Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
27 Февраль , 15:16

Яңы офоҡтар асылды

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” федераль программаһын сиктәрендә 2025 йылда Инйәрҙә мәҙәни тормоштоң яңы офоҡтары асылды.

Яңы офоҡтар асылды
Яңы офоҡтар асылды

Программа Район мәҙәниәт йортона йәш белгестәрҙе - Элина Мөсәлләмованы һәм Нәфис Сәғитуллинды йәлеп итергә мөмкинлек бирҙе. Улар  икеһе лә Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы Башҡорт республика мәҙәниәт һәм сәнғәт колледжының “Уҡытыусы, ижади коллектив етәксеһе” һөнәре буйынса тамамлаған.

Бер миллион һум күләмендә бер тапҡыр бирелә торған түләү алғандан һуң, энтузиазмға һәм ижади пландарға бай йәштәр күп уйлап тормай Инйәргә күсеп килә һәм ең һыҙғанып эшкә тотона.

“Беҙ үҙ идеяларыбыҙҙы тормошҡа ашырыу, тәжрибәбеҙ менән уртаҡлашыу һәм мәҙәниәттең кешеләр тормошон үҙгәртеүен күреү тураһында хыялландыҡ. “Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы беҙгә яҡшы мөмкинлек бирҙе”, - ти Элина.  

Был мөмкинлекте улар тулыһынса файҙалана. Элина һәм Нәфистең Район мәҙәниәт йортона эшкә килгәне бирле ауыл тормошо ҡайнап тора. Театр сәнғәте менән мауыҡҡан Нәфис драма йүнәлешен үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләй. Элина, үҙ сиратында, арт-студия асып, унда балалар менән шөғөлләнә, шулай уҡ мәктәптәрҙә Оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.

“Эшем ҙур ҡәнәғәтлек килтерә. Балаларҙың бәхетле йөҙҙәрен күреү, тамашасыларҙың рәхмәт һүҙҙәрен ишетеү - иң яҡшы бүләк. Беҙ халыҡтың ярҙамын тоябыҙ, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын күрәбеҙ һәм яңы проекттарға илһамланабыҙ”, - ти Нәфис.

Уларҙың тырышлыҡтары иғтибарһыҙ ҡалмай. Инйәрҙең мәҙәни тормошо байый, төрлөләнә һәм бында теләгән һәр кемгә ишек асыҡ. Йәш белгестәр ойошторған саралар халыҡты берләштерә, ижади һәләттәрен үҫтереүгә булышлыҡ итә.

“Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәре” программаһы үҙенең һөҙөмтәле булыуын иҫбатланы, йәш белгестәр өсөн финанс ярҙамы ғына түгел, ә Инйәр ауылында мәҙәни үҙгәртеп ҡороуҙар катализаторы ла булып тора. Йәштәрҙең хеҙмәте һәм тырышлығы арҡаһында ауылда яңы офоҡтар асылды, ә мәҙәниәт һәр кешенең тормошоноң айырылғыһыҙ өлөшө булып китте.

 

Автор: Расима Салихова
Читайте нас