- Улар беренселәрҙән булып дошмандың һөжүмен үҙ өҫтөнә ала. Һәр береһенең биографияһын хәтерләйем, мөмкин булғанса туғандары менән аралашырға тырышам. Был көндәрҙә беҙ һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмаған, азатлыҡ һәм артабанғы быуындарҙың тыныс киләсәге өсөн ғүмерен биргән һәр кемдең яҡты иҫтәлеге алдында баш эйәбеҙ. Уларҙың батырлығын бер ҡасан да онотмаясаҡбыҙ. Һәйкәлде әҙерләгәне һәм ҡуйғаны өсөн бағыусы - Үлсәү заводы директоры Максим Копытовҡа ҙур рәхмәт, - тине муниципаль район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта.
Сөнәғәтов Мирхәт Хөрмәт улы 1998 йылдың 30 майында тыуған. I-XI кластарҙа 20-се мәктәптә уҡый. Мәктәп йылдарында бик әүҙем була. Төрлө сараларҙа ҡатнаша, спорт менән шөғөлләнә. 2016 йылда мәктәпте тамамлағас, Рәсәй армияһы сафына инә. Беренсе хеҙмәтен Хабаровск ҡалаһында үтә.
2017 йылда Рәсәй Федерацияһы Оборона министрлығы менән контракт төҙөй. Төрлө ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итә. Армияла хеҙмәт итеү Мирхәткә һәр ваҡыт оҡшай. Сөнки тап шунда дисциплина, яуаплылыҡ, ҡыйыулыҡ һәм рух көсө тәрбиәләнә. Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы көстәрендә хеҙмәт иткән ваҡытта ул ҡул һуғышы төрҙәрен өйрәнә һәм уларға йәш призывниктарҙы өйрәтә.
Мирхәт бала саҡтан уҡ намыҫлы була. Тыуған илен бик ярата, һәр ваҡыт элиталы ғәскәрҙәрҙә хеҙмәт итеү тураһында хыяллана. 2021 йылда “Ҡара береттар” диңгеҙ пехотаһына эләккәндә уның хыялы тормошҡа аша. Таулы Ҡарабахта тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнаша, бының өсөн миҙал менән бүләкләнә.
2022 йылдан Владивосток ҡалаһының билдәле 155-се диңгеҙ флоты бригадаһы составында махсус хәрби операцияла ҡатнаша. 2022 йылда яралана. Владивосток гарнизонында госпиталдә ятҡанда өйләнә.
2023 йылдың ғинуарында уның улы тыуа, әммә ул уны ҡулдарында тота алмай... 2023 йылдың 19 февралендә Донецк өлкәһе Волновах районы Угледар ҡалаһы янында батырҙарса һәләк була.
2023 йылдың 9 мартында Владивосток ҡалаһында Аякс зыяратында (Рус утрауы) ерләнә. “Батырлыҡ” ордены (үлгәндән һуң), батырлығы һәм ҡыйыулығы өсөн Георгий тәреһе, Таулы Ҡарабахта тыныслыҡ урынлаштырыу миссияһында ҡатнашҡаны өсөн миҙал менән бүләкләнгән.
Стеланы һәм “Герой партаһы”н асҡас, һүҙ Мирхәттең өләсәһе – Ғәлиә Сәйфитдин ҡыҙына бирелде. Ул уның бала саҡтан ғәҙеллеккә, изгелекле кеше булырға ынтылыуын һәм һәр ваҡыт тыуған илен яҡларға, һаҡларға теләүен әйтеп үтте.
Стелаға веноктар һәм сәскәләр һалынғас, Тыуған иле именлеге хаҡына ғүмерҙәрен аямаған егеттәр иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ иғлан ителде.