Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
18 Декабрь 2025, 16:21

Башҡорт ҡурайын данлап

Хабаровск сәхнәһендә Рәмил Ғәйзуллин башҡарыуында тәүге тапҡыр башҡорт ҡурайы яңғыраны.

Башҡорт ҡурайын данлап
Башҡорт ҡурайын данлап
Рәсәй Федерацияһының - атҡаҙанған, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, мультиинструменталист һәм дирижер, Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын төҙөүсе, Белорет районы һәм Белорет ҡалаһының Почетлы гражданы Рәмил Ғәйзуллин Хабаровскийҙа XI “Амур киңлектәрендә” Алыҫ Көнсығыш халыҡ музыкаһы фестивалендә сығыш яһаны. Сығышы Алыҫ Көнсығыштың мәҙәни донъяһы өсөн әһәмиәтле булды: Хабаровскиҙың профессиональ концерт сәхнәһендә тәүге тапҡыр башҡорт ҡурайы яңғыраны, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды фестивалде асыу тантанаһында ҡатнашҡан край вице-губернаторы Сергей Кузнецов.
 
Рәсәй Федерацияһының Мәҙәниәт министрлығы булышлығында уҙған сара үҙ майҙансыҡтарында илдең төрлө төбәктәренән башҡарыусыларҙы берләштерҙе. Рәмил Ғәйзуллин фестивалде асыуҙа ҡатнашты, Александр Веретенников һәм Мәскәүҙән саҡырылған дирижер Евгений Волчков етәкселегендәге Хабаровск филармонияһының рус оркестры менән сығыш яһаны. Концерт программаһында кавказ һәм рус халыҡ музыкаһы менән бер рәттән маэстро башҡарыуында башҡорт көйҙәре лә яңғыраны.
 
“Башҡорт ҡурайы осоп барған торналарҙың тауышын сығара. Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Рәмил Ғәйзуллин ҡулындағы ҡурай тамашасыны Урал тауҙарының сикһеҙ киңлектәренә алып барҙы”, - тип билдәләнеләр “Хабаровск” телеканалы сюжетында.
 
Артист өсөн Хабаровскийға сәйәхәт тәрән шәхси әһәмиәткә эйә була. “Был минең өсөн тулҡынландырғыс сығыш булды, сөнки мин күп йылдар элек Хабаровскиҙа хеҙмәт иттем һәм икенсе көндө хатта хәрби часымда булдым. Күп кенә хеҙмәттәштәремдең концертҡа килеүе бик шатландырҙы”, - тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Рәмил Мәүлит улы.
 
Хабаровск тамашасыһының башҡорт мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныуы көслө була. Концерттан һуң артист ҡурайҙың тарихы һәм үҙенсәлектәре тураһында ентекле һөйләне, шулай уҡ башҡа традицион инструменттарҙа - ҡумыҙҙа һәм хайранда уйнап күрһәтте. Унан урындағы телевидение ла интервью ала. Фестиваль ҙур симфоник концерт менән тамамланды.
 
- “Амур киңлектәрендә” фестивале - милли сәнғәтте һаҡлау һәм популярлаштырыу буйынса изге традициябыҙ һәм айырым миссиябыҙ. Беҙ Рәсәй халыҡтарының байлығын һәм этник үҙенсәлеген күрһәтеү өсөн илдең төрлө төбәктәренән башҡарыусыларҙы һәм тотош коллективтарҙы бер сәхнәлә берләштерәбеҙ. Фольклорға тамырланған халыҡ музыкаһының ҙур оркестрҙың академик форматында яңғырауын һәм хәҙерге жанрҙар менән осрашыуын күрһәтәбеҙ. Был мәҙәниәттәр диалогы - аутентик фольклорҙан алып хәҙерге заман автор әҫәрҙәренә тиклем - фестивалдең төп маҡсаты булып тора, - тип билдәләне Хабаровск филармонияһының художество етәксеһе Александр Веретенников.
 
Сәфәрҙе ойоштороуҙа ярҙам һәм булышлыҡ иткәне өсөн Рәмил Ғәйзуллин Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы директоры Алмаз Сәйетовҡа рәхмәт белдерә.
 
БАШИНФОРМ.
Автор: Расима Салихова
Читайте нас