Мәҙәниәт
29 Мая , 09:43

Музыка донъяһында - 75 йыл

Ошо көндәрҙә ҡаланың балалар музыка мәктәбе үҙенең 75 йәшлек юбилейын билдәләне. 

Музыка донъяһында - 75 йылМузыка донъяһында - 75 йыл
Музыка донъяһында - 75 йыл
 
Мәктәпкә 1951 йылда нигеҙ һалынған. Бөгөнгө көндә бында 39 уҡытыусы эшләй (уларҙың күбеһе ошо мәктәпте тамамлаған), 500-ҙән ашыу уҡыусы фортепиано, баян, аккордеон, скрипка, гитара, думбыра, тынлы һәм һуҡма инструменттар, ҡурай, синтезатор, вокал буйынса белем ала. Төп һөнәрҙәрҙән тыш, балалар музыка әҙәбиәте, сольфеджио һәм музыка теорияһын, ансамблдә уйнарға, аккомпаниаторлыҡ итергә өйрәнә, мәктәп, зона, республика, Бөтә Рәсәй конкурстарында һәм музыкаль-теоретик олимпиадаларҙа уңышлы ҡатнаша. 2014 йылда мәктәп 100 иң яҡшы Рәсәй балаларына өҫтәмә белем биреү ойошмалары федераль конкурсы лауреаты була. 2016 йылда “50 иң яҡшы балалар сәнғәт мәктәбе” Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе була.
 
Бөгөнгө көндә мәктәп менән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, теоретик дисциплиналар класы буйынса уҡытыусы Гүзәлиә Низамова етәкселек итә. 
 
75 йыл дауамында мәктәп музыка сәнғәте традицияларын һаҡлап, йәш таланттарҙы йәлеп итеү үҙәге булып тора. 
 
Байрам көнөндә залда бик күп йылы һүҙҙәр яңғыраны. Район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова Азат Хәкимовтың ҡотлау открыткаһын уҡып ишеттерҙе:
- Хөрмәтле уҡытыусылар, ветерандар һәм уҡыусылар! Бер нисә тиҫтә йыл эсендә һеҙҙең мәктәп данлы юл үтте, ысын талант тимерлеге һәм районыбыҙҙың музыкаль традицияларын һаҡлаусы булып тора. Бөгөн бында юғары квалификациялы уҡытыусылар эшләй, уларҙың күбеһе сығарылыш уҡыусылары. Айырыуса һеҙҙең тәрбиәләнеүселәрегеҙҙең мәктәптән алып, Бөтә Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа юғары һөҙөмтәләргә өлгәшеүе ҡыуаныслы. Ә сығарылыш уҡыусылары урта һәм юғары уҡыу йорттарында уҡыуын уңышлы дауам итә, уҡытыусылар һәм артистар рәтен тулыландыра. Һеҙгә сәнғәткә хеҙмәт итеүегеҙ һәм ҡалабыҙға өҫтәгән шатлыҡ өсөн рәхмәт. Артабан да уңыштар, илһам, һәләтле уҡыусылар, рәхмәтле тамашасылар теләйем. Һеҙҙең мәктәп күп йылдар Белорет районы өсөн мәҙәниәт маяғы булып ҡалһын!
 
Артабан ҡотлау һүҙҙәре менән район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова, ҡаланың балалар художество мәктәбе директоры Анна Копьева, Тирлән балалар сәнғәт мәктәбе директоры Наталья Накарякова, Сермән балалар сәнғәт мәктәбе директоры Ғәлим Хәйернуров, ҡаланың Картиналар галереяһы директоры Нина Горбатова, тарихи-крайҙы өйрәнеү музейы директоры Елена Миронова сығыш яһаны, аҡса сертификаттары тапшырҙы.
 
Юбилей кисәһендә башҡорт халҡының мәҙәни һәм рухи мираҫын тергеҙеүгә, үҫтереүгә булышлыҡ иткәне һәм уның милли үҙенсәлеген һаҡлағаны, юғары профессионализмы, ижади ҡаҙаныштары өсөн мәктәп директоры Гүзәлиә Низамова, вокал класы уҡытыусыһы Татьяна Воробьёва “Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы” халыҡ-ара йәмәғәт берекмәләре союзының Рәхмәт хаты; үҫеп килеүсе быуынды тәрбиәләүгә ҙур өлөш индергәндәре, күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн һәм музыка мәктәбенең 75 йыллыҡ юбилейы уңайынан уҡыу бүлеге буйынса директор урынбаҫары Елена Папшева Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының Почет грамотаһы, скрипка класы уҡытыусылары Ирина Пиндюрина һәм Лина Ким Рәхмәт хаты менән бүләкләнде.
 
Белорет районының “Мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы менән Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурай класы уҡытыусыһы Дамир Хәсәнов, мәғариф отличнигы, синтезатор класы уҡытыусыһы Дамир Хәсәнов наградланды.
 
Концертмейстер Нелля Абдуллина, вокал класы уҡытыусыһы Елена Николаева, концертмейстер, фортепиано класы уҡытыусыһы Ләйлә Түлебаева, аккордеон класы уҡытыусыһы  Любовь Ульянова район Советының Рәхмәт хаттары менән нарыҡланды.
 
Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының мәғариф буйынса    Республика уҡыу-методик үҙәгенең Почет грамоталары менән БАССР-ҙың атҡаҙанған хеҙмәткәре, баян класы уҡытыусыһы Валерий Климчинский, мәғариф отличнигы, синтезатор класы уҡытыусыһы Ирина Безверхова, думбыра класы уҡытыусыһы Людмила Бармина, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған хеҙмәткәре, фортепиано класы уҡытыусыһы Нина Клочкова; Рәхмәт хаттары менән теоретик дисциплиналар һәм фортепиано класы уҡытыусыһы Регина Хәсәнова, фортепиано класы уҡытыусыһы Татьяна Гомелева, теоретик дисциплиналар уҡытыусыһы Ираида Илһамова, фортепиано класы уҡытыусыһы Татьяна Клёнова, кинорежиссура класы уҡытыусылары Евгений Калугин һәм Вадим Бирғәлин; муниципаль район хакимиәтенең Почет грамотаһы менән һатып алыуҙар буйынса белгес Әлиә Йосопова, директорҙың административ-хужалыҡ өлөшө буйынса урынбаҫары Сергей Хәкимов; Рәхмәт хаттары менән аккордеон класы уҡытыусыһы Людмила Баева, фортепиано класы уҡытыусыһы Екатерина Казармщикова, документтар менән эш итеүсе Айгөл Хәлфетдинова; Салауат Низаметдинов исемендәге Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт колледжының Почет грамоталары менән уҡытыусылар - Наталья Әлибаева, Нинель Гасенко, Наталья Иванова, Ольга Лобкова, Ирина Мутигуллина, Михаил Повираев, Мирослава Савлукова, Людмила Шевченко, Ыласын Мәғәфүров, Дмитрий Галкин, Ангелина Пантелеева; мәҙәниәт идаралығының Почет грамоталары менән уҡытыусылар - Севда Әхмәтшина, Илья Мурашов, Марина Оруджева, хеҙмәткәрҙәр - Александр Зарубин, Инга Березина, Алена Капустникова, Ольга Костина, Галина  Машкина, Марина Глухова, Татьяна Патрикеева, Анатолий Машкин, Сергей Воробьев, Радик Ниғмәтуллин бүләкләнде.
 
Балалар музыка мәктәбенең 75 йыллыҡ юбилейына арналған тантаналы концерт музыка, талант һәм быуындар күсәгилешлеге байрамына әүерелде. Кисәнең программаһы бай һәм күп ҡырлы булды: мәктәптең һәр бүлеге үҙенең иң яҡшы номерҙарын тәҡдим итте, техник оҫталығын ғына түгел, ә йәш башҡарыусыларҙың ғәжәйеп талантын, ижади үҫешен һәм ихласлығын да күрһәтте.
 
Кисәнең кульминацияһы булып, балаларҙың һәм тәжрибәле остаздарҙың легендар “Красивое далеко” йырын башҡарыуы торҙо. Был йыр, өмөт һәм яҡшылыҡҡа ышаныу гимны булып, байрамды йомғаҡланы. Уның көйөндә, көҙгөләге кеүек, мәктәптең еңеүҙәр һәм асыштар менән тулы данлы үткәне, йәш башҡарыусыларҙың һәр аккордында сағыу бөгөнгөһө һәм яҡты киләсәккә ынтылышы сағылды.
 
 
Автор:Расима Салихова
Читайте нас