

Ҡаланың “Күк ҡош” балалар уҡыу үҙәгендә Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһы тарафынан ойошторолған (етәксеһе Флүрә ШАКИРОВА) яҙыусы, журналист Гөлсөм Мостафинаның Мөхәрәм Сәлимовҡа бағышланған китабының исем туйына арналған “Хоҙайбирҙенең тәүәккәл һәм тынғыһыҙ ҡыҙы” исемле осрашыу уҙҙы. Сара Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, ҡурайсы, 50-нән ашыу йырға көй яҙған үҙешмәкәр композиторҙың барыһына ла билдәле “Башҡорт телендә һөйләшәм” йырын тыңлауҙан башланып китте.
Китап презентацияһында мәғариф идаралығы начальнигы Ильмира Копытова, Сосновка ауыл хакимиәте башлығы Азамат Мөхәмәтйәров, ветеран-уҡытыусы, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре Зөбәржәт Суфьянова, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Әлиә Саматова, Мөхәрәм Әхмәтша улының ҡыҙы Лилиә, улы Айрат, рәссам-педагог, яҙыусы, педагогия фәндәре кандидаты, Нижневартовск дәүләт университетының архитектура, дизайн һәм декоратив сәнғәт кафедраһы доценты Рамазан Шәйхулов, Ғәлиә Сафонова йылы хәтирәләре менән бүлеште. Сарала шулай уҡ Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, мәшһүр ҡурайсы Мөхәмәт Түлебаев, Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзалары, Гөлсөм Нурислам ҡыҙының һәм Мөхәрәм Сәлимовтың туғандары, яҡындары ҡатнашты.
Сара барышында Гөлсөм Мостафинаның тормош, ижад юлы, китаптарының, пьесаларының эстәлектәре, яулаған уңыштары тураһында бәйән итеп, слайдтар күрһәтелде, авторҙың ни өсөн китаптар яҙырға ҡарар итеүе, был юлға ни өсөн бик һуңлап килеүе, тәүге “Чечен синдромы” хикәйәһенең эстәлеге ҡайҙан алыныуы, беренсе “Еҙем йылғаһының үрге ағымынан” (“С верховьев реки Зилим”) китабы, “Урал” гәзитенең уның ижади тормошонда ниндәй роль уйнауы тураһында һорауҙар бирелде. Автор хәтирәләре менән уртаҡлашып, ҙур ихласлыҡ менән уларға яуап бирҙе.
Осрашыуҙың икенсе өлөшө Мөхәрәм Сәлимовтың тормош һәм ижад юлына бағышланды һәм Гөлсөм Мостафинаның был китапты яҙыу тарихы, уның эстәлеге, шулай уҡ ғаилә фотолары менән таныштырылды.
Сараны Илнур Әхмәтшиндең, ҡала лицей-интернаты уҡыусыһы Рәмилә Әбүталипованың, Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы уҡыусыларының Мөхәрәм Сәлимов ижад иткән йырҙарын башҡарыуы, Рөстәм Миһрановтың гармунға ҡушылып йырлауы биҙәне. Осрашыу иҫтәлеккә фотоға төшөү менән тамамланды.
“Мөхәрәм Сәлимов - һөнәре буйынса инженер-металлург. Ул башҡорт йырҙарын популярлаштырыуҙа, балалар өсөн көйҙәр ижад итеүҙә ҙур уңыштарға өлгәшә, балалар өсөн ике йырҙар йыйынтығы авторы. Шулай уҡ “Балалар өсөн 52 йыр + 52 караоке” йыйынтығын ҙур тираж менән сығара һәм уларҙы бушлай тарата. Был яҙмалар район-ҡаланың бөтә мәктәптәре өсөн ҡиммәтле рухи байлыҡҡа әйләнә. Башҡортостан телевидениеһы замандашыбыҙҙың тормошона һәм ижадына арналған бик күп сюжеттар әҙерләне.
Композитор Бөтә Союз профсоюздар үҙәк советының “Үҙешмәкәр сәнғәттәге ҡаҙаныштары өсөн” күкрәк билдәһе менән бүләкләнә. 1990 йылда уға “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелә.
Китапты әҙерләгән һәм сығарыуҙа ҙур көс һалған балаларына, ейәндәренә, ижадташтарына ҙур рәхмәт! Йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр менән, ысын күңелдән яҙылған улар. Мөхәрәм Сәлимовтың еңел булмаған тормошон икенсе яҡтан яҡтырталар, уны аңларға ярҙам итәләр.
Мөхәрәм Әхмәтша улы тураһында бик күп материалдар “Башҡортостан”, “Урал”, “Белорецкий рабочий”, “Металлург” гәзиттәренән алынды. Үҙе яҙған мәҡәләләрҙе лә китапҡа индереү урынлылыр тибеҙ, сөнки геройыбыҙҙың ниндәй тынғыһыҙ, хәстәрлекле, үҙ халҡы, уның киләсәге, туған теле өсөн көрәшкән йәмәғәтсе булыуын күрһәтә”, - ти китаптың инеш өлөшөндә автор.
Мөхәмәт ТҮЛЕБАЕВ:
- Мөхәрәм Сәлимов 10 йәшкә өлкән булһа ла, мине үҙенә тиң күрҙе, ихтирам итте. Уның менән оҙаҡ йылдар аралашып йәшәргә, эшләргә насип булды. Киң күңелле, йор һүҙле, алсаҡ, оптимист кеше булды. Кисә барышында уның тураһында бик күп йылы һүҙҙәр әйтелде. Шуларға өҫтәп үтер инем: ул туҡланыу гигиенаһы менән бик ныҡ шөғөлләнде, үҙе белгәндәрҙе башҡаларға ла өйрәтте. Миңә асығып дауаланыу (лечебное голодание) программаһы буйынса мәғлүмәттәр бирҙе. Әгәр үҙенең сәләмәтлеге менән шулай шөғөлләнмәгән булһа, 90 йәшкә тиклем йәшәмәҫ тә ине. Ғөмүмән әйткәндә, ул үҙенсәлекле, башҡаларҙан айырылып торған, ихтирамға лайыҡ шәхес ине.
Гөлсөм Мостафинаға бөйөк шәхесебеҙҙе онотмай, уның тураһында китап сығарғаны өсөн ҙур рәхмәт! Уның атаһы Нурислам Фәтхелислам улы районда бик абруйлы кеше булды. Хатта Иҙел башы төбәгенә Мостай Кәрим ҡунаҡҡа килгәндә, район-ҡала менән таныштырып йөрөтөүҙе уға йөкмәткәйнеләр. Оҫталыҡ, талант, үткер ҡәләм атаһынан күскән Гөлсөм Нурислам ҡыҙының уның юлын дауам итеүе ҡыуандыра.
Наил ШАКИРОВ фотолары.