Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
9 Май 2022, 12:00

Еңеү хаҡын ул белде

...Сарға ише туҡтауһыҙ мыжып яуған һуҡыр ямғыр төн буйына тымырға уйламаны. Туҡал өйҙөң ике тәҙрәһен тамсылар кем уҙарҙан тысылдатып йыуҙы. Август айы ғына булыуға ҡарамаҫтан әсе, зәһеү ел, былайалайыммы шапылдатып яуған ямғырҙы дәртләндергәндәй, мөрйәне даңғырлатып ылҡаһын сығарҙы.

Еңеү хаҡын ул белде
Еңеү хаҡын ул белде

Киндерҙән тоҡсай тегеп ултырған Тәнзилә кәрәсине бөтөпмөлөр, ана-бына йә ләүкелдәп, йә былҡылдап ҡалтыранған бузырлы шәмдең һелтеһен ҡыҫты. Үҙе серем итмәк булып башын яҫтыҡҡа терәне. Уңарса төп яҡтараҡ урындыҡта ауыр тын алып йоҡлап ятҡан улының ыңғырашыуы йоҡоһон осорҙо. Иртәгә улы фронтҡа киткәндә нисек йоҡламаҡ кәрәк, тип уйланы ул. Бауыры йүнләп ҡалҡмаған, быуыны ла ҡатмаған көйө быныһын да ут эсенә ебәрсәле. Әле өлкәне - Ғилминурының ҡара ҡайғыһы йәнен телгеләй, йөрәген һыҙлата. Һуғыш башланыуға бер ай тигәндә “похоронка”һы килде улының.

Ағаһының үлемен ауыр кисерҙе Сабирйән. Фашисты тиҙерәк дөмөктөрөүҙә үҙ өлөшөн индерәм тип, райвоенкоматҡа әллә күпме барҙы. Йәшең етмәгән, тип бороп ҡайтара торғас, кинйәләре моратына иреште. Иртәгә, ана, фронтҡа... Һуғыш ҡырына тура индермәй бер аҙ тотҡарламаҫтар микән, тип өмөтләнә Тәнзилә. Ауыр уйҙарынан йөрәге ҡаҡты ҡатындың. Тороп ултырҙы. Һике аҫтынан тарма киндерҙең орлоғон тартып сығарҙы. Әллә ни тауыш сығармай уны килелә төйҙө. Он рәүешле ваҡланғас, сыуалына ут төрттө. Сөгөндә бауырһаҡ бешереп алды. Әммә ризығы етмәҫтәй тойолдо. Яҙҙан йыйып, киптереп, тураҡлап, тирмәнендә тартып он иткән әтлек тамырынан мейес өҫтөндә икмәк ҡатырҙы. Былай ҙа тыңҡыслап тултырылған биштәрҙе, берәй нәмә онотолмағайы тигәндәй, ҡат-ҡат барланы.

Таң тәҙрәләргә һарылыу менән ҡурғаш менән ямалған сәйнүкте ҡайнатырға ҡуйҙы. Сәйе шыжлауға ҡырҙа торған һарыҡ фермаһынан төнгө эштән ире Ханнан ҡайтты. Уңарса булмай, улдары йоҡоһонан уянды. Өсәүһе лә бер-береһенә һүҙ ҡушмай ғына сәй эстеләр. Ата-әсә улдарының ғәрәсәткә йыйынғанын белһәләр ҙә, “һуғыш” тигән һүҙҙе ҡуҙғатманы.

“Палнамуш” Сәлимйән ат башы менән хеҙмәткә китәсәк ир-егеттәрҙе кәнсәләргә йыйылырға ҡушып һөрәнләп уҙҙы. Ишек төбөндә Тәнзилә улының ҡулына бетеү һалды. Тегеһе бетеүҙе рыя ғына ҡабул итһә лә, әсәһенең йөрәкте өтөп алыр ҡараштарын күреп, йәлләне булһа кәрәк, өндәшмәй генә муйын аша ташланы. Әсә кеше бөтөн бауырһаҡты тешләтеп, икмәк кимтеген кеҫәһенән аҡ ҡулъяулыҡ сығарып төрөп ҡуйҙы...

Ул көндө ауыл унлаған ир-егетте хәрби хеҙмәткә оҙатты. Араларында әле буйға ла ырамалы тартылмаған, ҡураныс кәүҙәле Сабирйән үҫмер бала кеүек күренә ине...

Перронда хәрбиҙәр тейәлгән эшелонға уҙып барғанда, Сабирйәндең еңенән кемдер тотто. Әйләнеп ҡарап сиған ҡатынын күргән егет, ҡулын һыпыра тартып алып, юлын дауам ҡылды. Әммә артынан “ике хәтәрең бар” тигән һүҙҙәр аҙымын яйлатырға мәжбүр итте. Быны күҙәтеп торған сиған ҡатыны шундуҡ эргәһенә килеп тә баҫты. “Ике ғәрәсәтең бар: береһе - һыу, икенсеһе ут булыр. Шул бәләләрҙе уҙһаң, ике утыҙ йәшәрһең”. Яурынына аҫҡан биштәренән нимәлер алып бирергә уҡталғас, тегеһе “кәрәкмәй” тигәнде белдереп, егеттең ҡулын этәрҙе...

Ун ете йәшлек үҫмер көйө 1942 йылдың 18 авгусында хеҙмәткә алынған Сабирйәнде ҡапылдата һуғышҡа индермәйҙәр. Бер йыл хәрби әҙерлек үткәс, кесе сержант вазифаһында Украинаның Львов фронтына ебәрелә. Көньяҡ Буг йылғаһы буйында барған ҡаты алыштарҙа ҡатнаша.

...Ағас башында һалдат йәнен сүпләп ултырған снайперҙар ике яҡта ла хәүеф тыуҙыра. Дошмандар ҙа, үҙебеҙҙекеләр ҙә һыуһыҙ интегә. Отделение командиры Сабирйән үҙенә иптәшкә бер һалдатын алып, ниһайәт, йылғаға яҡынлаша. Немец атмай. Һыу алғас, тәүҙә биҙрәгә, шунан үҙемә атасаҡ, тип уйлай ул. Әммә яңылыша. Ике тулы биҙрә лә, һалдаттар ҙа позицияға имен барып етә. Күп тә үтмәй, арғы яҡтағы йылға ярынан биҙрә даңғырҙағаны ишетелә. Беҙҙең снайпер атырға йыйына. Әммә хәлде төшөнгән Сабирйән атмаҫҡа бойора. Буг йылғаһын кисеп сыҡҡансы немецтар һәм беҙҙекеләр бер-береһенә гуманлыҡ ҡыла. Һәр ике яҡ та әҙәм балаһының һыуһыҙ йәшәй алмағанын яҡшы белә...

1943 йылдың октябрендә 1-се Украина фронты төҙөлгәс, Сабирйән көньяҡ-көнбайыш йүнәлешендәге хәрби хәрәкәттә, 745-се мотоуҡсылар полкында һуғыша. 1945 йылдың ғинуарынан февралгә тиклем Польшаның Висла йылғаһын форсировать итеүҙә ҡатнаша. Ҡаты яралана. Дошман пуляһы һул яҡ яурынын ҡыйып үтә. Икенсеһе иһә ҡорһағын тишә.

Махсус хәрби операция барышында күрһәткән ҡаһарманлығы өсөн отделение командиры Сабирйән Шәрәфетдинов “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән наградлана. Госпиталдә оҙаҡ дауаланғандан һуң, яңынан хәрби часына ҡайта һәм һуғышты дауам итә.

Бөйөк еңеүҙе Польшала ҡаршылай ул. Һуғыш рәсми рәүештә 9 майҙа тамамланһа ла, тыуған яҡтарына ҡапыл ғына ҡайтырға насип булмай. Совет армияһын, резерв частар тупланғансы, тәжрибәле, дүрт йыл буйына ут эсендә нығынған ир-аттар тотоп тора. Шул уҡ ваҡытта унда-бында боҫоп ҡалған, тыл эсендә аҫтыртын яу алып барған, үҙ халҡын фашистарҙан былайыраҡ ҡырған бандеровсыларҙы тамырынан юҡ итеү бойороғо бирелгәйне фронтовиктарға. Бандеровсылар менән алышта тағы ҡаты яралана. Ошо яраланыу арҡылы ғына ул хәрби хәрәкәттән 1945 йылдың 30 октябрендә азат була...

Атайым һуғыш тураһында һөйләмәне тиерлек. Дөрөҫөрәге, һөйләргә яратманы. Бары: “Насар ҡылыҡтарға өйрәткән һуғыш берәүгә лә файҙа килтермәй. Кешелек сифаттарын юҡ итә, кешене кешегә дошман итә”, - тиеү менән сикләнер ине. Мәктәптә өлкән пионервожатый булып эшләгәндә, мин һәр саҡ һуғыш ветерандарын дружина сборҙарына саҡырып, осрашыуҙар уҙғара инем. Минең эшләү дәүеремдә ул бер ваҡытта ла осрашыуҙарға килмәне. Нишләптер, һуғыштағы бер ваҡиғаны - әлеге һыу алғанда немецтар менән бер-береһенә ут асмауын һөйләп ташланы. Күрәһең, дошмандың “кешелеклеге” уның хәтерендә ныҡ уйылып ҡалғандыр. Дошмандарҙың үҙҙәре кеүек нәфрәтләнеп уларҙы ҡырған хәлдә лә, пленға төшкәндәрендә дошманға ҡарата совет һалдаттарының кешелекле мөғәмәләлә булыуҙарын ҡайсаҡ телгә алыр ине. Һуғыш йәндәрҙе буш итә, күңелде ҡатыра, әхлаҡи һәм физик яҡтан ғәрипләй; ике дошман яҡ бер-береһен күмәртәләп үлтергәндә лә кешелекле булыуға һәр саҡ урын ҡалырға тейеш, тип һанай ине атайым. Бары кешенең үҙенән һәммә нәмә тора, тиер ине. Ысынлап та, һуғыш темаһына яҙылған китаптарҙа совет врачтарының әсир немец һалдаттарын дауалауы быға асыҡ миҫал түгелме ни?

Һуғыштың эсендә йөрөп, алған яраларҙан тәнен ҡырҡ ерҙән ямап ҡайтҡан атайым тыныс тормошта йәшәп ҡалырға ашыҡты. Һигеҙ балалы ҙур ғаиләне көнө-төнө эшләп аҫраны. Комбайнда иген урҙы, ат косилкаһында гектар-гектар бесән сапты, өҙәрем юлдарҙа почта ташыны, таң һарыһынан “пәлеүәт” булып эшләне. Бер ерҙә лә һынатманы. Фиҙаҡәр хеҙмәтен колхоз идаралығы тейешенсә баһаланы - санаторий-курорттарға путевка менән бүләкләрҙәр ине. Йәшәргә ашыҡты...

Әммә сиған ҡатын юрағанса, ни бары ике утыҙ йәшәне. Аҙ йәшәне, ләкин ғүмере бушҡа уҙманы. Туған ҡәҙерен белде. Ил, тыныслыҡ ҡәҙерен юғары баһаланы. Ысын фронтовик булды, әммә бер ваҡытта ла күкрәк һуҡманы, миҙалдарын таҡманы. Пинжәгендә ни бары бер юбилей миҙалы ғына күренер ине. Мин фронтовик, тип дәүләттән бер нәмә лә талап итмәне... Ул ғорур ине. Балаларына, ейәндәренә тыныс күк, бәхетле балалыҡ бүләк итә алыуына, фашистан ағаһы өсөн үс алыуына, тере ҡайтыуына әҙәпле генә ғорурлана ине...

Сәғирә ШӘРӘФЕТДИНОВА.

Шығай ауылы.

 

Автор:
Читайте нас: