Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
23 Июнь 2023, 15:40

Арғымаҡ та уға буйһона

Иҫкән елдәргә бирешергә теләмәйенсә, баштарын ҡайырып, ҙур ғорурлыҡ менән ергә ныҡ баҫып, уйнаҡлап барған аттарҙың матурлығына ирекһеҙҙән һоҡланаһың. Был күркәм дә, ғорур ҙа малҡай ниндәй генә рәүештә баҫып тормаһын, уға һоҡланмау мөмкин түгел. Сапҡанында ярһыу булһа, үрә баҫҡанында - текә.

Ә бына шул аттың эйәрендә малҡайы кеүек дәрте ташып ташып торған ҡыҙ ултырһа, кешелә һоҡланыу тойғоһо икеләтә арталыр.

Ат йәнле, эйәрҙә ныҡлы ултырған, төрлө ат спорты ярыштарында, һабантуйҙарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулаған берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ – Юлиана Ғәйфуллинаны Иҙел башында ғына түгел, күрше райондарҙың да ат һөйөүселәре яҡшы беләлер. Ә бына ошо уңыштарға килтергән, һыбайлы менән бергә республика кимәлендә райондың данын яҡлаған «Черный»  ҡушаматлы айғыр хаҡында нимә беләбеҙ һуң?    

Башҡорт тоҡомло “Чёрный”ҙы беҙ бер йәшенән алып аҫраныҡ. Ныҡ уҫал булды һәм береһен дә үҙенә яҡын ебәрмәй ине. Шуға ла уға “Шайтан” тип ҡушамат бирҙек. Бәләкәй туғаным да минең кеүек “ат батшаһы”. Өс йәшлек кенә ҡыҙ “Шайтан” тип әйтә алмағас, “Черный” тип ҡушамат тағып алды. Күпмелер ваҡыттан һуң, беҙ ҙә был ҡушаматҡа өйрәнеп киттек. Үҙем яйлап ҡулға, һуңынан менгегә өйрәтеп алдым. Тәүҙә минән башҡа береһен дә яҡын ебәрмәй ине. Мин бәләкәйҙән төрлө ат спорты ярыштарында, һабантуйҙарҙа ҡатнашырға хыялландым. Хужалыҡта сабыш аттары һәр ваҡыт булһа ла, атайым менән әсәйем минең был шөғөлөмдө хупламаны. Үҫкән һайын сабышыу теләгем тағы ла нығыраҡ артты. Ә бына “Черный”ҙа потенциал күрҙем. 2016 йылда белоретҡа уҡырға килдем һәм туғандарым яғынан бер аҙға контроль юғалды. Ат тотоусылар менән аралаша башланым, төрлө ярыштарға тамашасы булараҡ ҡына йөрөнөм, көсөмдө һынап ҡарарға ҡыйманым. Бер йылдан һуң “Черный” менән күләмле ярыштарҙа ҡатнашып ҡарау теләге уянды. Беҙҙең өсөн ҡурҡыптыр инде, һәр ваҡыттағыса, әсәй менән атай ҡаршы булды. Таң менән тороп, “Черный”ҙы “урлап” тигәндәй һабантуйға алып киттем. Туғандарым белмәй ҙә ҡалды. Һуңынан белделәр, әлбиттә, тик һуң ине инде (көлә). Ике туған ҡустым менән әле сабышта тәжрибәһе булмаған юртаҡты алып барып сабыштырҙыҡ. Һөҙөмтә булманы. Был атыңдан файҙа булмаясаҡ, тип әйтеүселәр ҙә булды. Атай ҙа, сабышҡа бармай ул, тип әйтә килде. Шулай ҙа эстән генә атыма ышандым. Аҡыллы, ныҡыш, егәрле атыма ныҡ ышандым. 2019 йылда “Черный” менән Өфөлә “Терра Башҡортостан” турнирында ҡатнашып, өсөнсө урын алып ҡайттыҡ. Барыбер сабыштарҙа, турнирҙарҙа ҡатнашасағымды белеп, атайым да ризалашты. Икенсе йылына ла район һабантуйының эшсе аттар заезында еңеүселәр рәтендә булдыҡ. Өсөнсө урындарға ла ныҡ ҡыуана инем. Шаяртып беҙҙән “тройка” тип көләләр ине. 2020 йылда “Аҡбуҙат” ипподромында эшләп, үҙемә ниндәйҙер кимәлдә тәжрибә туплап ҡайтып, “Черный”ымды ныҡлап ярыштарға әҙерләй башланым. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, коронавирус башланыу сәбәпле, ул йылды һабантуй үткәрелмәне. Уның ҡарауы Сосновкала ат сабышы үтте. Ана шунда тоғро дуҫым мине генә түгел, барыһын да хайран ҡалдырҙы. Бер заезда беренсе килдек, бәйгелә икенсе урын алдыҡ. Йылдан-йыл, сабыш һайын мин дә, атым да тәжрибә тупланыҡ, башҡалар миҫалында үҫтек. Илаған мәлдәр ҙә, ҡыуанған көндәр ҙә булды. Атыма рәхмәттәр әйтеп бөтә алмайым. Ул мине үҫтерҙе, ул минең данымды арттырҙы. Тормоштоң ҡәҙерен, мәғәнәһен белергә өйрәтте. Минең өсөн ул ат түгел, һөйләшә генә алмаған тоғро дуҫым кеүек. Старт һыҙығына баҫҡанда ла уның менән һөйләшергә тырышам, барыһын да аңлай кеүек. Старттан нисек ҡуҙғалып китеүенән үк, еңеүебеҙҙе йәки тороп ҡалыуыбыҙҙы беләм. Һәр быуынын һиҙәм. Бөгөн “Черный” 9 йәшлек айғыр. Ике йәшенән алып бер һабантуйҙы, ат спорты ярыштарын ҡалдырманыҡ. Һәр сабыш минең өсөн ҙур асыш. Күнекмәләрһеҙ ҙә сабышҡа сыға алабыҙ. Атым менән сәмләшеп сабабыҙ. Быйылғы һабантуйҙа икенсе урын алдыҡ. Был уның һуңғы сабышылыр. Имгәнде һәм йәше лә бара. Унһыҙ - атайым да ҡулһыҙ. Хужалыҡта һәр ваҡыт ярҙам итә: бесәнгә лә алып йөрөй, утынын да алып килә, һунарына ла сығып китә. Өйөр айғыры ла, алмашҡа “Черный”ға оҡшаған “Казбек” ҡушаматлы тоҡомо ла үҫеп килә. Әле ике йәшлек “Йылғыр” һәм “Бахрам” ҡушаматлы аттарҙы “Терра Башҡортостан” ат спорты турнирына әҙерләйем. Ат йәнле булыу ҡаныма һеңгән. Бер нисек тә ташлап булмай. Әллә күпме ташлайым был шөғөлдө тип тә ҡараным, булмай. Әле миндә дәрт, сәм бар, башҡа аттар ҙа булыр, тәжрибә лә тупланыр. Был шөғөл генә түгел, йәшәү мәғәнәһе лә.

Икенсе  «Башҡорт аты» халыҡ-ара фестивалендә ҡатнашырға ла иҫәп тота Юлиана. Әйткәндәй, уның сиктәрендә үткән “Тай-тулаҡ” конкурсында өйрәтелмәгән ат һынлы атты йүгәнләп, еңеп сыҡты һәм эйәр, йүгән менән бүләкләнде ҡыҙ.

Фестиваль республикала йылҡысылыҡ, ҡымыҙ эшләү һәм халыҡ кәсептәре традицияларын һаҡлауға һәм үҫтереүгә, башҡорт тоҡомло аттарҙың һанын арттырыуға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән. Йәнә «Башҡорт аты» фестивалендә һәм «Терра Башҡортостан» турнирында ҡатнашырға ниәтләгән Юлианаға һәм уның саптарына уңышлы сығыш яһауҙарын теләйбеҙ!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: