Уның ҡулында ҡурай ағас йәки ҡамыш артефакты ғына булыуҙан туҡтай. Ул был инструменттан сыҡҡан көйҙө үҙ күңеле аша үткәрә, тоя. Музыканттың 30-ҙан ашыу музыка ҡоралында (улар, нигеҙҙә, экзотик төргә ҡарай) уйнау һәм өзләү һәләте донъяның бөтә музыка палитраһын бергә берләштереп, матур һүрәт төшөрөүгә тиң. Уның коллекцияһында венгр флейтаһы, ҡырғыҙҙар һәм ҡаҙаҡтар уйнаған балсыҡ музыка ҡоралдары, бер нисә тиҫтә һыбыҙғы бар. Тәүҙә музыкант бер һыбыҙғыла уйнай, шунан икенсеһен, өсөнсөһөн, дүртенсеһен ҡуша. Артабан гармун һәм аяҡ менән уйнай торған музыка ҡоралдары өҫтәлә.
Рәмил Мәүлит улы ҡурайға бала саҡтан уҡ ғашиҡ. Ул аутентик музыка ҡоралына башланғыс биргән көпшәле үҫемлек - ҡурай үҫкән Татлы ауылында 1961 йылдың 25 сентябрендә, алты балалы ғаиләлә иң кесеһе булып тыуа. Бер йәш тигәндә атаһы үлеп ҡала һәм йәшләй генә тол ҡалған әсәләренең иңенә донъя йөгөн тартыу төшә, балаларын тәрбиәләү ҙә еңелдән булмай. Балалар баянда оҫта уйнаған аталарына оҡшап музыкаль яҡтан һәләтле булһалар ҙа, тик Рәмилгә генә музыкаль белем алыу бәхете тейә. Өфө дәүләт сәнғәт институтын, Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын, Силәбе дәүләт сәнғәт академияһын тамамлай.
Кескәй Рәмилгә ете йәш тирәһе булғанда ҡурай уны теш һыҙлауынан ҡотҡара. Өлкәндәр менән бергә тауға бесәнгә барғанда, тик торғанда, тештәре һыҙлай башлай. Шул саҡ әсәһе ниндәйҙер көпшәне ҡырҡып ала һәм тешең ауыртыуы бөтөр, тип өрөргә ҡуша. Көпшә аша ауыҙ эсенә ингән һалҡынса һауанан ауыртыу баҫылғандай була.
- Был үҫемлектән ҡурай яһауҙары хаҡында белә инем, уның менән көй сығарырға маташтым. Аҙаҡ Белорет интернат-мәктәбендә уйнарға өйрәндем һәм бишенсе класта уҡығанымда беренсе тапҡыр ауыл сәхнәһендә “Азамат”ты уйнаным. Зал шығрым тулы, шылт иткән тауыш та юҡ. Хатта ҡурҡыныс булып китте, оятҡа ҡалдым тип уйланым. Бер мәл халыҡ "бис" ҡысҡыра башланы. Ә мин ундай һүҙҙәрҙе белмәйем: сәхнә артында "бис"тың афарин тигәнде аңлатыуын төшөндөрөп, ҡайтанан халыҡ алдына сығарҙылар. Әйткәндәй, бүтәнсә бер концертта ла бер үк әҫәрҙе өс тапҡыр уйнағаным булманы. Баш эйергә тип инде дүртенсе тапҡыр сәхнәгә сыҡҡас, был шөғөлдө дауам итергә кәрәклеген аңланым, - ти бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашып маэстро.
Өфө сәнғәт училищеһын тамамлағас, Салауат музыка училищеһында эшләй башлай һәм шунда ҡурай класын аса. Артабан әрме сафында дүрт йыл тынлы оркестрҙа хеҙмәт итә.
Рәмил Ғәйзуллин 2001 йылда Башҡортостан Республикаһының Халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрын ойоштора. Ул осорҙа сит илдәрҙә күп сығыш яһай һәм төрлө коллективтар менән таныша. Ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ кеүек туғандаш халыҡтарҙың халыҡ музыка ҡоралдары милли оркестрҙарының сығыштарын ҡарау, әрме сафында оркестрҙа хеҙмәт итеүе лә оркестрҙы төҙөүгә булышлыҡ итә.
Уның етәкселегендәге оркестр ошо ваҡыт эсендә төбәктә генә түгел, ә унан ситтә лә шөһрәт ҡаҙанған. Өс тапҡыр Магнитогорск, Силәбе, Аҡтүбә (Ҡаҙағстан) ҡалаларында халыҡ-ара конкурстарҙа Гран-при яулай, шулай уҡ Ҡазан, Мәскәү ҡалаларында үткән Бөтә Рәсәй конкурстарында I дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ була. Силәбе өлкәһе халыҡтары Ассамблеяһы, Силәбе мәҙәниәт һәм сәнғәт академияһы саҡырыуы буйынса Силәбе ҡалаһында, Волгоград, Волга, Магнитогорск ҡалаларында, Мәскәүҙең Гнесиндар һәм П. Чайковский исемендәге концерт залдарындағы, Владимир Путиндың шәхси ҡабул итеүендә, ШОС һәм БРИКС етәкселәре алдында сығыш яһауы, оркестр етәксеһе өсөн генә түгел, республика өсөн дә ҙур ғорурлыҡ.
Рәмил Мәүлит улы филармония солисы һәм дирижеры булып эшләүен, республика, Рәсәй, сит илдәр буйлап концерттар ҡуйыуын дауам итә. Һуңғы йылдарҙағы иң әһәмиәтле сығыштары - Беларусияның Витебск ҡалаһында “Славян баҙары” фестивален асыу, Һиндостандағы Рәсәй көндәрендә делегация составында сығыш яһау, Санкт-Петербургта В.В. Андреев исемендәге рус дәүләт академия оркестры менән солист һәм дирижер, Дондағы Ростов, Ырымбур, Екатеринбург, Краснодар, Тула ҡалаларының, шулай уҡ Тыва, Бүрәт Республикаһының, Ҡаҙағстандың Ҡарағанда ҡалаһы, Үзбәкстандың, Ҡырғыҙстандың Бишкәк ҡалаһы халыҡ инструменттары оркестрҙары менән дирижер һәм ҡурайсы сифатында күп тапҡырҙар сығыш яһай; Төркиәнең Анкара ҡалаһында “Төрки донъяһының традицион музыкаһы” халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһында һәм фестивалендә Рәсәй вәкиле, Мәскәү ҡалаһында Л. Зыкина исемендәге “Рәсәй” дәүләт ансамбле составында солист һәм Татарстан Республикаһының Дәүләт халыҡ инструменттары оркестры менән солист һәм дирижер, Ашхабад ҡалаһында Төркмәнстандың Дәүләт симфоник оркестрҙары менән солист һәм дирижер, Мәскәү ҡалаһында П.И. Чайковский исемендәге концерт залында Рәсәй дәүләт халыҡ ижады йортона нигеҙ һалыныуға 100 йыл тулыуға арналған “Душа Росии” Гала-концертында солист-ҡурайсы, Мәскәү филармонияһының Н. Осипов исемендәге халыҡ инструменттары оркестры менән солист һәм дирижер, III “Дирижерҙар парадында” солист һәм дирижер булараҡ сәхнәгә сыға, Белгород ҡалаһында оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнаша. Ҡаҙағстандың Аҡтүбә ҡалаһында үткән “Жубанов көктемі-2016” халыҡ инструменттары оркестрҙары фестивалендә жюри ағзаһы һәм дирижер була; Өфөлә ШОС һәм БРИКС илдәре саммиттары сиктәрендә үткән мәҙәни сараларҙа ҡатнаша, сығышынан һуң Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡулын ҡыҫа. Мәскәү Пионерҙар һарайында Воробьев тауҙарында үткән V Халыҡ-ара балалар мәҙәни форумында йәш ҡатнашыусыларға башҡорт милли ҡоралдары - ҡурай һәм ҡумыҙ тураһында һөйләй, Бүрәт, Монголия һәм Ҡытайҙа халыҡ-ара фестивалдәрҙә сығыш яһай, Таиланд Короллеге сәхнәһендә Л. Зыкина исемендәге Дәүләт академия рус халыҡ ансамбле солистары менән берлектәге сығышында тәүге тапҡыр башҡорт ҡурайын яңғырата, Алматы ҡалаһында үткән “Ұлы Дала Елі” халыҡ-ара фестиваленең почетлы ҡатнашыусыһы һәм башҡалар.
Халыҡ-ара һәм Бөтә Рәсәй, төбәк конкурстар лауреатын йыш ҡына жюри сифатында конкурстарҙы баһаларға саҡырып торалар. Хатта бер йыл эсендә уға 18-ләп ярышнамәне нарыҡларға тура килә.
Рәмил Ғәйзуллин Башҡортостандың музыкаль тормошонда мөһим мәҙәни проекттарҙың авторы һәм художество етәксеһе, уларҙы тормошҡа ашырыусы булып тора. Шуларҙың иң күләмлеләренән - “Дирижерҙар парады” концертына Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән килгән дирижер һөнәре вәкилдәрен бер сәхнәлә ике тапҡыр йыйған, “Урал ауазы ” милли музыка ҡоралдары ансамблдәренең һәм оркестрҙарының халыҡ-ара конкурсын ойошторған. Һөнәри оҫталығы, милли халыҡ инструменттарын үҫтереүгә һәм популярлаштырыуға ҙур өлөш индергәне өсөн күп һанлы дипломдар менән бүләкләнгән. Виртуоз башҡарыуы ла лайыҡлы баһаланған - Бүрәт Республикаһы Башлығының, Белгород, Тула өлкәләре Мәҙәниәт министрлыҡтарының, Ҡаҙағстандың Алматы ҡалаһы хакимиәтенең Рәхмәт хаттары менән нарыҡланған.
Бөгөн, 65 йәшен билдәләгән көндә, Рәмил Мәүлит улы һүҙҙең иң тәрән мәғәнәһендә кеше-оркестр булып ҡала. Ул сәнғәт институттарында алған ҡәтғи академик мәктәпте һәм иректәге халыҡ йырҙарын берләштереүен дауам итә. Уның сәнғәте күптән башҡарыу сиктәренән үткән. Уның ҡурайының һәр көйөндә заман диалогы яңғырай: боронғо Урал урмандары тауышы хәҙерге мегаполис ритмдары менән осраша, ә башҡорт далаһының тыныс лирикаһы донъя симфонизмы көсөнә эйә була.
Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбировтың юбилей датаһына ебәрелгән ҡотлау телеграммаһы һәр тыңлаусының тойғоларын раҫлай: “Рәмил Ғәйзуллиндың ижады - ул милли хазина, Рәсәйҙең алтын фонды. Маэстроға бөтмәҫ-төкәнмәҫ энергия, яңы музыкаль асыштар һәм йөрәктәре Уралдың бөйөк музыкаһы тактына һуғылыуын дауам иткән рәхмәтле тыңлаусылар теләйбеҙ!” - тиелә унда.