Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
15 Июнь 2023, 12:56

Күңел үҫтерер сара

Бөгөн замана йәштәрен милли әҙәбиәткә, мәҙәниәткә, ғөмүмән, ижади мөхиткә ылыҡтырыу, китап уҡыуҙы популярлаштырыу - еңел бурыстарҙан түгел, әйтәгүр. Әммә рухиәтте байытҡан, йәшәйешкә, кешелеккә ғәҙел, гуманлы ҡараш тәрбиәләгән, дөрөҫлөккә, яҡтылыҡҡа йүнәлткән был даирәһеҙ йәш быуынды тейешле кимәлдә тәрбиәләү мөмкин түгел. Шуға ла төбәктә, шул иҫәптән районда ла, әлеге йәһәттән әүҙем эшмәкәрлек алып барыла.

Күңел үҫтерер сара
Күңел үҫтерер сара

 Мәҫәлән, Белорет педагогия колледжы диуарҙарында билдәле ижад әһелдәре менән осрашыуҙар уҙғарыу хәҙер инде үҙенә күрә матур йолаға әүерелде. Ошо көндәрҙә буласаҡ педагогтар йәнә бер күркәм вә фәһемле сарала - “Яҙғы хистәр” исемле музыкаль-әҙәби кисәлә ҡатнашты.

Ижади мөхиттә юғары баһаланған талантлы шағир-яҙыусылар, журналистар - Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар берлеге рәйесе, “Шоңҡар” республика йәштәр журналының баш мөхәррире, яҙыусы Айгиз Баймөхәмәтов, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, танылған сатирик Марсель Сәлимов, Башҡортостан Республикаһының Милли әҙәбиәт музейы директоры, яҙыусы Миләүшә Ҡаһарманова, “Башҡортостан ҡыҙы” журналының баш мөхәррире, шағирә Гөлназ Ҡотоева, шағирә, тәржемәсе, драматург, журналист Тамара Юлдашева, Мәғарифты үҫтереү институтының башҡорт һәм башҡа туған телдәр һәм әҙәбиәттәр кафедраһы педагогы, шағир Руслан Сөләймәнов, “Бельские просторы” журналының баш мөхәррир урынбаҫары, прозаик, публицист, шағирә, тәржемәсе Светлана Чураева, “Урал” гәзитенең баш мөхәррире, журналист Сатура Минһажитдинова студенттар һәм педагогия коллективы өсөн көтөп алынған мәртәбәле ҡунаҡтар булды.

Ҡунаҡсыллыҡ тупһанан башлана тигәндәй, килеүселәрҙе, иң элек, ихласлыҡ, ирәбе ҡаршы алыу һоҡландырһа, колледж фойеһында урынлашҡан милли костюмдар, урындағы халыҡтың көнкүреш әйберҙәре күргәҙмәләре, милли кейем элементтарын тыуҙырыу йәһәтенән студенттар менән оҫталыҡ дәресе баштан уҡ сараның юғары кимәле, ойошҡанлығы тураһында аңғартты.

Уҡыу йортонда мәғлүмәт-китапхана үҙәген асыу тантанаһы ла тиккә генә был көнгә тәғәйенләнмәгән ине. Сөнки мәҙәни, рухи, ижади ҡеүәтте үҫтерергә ярҙам иткән, китап уҡыу күнекмәһен булдырған был социаль мөхит йәштәр өсөн ижади донъяға баҫҡыс, йүнәлеш тә.

Ижад әһелдәренең айырымланып, студенттар менән ҡара-ҡаршы ултырып әңгәмә ҡороуҙары айырата фәһемле, фәтүәле булды. Оҫталыҡ дәресе, дискуссия клубы, интервью, дебат, ижади кухня, асыҡ һөйләшеү, арт-квартирник рәүешле уҙған “Мин нисек яҙам...”, “Үҙ киләсәгеңде нисек ҡорорға?”, “Бөтәһе менән аулаҡта”, “Шиғыр яҙырға өйрәнеп буламы?”, “Оптимизмдың универсаль рецебы”, “Уңыш сере”, “Асыҡтан-асыҡ һөйләшеү” исемле ҡыҙыҡлы аралашыуҙарҙан ике яҡ та һәләк ҡәнәғәт ҡалды. Студенттар өсөн бындай осрашыуҙар, иң элек, һынауҙар арҡылы уңышҡа ирешкән, үҙ-үҙҙәре өҫтөндә фиҙаҡәр эшләгән, тормошта үҙ урынын тапҡан, абруй ҡаҙанған билдәле шәхестәрҙең тормош тәжрибәһен үҙләштереү, уй-фекерҙәре, кәңәштәре арҡылы киләсәккә ниндәйҙер йүнәлеш алыу ул. Мәҫәлән, яҡташыбыҙ, талантлы яҙыусы, дәрәжәле вазифалар биләүсе Айгиз Баймөхәмәтовтың етемлектә уҙған бала сағы, һынауҙар арҡылы сынығыуы, уңыш-ҡаҙаныштары йәштәргә бына тигән үрнәк булды.

“Яҙғы хистәр” тип аталған әҙәби-музыкаль кисәлә һәммәһе лә шиғри моңға тейенеп, күңел ҡылдарын тирбәтер илһам емештәренән ауыҙ итеп, яҙыусы-журналистар менән аралашыуҙан оло кинәнес алды. Үҙ сиратында, Белорет педагогия колледжы директоры Гөлшат Йомағужина бының ише сараларҙың әһәмиәтен, мөһимлеген билдәләп, киләсәктә лә был традицияны дауам итергә вәғәҙәләне.

Мәртәбәле сара рухи күтәренкелек, яҡшы кәйеф, изге уй-ниәттәр менән тамам ҡылды.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: