Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
20 Ноябрь 2023, 12:59

“Батырлыҡ йөҙҙәре’’

Белорет тарихи-тыуған яҡты өйрәнеү музейы әҙерләгән ‘’Батырлыҡ йөҙҙәре ‘’ проекты  сәнғәт һәм ижади хеҙмәттәр өлкәһендәге проекттарҙы бойомға ашырыуға тәғәйенләнгән Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты буйынса дүртенсе махсус конкурста еңеүсе булды.  Проект  ‘’Рәсәй геройҙары - Донбасс  геройҙары ‘’ темаһына арналды. Мәҙәниәт инциативалары Президенты фонды проектын тормошҡа ашырыу өсөн федераль бюджеттан музейға тейешле кимәлдә аҡса бүленде.

“Батырлыҡ  йөҙҙәре’’
“Батырлыҡ йөҙҙәре’’

Бөгөнгө көндә беҙҙең илгә ҡағылышлы мөһим мәсьәләне - Украинала барған махсус хәрби операцияны иҫәпкә алып, музей етәкселеге был аҡсаны  МХО - ла һәләк булған яҡташ яугирҙарҙың исемен мәңгеләштереүгә йүнәлтте.  Тиҙ арала ике  экспозиция төҙөлдө: күсермә мемориаль комплекс һәм  күргәҙмә комплекс. Музей хеҙмәткәрҙәре был йәһәттән ҙур эҙләнеү эштәре алып барҙы. Күргәҙмә комплекстың макетын төҙөү, мәғлүмәт  терминалын тейешле материалдар менән тулыландырыу, һәләк булғандарҙың исемлектәрен, фотоһүрәттәрен,  ғаилә ағзалары, атай-әсәйҙәре, туғандары менән бәйләнешкә сығып, һәр яугирҙың автобиографияһын асыҡлау  ҙур көс талап итте.

Музейҙың бер залына ҡуйылған стационар комплексты һәм күсермә күргәҙмәне асыу тантанаһына һәләк булған яугирҙарҙың яҡындары саҡырылды.  Был комплекс  мәктәп уҡыусыларына, урта махсус белем биреү учреждениелары студенттарына  патриотик  тәрбиә биреүҙә ҙур роль уйнай. Күсермә күргәҙмәне ҡала һәм райондың хәрби–патриотик клубтары үҙҙәре ойошторған сарала файҙалана, шулай уҡ ҡала һәм районда үткәрелгән ҙур байрамдарға, һабантуйға ла алып сыҡтыҡ.  

Әйткәндәй, был проекттың арҡа һөйәге булып торған “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ’’ исемле документаль фильмды  Белорет ҡалаһының музыка мәктәбендә урынлашҡан кинорежиссура класы уҡыусылары  һәм уның етәксеһе Евгений Калугин  менән берлектә  әҙерләнек. Фильмда махсус операцияла һәләк булған биш яҡташыбыҙҙың бала саҡтары, үҫмерлек йылдары, мәктәптә үҙҙәрен ҡайһы яҡтан күрһәтеүҙәре,  армия сафында хеҙмәт итеүҙәре, һәләк булыр алдынан һуңғы шылтыратыуҙары тураһында атай-әсәйҙәре, яҡындары, өләсәйҙәре, уҡытыусылары, класташтары һөйләй. Ер шарының ҡайһы ғына нөктәһендә барһа ла,  һуғыштарҙың йөҙө - ҡан-йәш, ҡара ҡайғы. Быны һәр кем яҡшы белгән кеүек... Тик тотош илде ялмап алмаһа, күпселек тыныс тормошта нисек йәшәһә, шулай   йәшәй. Шул уҡ ваҡытта  һуғыш яланында, махсус операцияла шартлаған снаряд ярсыҡтары кемдеңдер ғаиләһенә, яҡындарына килеп етә һәм һәләк булған яҡын кешеһе менән бергә уларҙы ла рухи яҡтан ҡаҡшата, үлтерә, йәндәрен телгеләй. Әйткәндәй, гуманитар ярҙам менән даими рәүештә МХО-ла хеҙмәт иткән яҡташтарыбыҙға барған район хакимиәте башлығы алып ҡайтҡан снаряд ярсыҡтарын да балаларға күрһәтеп һөйләйбеҙ.

 Был ике документаль фильм, уның геройҙары тотош кешелекте айнытып, һиҫкәндереп ебәрерлек һәм һуғышҡа ҡаршы тороу, тарихтың ҡанҡойошло биттәрен иҫкәртеүгә, булдырмауға саҡырыу  кеүек. Фильм Евгений Калугиндың талантлы уҡыусыларының береһе  Эльвира Яубаҫарованың  диплом эше. 

Икенсе фильм  “Минең геройым” тип атала. Был фильмда шулай уҡ махсус хәрби операцияла булып, оҙаҡ ваҡыттан ғаиләһе янына ялға ҡайтҡан хәрби кеше , уның ғаилә ағзаларының кисерештәре, ҡаршы алыуҙары, яҡындарының күмәкләшеп йыйылыуҙары, хәрби ҡаласыҡта шәфҡәт туташы булып эшләгән ҡатынының  ауыр хәлдә лә кешеләргә ярҙам итеүе тураһында.  Был ике фильмды бер кем тыныс ҡына ҡарай алмай.  Башланғыс класс  уҡыусылары ла, өлкән кластар ҙа, студенттар ҙа, оло кешеләр ҙә  берҙәй хистәр кисереп, фильм геройҙары менән бергә күҙ–йәш аша ҡарай.

Фильмды киңерәк аудиторияға сығарыу маҡсатынан  музей етәкселеге “Металлург” кинотеатры директоры Данис Сәйетморат улы Йыһаншин менән килешеп, 18 октябрҙән башлап ҡаланың бөтә мәктәптәре уҡыусыларына, урта махсус белем биреү учреждениелары студенттарына көн һайын күрһәтә башланы. Музей хеҙмәткәре А. Юрьевич һәм  кинорежиссура класы етәксеһе Е.Калугин фильм башланырҙан алда тамашасыларға махсус хәрби операцияның ниндәй сәбәптәр арҡаһында башланып китеүе, Башҡортостандан ниндәй полктар ойошторолоуы, исемле полктар геройҙарының тарихы, шулай уҡ  фильм төшөрөүҙә ҡатнашыусылар тураһында  һөйләй. Кинотеатр залында  МХО-ла һәләк булған яугир-яҡташтарыбыҙҙың ҙурайтылған фотолары аҫтына автобиографиялары яҙылған экспозиция эшләй. Тамашасылар фильм ҡарағандан һуң  күсмә экспозиция менән таныша, ҡайһы берҙәре яҡындарын табып, яндарында фотоға төшә.  Музей алған грант проектында әлеге көнгә ике меңдән ашыу уҡыусы һәм студенттар ҡатнашты. Был тиклем  ҙур акция районда ғына түгел, республика буйынса ла беренсе тапҡыр үткәрелә.

Ә музей майҙансығында  грант проектын бойомға ашырыу буйынса “Батырлыҡ йөҙҙәре” хәрби–патриотик дәрес даими рәүештә ойошторола. Бында шулай уҡ балалар, өлкәндәр хәрби операцияның башланыу сәбәптәре тураһында тулы мәғлүмәт ала, шулай уҡ һәләк булған яугирҙарҙың шәхси әйберҙәре менән таныша, уларға кәрәкле әйберҙәрҙе йыйыу, хәрби званиеларҙы билдәләү уйынында  һәм маскировка селтәре үреү буйынса оҫталыҡ дәресендә ҡатнаша.

  “Батырлыҡ йөҙҙәре” экспозицияһына беркетелгән экран аша йәп-йәш һалдаттың  махсус хәрби операцияла һәләк булған үгәй атаһы, Тирлән ауылы  ир-уҙаманы, подполковник Альберт Кәримов тураһында, башҡа әсәйҙәрҙәең, атайҙарҙың, өләсәйҙәренең  алҡымдарына тығылған күҙ йәштәрен, һыҡтауҙарын тыйып, ҡәҙерле балалары тураһында һөйләүҙәрен тыңлағандан һуң, балаларҙың, өлкәндәрҙең йөҙҙәре генә үҙгәреп ҡалмауын, ә уйҙарына, күңелдәренә лә етдилек үтеп инеүен күрәбеҙ.  Дөрөҫ, был ысын фәжиғәне, яныбыҙҙа ғына һыҡранған кешеләрҙең йөҙҙәрен, күҙ йәштәрен күреү бик ауыр.  Бөгөн йәш быуынға тыуған илде,туған телде, йортоңдо, ғаиләңде яҡлау, Рәсәй халҡының мәҙәни, тарихи берҙәмлеген һаҡлау  кеүек патриотик  тәрбиә биреүҙә  бөгөнгө батырҙарҙың йөҙҙәре, яҙмыштары үрнәгендә төҙөлгән беҙҙең проект  бик  кәрәк һәм ҙур әһәмиәткә эйә.

Елена Миронова,

Белорет  тарихи–тыуған яҡты өйрәнеү музейы директоры.

Автор:
Читайте нас: