- 1941 йылдың 22 июнендә иртәнге сәғәт 4-тә, һуғыш иғлан итмәйенсә, фашистик Германия Советтар Союзына һөжүм итте. Шулай итеп,1418 көн дауам иткән Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм беҙ 27 миллион кешене юғалттыҡ, әммә еңеп сыға алдыҡ! Бөйөк Ватан һуғышы алып килгән матди зыянды һәм миллиондарса кешеләр үлемен бер нәмәгә лә тиңләп булмай.Тарих бығаса бындай һәләкәтте, вәхшилекте һәм кешелекһеҙлекте белмәй ине, - тине алып барыусы.
Артабан һүҙ муниципаль район хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Илгиз Хәйруллинға, Башҡортостан Республикаһы Башлығының патриотик тәрбиә биреү буйынса кәңәшсеһе Валентин Солодовниковҡа, Башҡортостан Республикаһы Стратегик тикшеренеүҙәр институтының бүлек етәксеһе, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Юлдаш Йосоповҡа, Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар берлеге рәйесе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Айгиз Баймөхәмәтовҡа, Башҡортостан телеканалының “Яңылыҡтар” хеҙмәтенең махсус хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримоваға бирелде.
Илгиз Рәхимйән улы махсус хәрби операцияла һәләк булған яҡташыбыҙ Альберт Билаловтың ҡатыны Светлана Николаевнаға "Ҡаһарманлыҡ" орденын тапшырҙы.
Һуғыш ҡырҙарында һәләк булған, тылда еңеүҙе яҡынайтҡан һәм барлыҡ Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙарын иҫкә алып, бер минут тынлыҡ иғлан ителде.