Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
16 Май , 09:59

Традицияға тоғро ҡалып

Бөйөк Ватан һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы, 41-се гвардия танк бригадаһының танк орудиеһы командиры (7-се механизацияланған корпус, 2-се Украина фронты) гвардия старшинаһы, Чехословакияның Брно ҡалаһы янында барған алышта күрһәткән батырлығы өсөн юғары наградаға – Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булған, һуғышҡа тиклем  һәм имен тормошта етәксе урындарҙа эшләгән, Ленин ордены менән бүләкләнгән Шаһи Ямалетдиновтың тыуыуына – 110 йыл. Геройҙың һәм уның кеүек 121 яугирҙың исемен ауылдаштары һәм туғандары ҡәҙерләп һаҡлай. Батыр ауылдаштары исеме менән ауыл урамдарының береһе, Шығай мәктәбе йөрөтөлә. Уның иҫтәлегенә мәҙәни һәм спорт саралары үткәрелә. Күптән инде традицияға әйләнгән Шаһи Ямалетдинов иҫтәләгенә үткәрелгән еңел атлетика эстафетаһы ла тыуған ауылында 33-сө тапҡыр үткәрелде.

Традицияға тоғро ҡалып
Традицияға тоғро ҡалып

Был көндө Шығай ауылы халҡы, ҡунаҡтар, спортсылар һәләк булған ауылдаштарын бер минут тын ҡалып иҫкә алды. Бөйөк Ватан һуғышы, тыл ветерандары иҫтәлегенә ҡуйылған стелаларға, Советтар Союзы Геройы Шаһи Ямалетдинов ҡәберенә венок һәм гөлләмәләр һалынды.                                                                                                                                                                                        Шаһи Ямалетдинов иҫтәлегенә арналған спорт  сараһының тәүге өлөшөндә район Советы секретары Альберт Азаматов, район хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте, физкультура һәм спорт комитеты начальнигы Михаил Посаженников, Шығай ауылы хакимиәте башлығы Исмәғил Әбүталипов, ветерандар советы рәйесе Фәтих Мөхәмәтдинов, герой иҫтәлегенә үткәрелгән спорт сараһын ойошторған ветеран-уҡытыусы Рәмил Шәрәфетдинов, күп тармаҡлы ауыл клубы хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары, ауыл халҡы һәм Советтар Союзы геройы Шаһи Ямалетдиновтың туғандары, яҡындары ҡатнашты.

Район Советы секретары Альберт Айрат улы илебеҙгә Бөйөк Еңеү килтергән яугирҙарға, әле махсус хәрби операцияла ҡатнашҡандарға рәхмәт белдерҙе. Азатлыҡ яулаған яугирҙар, батырҙар арҡаһында ошондай матур саралар үтеүен билдәләне.

Батыр яугирҙың Пермдән килгән килене Светлана Ямалетдинова ла ҡайныһы менән ғорурланыуын йәшермәне. “Уның бөйөк ҡаһарманлығы дауам итә. Тормош иптәшем менән күп йылдар оборона сәнәғәте өлкәһендә эшләнек”, -  тине Светлана Васильевна телмәрендә. 

33-сө тапҡыр үткәрелгән эстафета стартына тәүгеләрҙән булып төп дөйөм белем биреү мәктәптәре командалары баҫты. Сосновка, Үткәл, Боғанаҡ, Үҙәндең “Юлдаш” ғаилә тәрбиәһенә булышлыҡ итеү үҙәге командалары араһынан I  урынды – Сосновка, II урынды – үҙәндәр һәм  III урынды боғанаҡтар яуланы.

Шаһи Ямалетдинов иҫтәлегенә арналған еңел атлетика эстафетаһында урта мәктәптәрҙән 7 команда ҡатнашты. Был юлы Сермән мәктәбе беренселекте ҡулдан ысҡындырманы. Тәүге этаптарҙа эстафета таяғын беренсе булып тапшырған Тимер юл мәктәбен уҙып, финиш һыҙығын тәүгеләрҙән булып үтте. Икенсе һәм өсөнсө урындарҙы Тимер юл һәм Инйәрҙең 3-сө мәктәптәре командалары бүлеште.

Ҡунаҡтар – ҡала мәктәптәре һәм махсус белем биреү учреждениелары командалары араһында беренселекте ике йыл рәттән 17-се гимназия спортсылары яуланы. Былтырғы йылдағы кеүек үк, пьедестал баҫҡыстары үҙгәрешһеҙ ҡалды. Педагогия колледжының беренсе һәм икенсе командалары гимназистарҙан ҡалышып, пьедесталдың икенсе һәм өсөнсө баҫҡыстарын биләне.

Эстафетаның беренсе этабында командаларын Сосновка мәктәбенән Рамзан Ғилманов,  Тимер юл мәктәбенән Данил Мөхәмәтшин һәм педагогия коллеждының беренсе командаһы спортсыһыДанил Поляков  алға сығарҙы.

33-сө еңел атлетика эстафетаһында еңеүсе командаларҙың тренерҙары, физкультура уҡытыусылары – 17-се гимназиянан Вадим Рыбаков, Сермән мәктәбенән Ғәҙел Аҙнабаев һәм Сосновка мәктәбенән Ғәлим Баһауетдинов билдәләнде. 

Призлы урынды алыусылар Кубоктар, Грамоталар, миҙалдар һәм спорт инвентарҙары, сертификаттар менән билдәләнде.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: