Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
15 Июнь 2023, 13:03

Гөрләп уҙҙы Һабантуй

Төйәктәш халыҡтарҙың мәҙәниәтен, ғөрөф-ғәҙәттәрен берләштереп, үҙенсәлекле милли мозаика хасил иткән, үҙ-ара дуҫлыҡты, берҙәмлекте символлаштырған, хеҙмәтсәндәргә дан йырлаған иң күләмле, халыҡсан байрам - Һабантуйҙы ла туйланыҡ, ниһайәт. Быйыл ул Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз, Башҡортостанда - Атайсал өсөн изге ғәмәлдәр йылына, шулай уҡ Салауат Юлаевтың тыуыуына 269 йыл тулыуға арналды.

Гөрләп уҙҙы Һабантуй
Гөрләп уҙҙы Һабантуй

Йылдағыса, һабан туйы тантаналы парад менән асылды. Быйыл уны сағыу милли костюмдарҙа, гармун моңо, дәртле йырҙар аҫтында, ҡала биләмәһе менән ауыл хакимиәттәре башланы. Әйтергә кәрәк, һуңғы йылдарҙа район-ҡала ысын мәғәнәһендә яңырыу кисерә: урындағы халыҡ өсөн мөһим социаль объекттар, балалар һәм спорт майҙансыҡтары төҙөлә, ихаталар, мәҙәниәт һәм ял парктары, юлдар төҙөкләндерелә, урамдарҙы яҡтыртыу, ағас ултыртыу, тораҡ пункттарға газ үткәреү кеүек әһәмиәтле эштәр һәм проекттар тормошҡа ашырыла. Бынан тыш, ауыл хужалығы тармағын, туризмды үҫтереү йәһәтенән дә алға китеш күҙәтелә. Ватан өсөн мөһим, һынылышлы осорҙа һәр тораҡ пункт махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарға матди һәм рухи ярҙам күрһәтә, уларҙың ғаиләләре, яҡындары тураһында хәстәрлек күрә.

Рәсәйҙә Уҡытыусы һәм остаз йылында парадтан педагогик коллективтар ҙа ситтә ҡалманы. Бөгөнгө көндә районда ике мең самаһы педагог хеҙмәт йөгөн тарта. Шуларҙың 97-һе - Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре, 129-ы Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы булһа, 300-ләп педагог тармаҡ наградалары менән бүләкләнгән. Парадта шулай уҡ һәр йәһәттән әүҙем, өлгөлө уҡыусылар - Бөтөн Рәсәй олимпиадаларының төбәк этабы еңеүселәре ҡатнашты. Ҡаланың педагогия, медицина, металлургия колледждары һәр ваҡыттағыса дәррәүлеге, берҙәмлеге менән һоҡландырҙы. Райондың спорт мәктәбе исеменән парадта шайбалы хоккей командаһы уйынсылары ҡатнашты. Спортсылар йәш хоккейсыларҙың “Алтын шайба”, “Өмөт Кубогы” республика ярыштарында, флорбол буйынса беренсе төбәк чемпионатында көмөш миҙал яулап, район данын яҡланылар.

Сираттағы хеҙмәт коллективтары - райондың һаулыҡ һаҡлау системаһы һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре лә яңынан-яңы ҡаҙаныштары, уңышлы проекттары менән йыл оҙоно һөйөндөрөп торҙолар.

Ҡала Мәҙәниәт һарайының ижади коллективтары, райондың ҡурайсылар ансамбле ҡатнашлығында ҡуйылған музыкаль тамаша сараға дәрт вә күтәренкелек, сағыу биҙәк өҫтәп, милләттәр дуҫлығын, берҙәмлекте, рухи ҡеүәтте сағылдырҙы.

Байрамдың мәртәбәһен арттырып, сарала абруйлы ҡунаҡтар - муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаты, Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу буйынса комитет рәйесе Флюр Уразмәтов, төбәктең урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының бүлек етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосопов, Магнитогорск ҡала Йыйылышы депутаты, ММК “Курорт” асыҡ акционерҙар ойошмаһы директоры Егор Кожаев, республика Башлығының патриотик тәрбиә биреү буйынса кәңәшсеһе Валентин Солодовник, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге рәйесе, Рәсәйҙең Журналистар союзы ағзаһы Айгиз Баймөхәмәтов, режиссер, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Почетлы кинематографисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Рәис Исмәғилев, “Төнгө бүреләр” Бөтөн Рәсәй мотоклубы рәйесе, “Рус урманы” халыҡ-ара акцияһы координаторы Виталий Кияшко һәм башҡалар ҡатнашты.

Был юлы дәүләт флагтарын күтәреү хоҡуғы крәҫтиән-фермер хужалығы башлығы Динар Әбүбәкировҡа, Айгиз Вәлиевтың крәҫтиән-фермер хужалығы малсыһы Денис Хәбировҡа, шәхси эшҡыуар Ольга Леванинаның ит эшкәртеү комплексы хеҙмәткәре Анна Востриковаға бирелде.

Олуғ сараны тәбрикләп, Андрей Иванюта иң элек үҙ еренең фиҙаҡәр хеҙмәтсәндәренә, атайсалға, халҡына тоғро хеҙмәт иткән һөнәр эйәләренә, махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан барлыҡ ил һаҡсыларына, батыр улдар тәрбиәләгән атай-әсәйҙәргә, һәр йәһәттән ярҙам ҡулы һуҙған райондаштарға сикһеҙ рәхмәтен белдерҙе.

- Бөгөн беҙ еңел булмаған осорҙа йәшәйбеҙ. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, хәрби операцияла ҡатнашҡан яугирҙарыбыҙ ҙа, уларға матди һәм рухи ярҙам күрһәткән төйәктәштәребеҙ ҙә төшөнкөлөккә бирелмәй: һалдаттарыбыҙ - яҡшы хеҙмәте, район халҡы берҙәмлеге, илһөйәр рухы менән һоҡландыра. Районыбыҙҙа ла ян-яҡлап үҫеш күҙәтелә: мәҫәлән, ауыл хужалығы тармағында һөрөнтө ерҙәр арта, иген культураларының элиталы сорттары сәселә, яңы техника һатып алына. Бынан тыш төҙөлөш, төҙөкләндереү эштәре тулы ҡеүәттә алып барыла. Мәғариф, мәҙәниәт, спорт, шәхси эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге уңыш-ҡаҙаныштарыбыҙ ҙа оло баһаға лайыҡ, - тип билдәләне район башлығы.

Флюр Уразмәтов һәр йәһәттән әүҙем, намыҫлы, эшһөйәр райондаштарҙы - “Йорт хужалығы” идара итеүсе компанияһы директоры Наталья Кусакинаны, ҡала биләмәһе хакимиәтенең эштәр менән идара итеүсеһе Ришат Ситдиҡовты Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың Почет грамоталары менән бүләкләһә, “Атайсал” проекты сиктәрендә бәләкәй Ватаны өсөн изге ғәмәлдәр ҡылған илһөйәрҙәргә - шәхси эшҡыуар һәм муниципаль район депутаттары Николай Аверьяновҡа, Рафаэль Фәрүәзовҡа республика Башлығы Радий Хәбировтың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.

Үҙ сиратында, төбәктең урман хужалығы министры Марат Шәрәфетдинов оҙаҡ йылдар ауыл хужалығын күтәргән фиҙаҡәрҙәрҙе - Рәүф Мәғәфүровтың крәҫтиән-фермер хужалығының производство мөдире Флүзә Мәғәфүрованы, Биктимер Ғәлиндың крәҫтиән-фермер хужалығының инженер-электригы Роберт Солтановты, Маргарита Миняеваның крәҫтиән-фермер хужалығы эшсеһе Александр Миняевты Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән наградланы.

Райондың алдынғы ҡарашлы, әүҙем ҡатын-ҡыҙҙары - шәхси эшҡыуар Резеда Сайдарова, Дауыт Юлтый исемендәге башҡорт китапханаһы мөдире Флүрә Шакирова милли мәҙәниәтте, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының “Ал да нур сәс халҡыңа” миҙалы менән бүләкләнделәр. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Почет грамотаһына иһә йәш быуынға патриотик тәрбиә биреүҙә әүҙем ҡатнашҡан Үткәл ауылы йәмәғәтсеһе Фәтих Мөхәмәтдинов лайыҡ булды.

Төрлө өлкәләге хеҙмәттәре, әүҙем эшмәкәрлектәре, уҡыуҙа һәм спортта, мәҙәни тормошта өлгәшкән уңыш-ҡаҙаныштары арҡылы район ҡеүәтен арттырған барлыҡ дан райондаштар муниципаль район Советының һәм хакимиәтенең Почет грамоталары, Рәхмәт хаттары менән баһаланды.

Көндөң икенсе яртыһында халыҡ бай йөкмәткеле байрам концерты ҡарап кинәнде. Межгорье ҡалаһының “Дәрт” халыҡ этно-рок төркөмө, “Раздолье” халыҡ эстрада-фольклор ансамбле башҡарыуында дәртле йыр-моңдар, ижади коллективтарҙың, һәүәҫкәр артистарҙың сығыштары һәр кемдең күңеленә хуш килде.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: