Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
21 Февраль 2023, 15:43

Бер повестың тарихы (Дамирҙын яҡты иҫтәлегенә)

Ҡыш. Стәрлетамаҡта күҙ асҡыһыҙ буранлы кис. Төн тип тә әйтергә була, сөнки ғаиләм менән йоҡларға ятырға әҙерләнәбеҙ.

Бер повестың тарихы (Дамирҙын яҡты иҫтәлегенә)
Бер повестың тарихы (Дамирҙын яҡты иҫтәлегенә)
Иртәнсәк балаларҙы мәктәпкә оҙатып, үҙебеҙгә сәғәт һигеҙгә эшкә барып етергә кәрәк. Шул мәлдә ап-аҡ ҡарға төрөнгән бер кеше килеп керҙе. Ҡыш бабай тип әйтер инек, әле февраль айы, икенсенән, ул бит ниндәй һыуыҡта ла өшөмәй, ә был кеше туңып-бөрөшөп бөткән. Ул - Өфөлә “Йәшлек” гәзитендә эшләгән  ҡустым Дамир булып сыҡты. Һүҙенә ҡарағанда, ҡайҙалыр ошо яҡта шайтан бар икән, шуны эҙләп китеп бара. Толбазыла автобус артабан китә алмай, көрткә батып ултырған, Стәрленән килеп алғандар. Дамирҙың шаяртыуы бөтмәҫ тип, һүҙҙе ҡуйыртманыҡ, әҙерәк йән кереттек тә, йоҡларға яттыҡ. Иртәнсәк барыбыҙ ҙа үҙ эше менән таралыр алдынан шул мәғлүм булды. Ул шайтан тигәне “Шихан” исемле ял йорто икән.  Дамир шунда бер аҙналыҡ путевка алып китергә сыҡҡан булған. Ул “Шихан”дың беҙҙән тағы егерме саҡрым арала икәнен ишеткәс, тамам кикереге төштө. Дамирҙы өйҙә бикләп ҡалдырып, эшкә китеп барҙыҡ. Киске ҡараңғыла әйләнеп ҡайтыуыбыҙға, Дамир нимәлер яҙып ултыра. “Бала саҡ хәтирәләрен ҡағыҙға төшөрөргә һис ваҡыт таба алмай инем, башланым әле”, - тип һөйөнөп хәбәр һалды. Ошо “Шайтан”ға ла әҙерәк шуны яҙып булмаҫмы тигән уй менән китеп бара икән. “Бәй-бәй-бәй, шайтаныма кәрәкме һиңә ул “Шайтан”, бына һиңә люкс-номер, ултыр ҙа яҙ, ашау-эсеү һәр саҡ әҙер. Запас асҡыс юҡ, көн бу-
йына бикле ултырырға тура килә инде”, - тиеүебеҙгә шатланып риза булды. Үҙе лә был “Шайтан”дан күрмәҫ элек үк биҙгән икән. Яҙған хәтирәләре 1979 йылдың йәйендә Көмбә ауылы малайҙарының бер ай төрткө  тотоу кәсебе менән булғаны һәм шул осорҙа үткән башҡа төрлө ваҡиғаларға бәйләнгән. Ул ваҡытта Дамирға 14 йәш, ә энеһе Юлайға әле 12 йәш тә юҡ.
Тау-таш, ҡуйы урман аша, ел-ямғыр-
ға ҡарамай, әле генә айыу атлап үткән юлдарҙан көн һайын тиҫтәнән ашыу саҡрым ара үтеп, ҡапҡандар һалып, уларҙы ҡарап, эләккән төрткөләрҙе   тунап, тиреләрен киреп киптереп йөрөргә уларҙы бер кем дә көсләп ҡушмаған. Ҙурыраҡ ауылдарҙа был кәсепкә ололар ғына йөрөй торғайны. 
Беҙҙең ауылда ул йылдарҙа электр уты ла, радио ла юҡ, Көмбәне башҡа ауылдарҙан, шул иҫәптән мәктәптән дә айырып торған Кесе Инйәр йылғаһы аша күпер ҙә һалынмаған. Шуға күрә бала-сағаның уйнаған уйындары ла, эшләгән эштәре лә башҡа ауылдарҙыҡынан айырылыбыраҡ тора ине. Күп уйындарҙың ҡағиҙәләрен үҙебеҙ уйлап сығара инек. Оҙаҡ йылдар үткәс, бала саҡта яратып уйнаған, беҙ “Атаман” тип йөрөткән уйындың урыҫ лаптаһына шул тиклем оҡшағанын күреп ғәжәпләнгәйнем. Булат ағайым ниндәйҙер календарь битендә шахмат уйыны тураһында материал табып, фанеранан фигуралар эшләп, еп кәтүген уртаға киҫеп, фигураларҙы шунда беркетеп, ауылдаштарҙы уйнарға өйрәтте. Бишенсе класҡа Инйәргә уҡырға барғас, арыу ғына ерҙәрен дөрөҫ уйнамауыбыҙ асыҡланды. 
…Шулай итеп, Дамир аҙна буйы бикләнеп яҙып ултырҙы, беҙҙең ғаиләнән башҡа бер кемде лә күрмәне. Ишетеп ҡалып, Стәрлетамаҡта йәшәгән шағир Әхсән Хәлилов килгән, ишек аша ғына һөйләшкәндәр. Элекке йоҙаҡ эстән дә асҡыс менән генә асыла торғайны шул. 
Һөҙөмтәлә, йөҙ биттән ашыу ҡулъяҙма бер аҙнала әҙер булды. Яҙылған һәр битен мин уҡып барҙым. Әле лә ғәжәпләнеп иҫкә алам, шул йөҙ бит эсендә бер яңылыш яҙылып һыҙылған һүҙ түгел, хатта хәреф тә күрмәнем. Әҙер тексты күсереп яҙғанда ла хата китмәй тормай, тип, аптырауыма еңелсә генә көлөмһөрәп яуап бирҙе: “Ул яҙма минең башта күптән әҙер ине инде, ә күсереп яҙғанда ла хата ебәреп ултырырға мин фәлән түгел”. Кем тураһында әйткәнен яҙып тормайыҡ. Дамирҙың теле элек-электән  бысаҡтан үткер,  боростан әсе булды. 
Бала саҡта мин дә Вәзир ағайым менән шул уҡ юлдарҙан, шул уҡ кәсеп менән йөрөгәйнем. Ул ваҡытта ауылда беҙҙән башҡа йөрөүсе булмағас, тиҙ ташланыҡ, шыршы сайыры йыйыуға күстек. Дөрөҫөн генә әйткәндә, шомло, ҡурҡыныс ине ул урман, тиҫтәләрсә саҡрымда бер кеше йөрөмәгән ерҙәрҙә бер үҙең йөрөүе бер ҙә мәрәкә түгел, бигерәк тә йәшен йәшнәп, күк күкрәп, ҡойоп  ямғыр яуа башлаһа. Шуға күрә, Дамир кисергән хистәрҙе мин бик  яҡшы аңлайым. Ә инде Дамир яҙған күбә ҙурлыҡ ҡырмыҫҡа иләүе, шау алтынбаштар менән ҡапланған Тубылғы яланы, өҫтәлгә оҡшап торған тигеҙ таштар әле лә хәтеремдә. Дамирҙың бөтә яҙғаны минең үҙ башымдан үткән кеүек тойола. Хәҙер ул яҡҡа йөрөүсе юҡ, элекке юлдарҙың эҙе лә ҡалмаған. 
Дамир беҙҙән бик ҡәнәғәт булып ҡайтып китте. “Шайтан”ға барһам, шул тиклем файҙалы эш башҡара алмаҫ инем, тип һөйөндө. Бер килке ваҡыт үткәс, был яҙмалар “Урал” гәзитендә баҫтырыла башланы. Урындағы халыҡ һөйләүенсә, уны уҡымаған кеше ҡалмаған, гәзитте ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡығандар. Байтаҡ ваҡыт үткәс, «Көн башы һуҡмаҡтары» исемле автобиографик повесть, руссаға ла тәржемә ителеп, икеһе бер китап булып баҫылып сыҡты. Бәләкәй генә Көмбә ауылын тарихта мәнгелештереүенә Дамир ҡустыма сикһеҙ рәхмәтлемен. Хәтирәләр 2003 йылдың февралендә Стәрлетамаҡта яҙылған. Ауылдағы иҫән малайҙар, хәҙер инде ҡартайып барған ир-аттар, әле лә шул 1979 йылдың йәйен һағынып иҫкә алалар.Рәхмәт һиңә, Дамир!
 
Вәкил Шәрәфетдинов.
Автор:Расима Салихова
Читайте нас: