырҙары ла тик уныҡы ғына. "Уралым - минең төйәгем" иһә уны йырсы данына күмгән, республика, башҡа төбәктәргә лә башҡорт сәнғәтен бейеклектәргә күтәргән моң шишмәһелер. Бәрхәт тембрын, матур тауышын, ул башҡарған романс-йырҙарын тамашасыһы әле лә күңелендә һаҡлай, һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер райондашын, кәңәштәре менән ярҙам итеп ебәргән остазын, яҡындары туғандарса хәстәрен онотмай.
2013 йылдан йырсының исеменә үткәрелеп килгән ябыҡ район, һуңынан зона кимәлендәге мәҙәни сара ла урғылып сығып республика кимәленә күтәрелде. Башҡортос-
тандың төрлө район-ҡалаларынан ғына түгел, сит өлкәләрҙән быйылғы республика йыр бәйгеһендә ҡатнашырға 60 яңғыҙ башҡарыусы һәм ансамблдәр теләк белдерҙе. Билдәле яҡташтарыбыҙ, күп йылдар дауамында конкурстың алыштырғыһыҙ жюри комиссияһы - Башҡортостандың халыҡ артисы, мультиинструменталист Рәмил Ғәйзуллин, Ленин исемендәге йорт-музей директоры Хәлил Хәмзин, Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фларида Иркина, Нәркәс Сиражетдинова һәм Искәндәр Ғәзизов, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Зәлифә Әғләмова (икенсе турҙа) иң-иңдәрҙе - 29 яңғыҙ башҡарыусыны һәм 8 ансамблде финал турына һайлап алды.
21 ноябрҙә иһә финалға үтеүселәр Ҡоҙғон-Әхмәр мәҙәниәт йортонда йыйылды. Йылдағыса халыҡ йырсыһының ҡәберендә аят уҡыу, гөлләмәләр һалыу, уның исеме менән йөрөтөлгән ауыл мәҙәниәт усағында ҡунаҡтарҙы, конкурсанттарҙы лайыҡлы ҡаршы алыу... Арҙаҡлы яҡташтары Ғәли Хәмзин иҫтәлегенә үткәрелгән республика конкурсының юғары кимәлдә үтеүендә район мәҙәниәт идаралығының да, ауылдаштарының да өлөшө берҙәй баһалап бөткөһөҙ. Был юлы ла улар ауылдаштары рухын, иҫтәлеген ҡәҙерләп һаҡлауын күрһәтте. Йыр бәйгеһен район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова, Әзекәй ауыл хакимиәте башлығы Нажия Вәлиева, йырсының ҡустыһы Хәлил Хәмзин асып, барыһын да моң байрамы менән ҡотланылар, конкурсанттарға уңыштар теләнеләр һәм, башҡа өлкәләрҙән сығыш яһаусыларҙы иҫәпкә алып, йыр конкурсының республика ғына түгел, төбәк-ара статус алыуын да билдәләнеләр.
Республика конкурсы еңеүселәрен билдәләү, Гала-концерт, халыҡ йырсыһының тыуыуына 75 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе ҡала Мәҙәниәт һарайында үтте. Рәсми өлөшөндә республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Ринат Ғайсин, район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, яҡташтары - Башҡортостандың халыҡ артистары Риф Ғәбитов һәм Рәмил Ғәйзуллин, яҡындары телмәр тотто.
Тәбрикләү телмәрҙәренән, йырсыны хөрмәтләп иҫкә алыуҙарҙан һуң еңеүселәрҙе билдәләү тантанаһы башланды. Республика йырсылар конкурсы һөҙөмтәләре буйынса 5 йәштән 10 йәшкә тиклемге категорияға ҡараған һәүәҫкәр балалар араһында I урынды Шығайҙан Гөлзифа Хафизова, II урынды Сибайҙан Айлина Сәғәҙәтова яуланы. Бөрйән районынан Динир Ҡотлобаев (11-17 йәшкә ҡараған категорияла) III урынға сыҡты. Әзекәйҙән Дилбәр Ғиззәтуллина, Шығайҙан Гөлнаҙым Ғәлиуллина (18-35 йәш категорияһы) лайыҡлы II урындарҙы алды. 36 йәштән алып йәш категорияһында Стәрлетамаҡтан Дилбәр Фәйзуллина, Сермәндән Айгөл Ғарипова - III, Шығайҙан Дилбәр Рәхмәтова - II, Сибайҙан Динар Арыҫланов, Архангел районынан Фәрүәз Камалетдинов I дәрәжә дипломанттары булды. Ә Өфөнән Рөстәм Исхаҡов, Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Зәлифә Фазлетдинова, Әбйәлилдән Фирғәт Өмөтҡужин, Шығайҙан Ҡәдир Ғәлиуллин, Межгорьенан Илнур Әхмәтшин III дәрәжә лауреттары булһа, Өфөнән Айнур Исламғолов, Әбйәлилдән Ишмөхәмәт Искаҡов - II, Асынан Фәриҙә Ноғаманова һәм Силәбенән Винер Ҡәҙербаев I урындарҙы яуланы. Ансамблдәр араһында Учалы ҡалаһының "Заман" дуэты, Бөрйәндең "Инсебикә" халыҡ вокаль, Сермәндең "Хәтирә" халыҡ фольклор ансамблдәре - III, Бөрйәндең "Йәйғор" вокаль, ҡала Мәҙәниәт һарайының "Гәлсәр" эстрада фольклор ансамблдәре II урындарҙы бүлеште, ә Хәйбулла районының "Сулпан" халыҡ вокаль ансамбле I урынға сыҡты. Республика кимәлендә тәүге тапҡыр үткән йыр бәйгеһенең Гран-прийына Кушнаренко районынан Илшат Арыҫланов лайыҡ булды.
Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы, Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы Рәмил Ғәйзуллиндың махсус бүләге Ҡоҙғон-Әхмәрҙән Гөлшат Абдуллина өлөшөнә төштө. Асия Бирғәлина, Йәсминә Хажина, Айлина Сәғәҙәтова - мәҙәниәт идаралығы начальнигының, Данияр Ирғәлин - Әзекәй ауыл хакимиәте башлығының, Айзилә Әйүпова (Ҡоҙғон-Әхмәр), "Гәлсәр" эстрада фольклор ансамбле, "Сулпан" халыҡ вокаль ансамбле, "Йәйғор" вокаль ансамбле - Өфөнөң "Барнихаус" компанияһы етәксеһе Айрат Ғибәҙәтовтың, Дарина Ирғәлина, Заһир Муллағәләмов - Хәмзиндар ғаиләһенең, Фирғәт Өмөтҡужин - Белорет районы һәм ҡалаһының Почетлы гражданы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге башҡорт дәүләт филармонияһының директор урынбаҫары Ранис Алтынбаевтың, "Ташъяр" вокаль ансамбле - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вилмир Әүбәкировтың, "Гөлнәзирә" халыҡ фольклор ансамбле "Урал" гәзитенең махсус бүләктәренә лайыҡ булды.
Гала-концертта сығыш яһаған Башҡортостандың атҡаҙанған артистары Фларида Иркина-Хәмзина, Искәндәр Ғәзизов, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Вилмир Әүбәкиров, 2019 йылғы конкурс еңеүсеһе Наил Хәмзин, шулай уҡ Гран-при яулаған Илшат Арыҫланов, Винер Ҡәҙербаев, Фәриҙә Ноғаманова, "Сулпан" халыҡ вокаль ансамбле йырҙары менән тамашасы күңелен арбаны.Ҡала Мәҙәниәт һарайының "Аманат", шулай уҡ "Йыһан", "Ағиҙел һылыуҙары" бейеү ансамблдәре йыр кисәһен дәртле, сағыу бейеүҙәре менән биҙәне. Конкурстың финал турында сығыш яһаған йырсыларға Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре - ҡурайҙа Дамир Хәсәнов, баянда Иршат Шәғәлин ярҙам итте.
"Иҙел башында шундай йыр шәхесе тыуып, районды данға күмгән Ғәли ағай менән беҙ, һис шикһеҙ, ғорурланабыҙ. Уның халыҡ яратҡан йырҙары, моңо киләсәктә лә беҙҙе ҡыуандырып, дәрт өҫтәп яңғырап торор, тип уйлайым", - тине район хакимиәте башлығы Азат Хәкимов Гала-концертты тамашасы булараҡ ҡарағандан һуң.