Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
11 Июль , 17:10

Белореттан - алғы һыҙыҡҡа

Ул махсус хәрби операция зонаһына үҙе барырға тырыша. Бындай командировкалары ике йыл дауамында тиҫтәнән ашып киткән. Район-ҡала яугирҙары менән күҙгә-күҙ осрашыу, аралашыу, йәшәү шарттары менән танышыу, уларҙың хәлен һорашыу, тыуған яҡ сәләмен еткереү хакимиәт башлығының бурысы тип иҫәпләй ул.

Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта фекеренсә, тыуған яҡтан ситтә бындай осрашыуҙар яугирҙарға, уларҙың яҡындарына өмөт, дәрт һәм көс бирә.

“Командировкаларға шәхсән үҙем барырға тырышам. Егеттәребеҙгә лә район етәксеһенең килеүе, ата-әсәләрен, яҡындарын ниндәйҙер кимәлдә тынысландыра ла. Аралашабыҙ, посылкалар тапшырабыҙ, фотоға төшәбеҙ. Бергә төшкән фотоларҙы ата-әсәләрендә лә күреү миңә уғата ҡыуаныслы. Иртәгеһе көнгә ышаныс тыуҙыра. Һәм үҙ бурысыңды башҡаларға япһарыу килешмәй ҙә кеүек”,
ти Андрей Иванович.

Һуңғы бер нисә йылда икенсе төрлө йәшәргә өйрәндек.  Пандемия, һуңынан махсус хәрби операция. 90-сы йылдарҙың үҙгәрештәр шауҡымы онотолоп, һуңғы тиҫтә йылда йәш быуынға класс сәғәттәрендә, дәрестәрҙә  Ватан, Тыуған ил төшөнсәләрен аңлатырға тырышыуҙың да һөҙөмтәһе күренә  башланы. Илһөйәрлектең яңы һулыш алыуы һөйөндөрә, әлбиттә. Махсус хәрби операция башланыу менән  халыҡ  та берләште, берҙәмлектә генә көс булыуын аңланы. Бөйөк Ватан һуғышында ғәзиз атаһын, ағаһын фашизмға ҡаршы көрәшкә оҙатҡан йәиһә дошман ҡулынан һәләк булған яҡындарын бер күрергә зар-интизар булған оло инәйҙәр неонацизмға ҡаршы көрәшкән егеттәребеҙгә күпләп ойоҡбаш-бейәләйҙәр бәйләргә, ҡатын-ҡыҙ һалмаһын ҡырҡырға, маскировка селтәрҙәре үрергә, госпиталь өсөн  башалтайҙар, билгә йөндән билбауҙар баҫырға ла өйрәнде. Райондаштарға бик күп изге эштәр башҡарырға мәжбүр итте.Республика Башлығы Радий Хәбировтың “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” тигәне тотош республика халҡы өсөн девизға әүерелде. Эйе, үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ. Махсус операция башланғандан алып Белорет махсус хәрби операция зонаһына ғына бер нисә йөҙ тоннанан ашыу гуманитар йөк оҙатты.  Күбеһенсә гуманитар колоннаны Белорет районы хакимиәте башлығы Андрей Иванюта оҙатып бара.  Күптән түгел ул коллегалары менән йәнә Украинаға барып, яугирҙарға туғандары, райондаштары йыйған гуманитар йөктө тапшырҙы.

- Махсус хәрби операция башланғас та егеттәргә рухи ярҙам кәрәк булды. Бындай мәлдәрҙә һәр ваҡыт терәк- таяныс булырға кәрәк ине. Башта кабинетта ғына башланған эш, оҙаҡламай әүҙемдәрҙе, йәмәғәтселекте бергә тупланы. Һуңғараҡ һәр яҡлап та әүҙем эш башланды. Район-ҡаланан махсус хәрби операцияға юлланған егеттәргә, улар күнекмәләр үткән мәлдә үк ярҙам күрһәттек. Айына бер тапҡыр гуманитар ярҙам алып барырға тырыштыҡ. Күбеһенсә, яугирҙарҙы мөһим кәрәк-яраҡтар менән тәьмин иттек. Туғандарынан, яҡындарынан посылкалар тапшырыуы еңел ине ул мәлдә. Егеттәр күбеһенсә миҙгелгә ҡарап кәрәк-яраҡ һораны. Итек, йылы ойоҡбаш, махсус түшәк һәм башҡа кейем-һалым, медикаменттар алып барҙыҡ. Күнекмәләр үткәндә мобилизацияланғандарға спорт залдарында ла йоҡлап йөрөргә тура килде бит,
ти Андрей Иванович.
Һуңғараҡ райондаштар ҙа изге, дөйөм эшкә дәррәү ҡушылды. Хатта гуманитар ярҙамды алып барырға техника ла етмәй китә ине. Егеттәр яйлап махсус хәрби операция зонаһына юлланды. Башта улар менән бәйләнеш булдырыу ҡатмарлы булды. Уларҙың дислокация урындарын белеү менән гуманитар ылау менән юлға сыҡтыҡ. Һәр 1,5 ай һайын ярҙам алып барыуҙы планлаштырҙыҡ. Бына инде ике йыл дауамында 1,5-2 ай һайын ылау менән юлға сығабыҙ. Кәм тигәндә бер фура һәм еңел машиналарҙа гуманитар йөк алып барабыҙ. Башта, әлбиттә, ике фура булды, сөнки төҙөлөш өсөн ағас, техника алып барҙыҡ. Нимә кәрәк - бөтәһен дә алып барырға тырыштыҡ. Кем нисек ярҙам итә ала, шулай ярҙам итте. Генераторҙар, маскировка селтәрҙәре, сәнскеле тимер сым, төҙөлөш материалдары кеүек кәрәк-яраҡтар йыш оҙатылды. Һәр командировкала бер тапҡыр ҙа осрашырға тура килмәгән яугирҙарҙы табыу һәм улар менән күрешеүҙе бурыс итеп ҡуйҙыҡ. Барған һайын яңы территорияларға инеп сығырға тырыштыҡ. Яңы территориялар буйлап 800-ләп саҡрым үтергә тура килгән мәлдәр күп булды. Башта ҡаланың 21-се мәктәбе шефлыҡҡа алған Красный Лучтағы белем учреждениеһында туҡталабыҙ. Балаларға, мәктәпкә бүләктәр тапшырабыҙ, директоры менән осрашабыҙ. Әйткәндәй, Башҡортостан төҙөүселәре был мәктәптең ҡыйығын да ябып бирҙе. Артабан Луганск Халыҡ Республикаһына юлланып, шул тирәләге биләмәләрҙе урап сығабыҙ. Ваҡытты әрәм итмәй, Новоайдарҙа (унда кафе, магазин, военторгтар бар) егеттәр менән шунда осрашырға һөйләшәбеҙ һәм 8-ләп подразделение яугирҙары гуманитар ярҙамды килеп ала. Әлбиттә, барыһы ла һөйләшелгәнсә килеп сыҡмай. Беренсе көнөбөҙ төньяҡ йүнәлешкә китә, һуң ғына Красный Лучҡа әйләнеп ҡайтабыҙ. Артабан башҡорт батальондары, Росгвардия. Уларға ла һәр ваҡыт инеп, хәлдәрен белешеп, тыуған яҡ күстәнәстәрен биреп сығырға тырышабыҙ. Ҡырымда ла техниканы ремонтлау подразделениеһы бар. Унда ла булабыҙ. Херсон, артабан - азат ителгән территориялар. Унда ла егеттәребеҙ күп. Йәмғеһе 4 тәүлек китә. Командировканы алдан хәстәрләйбеҙ. “Беҙ көттөк, килмәнегеҙ!” тип яҙған яугирҙар ҙа бар. Бәйләнешкә инеп, икенсе барғанда уларҙың хәлен дә белергә тырышабыҙ. Командировка 6-7 көн тәшкил итә. Шуның 3 тәүлеге юлға китә, кәмендә 8 мең саҡрым юл үтәбеҙ. Экономиялау маҡсатында прицеп һатып алдыҡ. Машинаға тағып, уны ла посылкалар менән тултырабыҙ. Һуңғы барғанда тағылмаға бортлы Уазик та тейәнек. Алып барып еткереп, егеттәргә тапшырҙыҡ. Ошолай йыш осрашып тороуҙан егеттәр ҡәнәғәт. Төрлөһөндә төрлө кәйеф, шулай ҙа тыуған ерҙән посылка алыу уларға көс өҫтәп, дәртләндереп ебәрә. Кәрәкле әйберҙәргә шунда уҡ исемлек төҙөйбөҙ. Кемгә нимә килтерергә кәрәклеген белеп ҡайтабыҙ. Был осраҡта беҙҙе ҡаршы алыусылар менән бәйләнеш булдырыу мөһим. Әлбиттә, барыһы ла уңышлы булмай. Һәр ваҡыт уңышлы, яйлы килеп сыҡмай. Йә улар алғы һыҙыҡҡа киткән, йә командировкала, йә икенсе сәбәп килеп сыға. Ҡайһы берҙә дошман дрондары әүҙемләшә. Шуға берәйһе аша тапшырырға, үҙебеҙгә барып етергә лә тура килә. Сәғәттәр буйы көтөп тә икенсе көнөнә генә осрашыу мөмкинлеге сыға. Посылкаларҙы кире алып ҡайтҡан осраҡтар һирәк кенә була. Белоретҡа ҡайтыу менән икенсе командировкаға әҙерләнә башлайбыҙ. Райондаштар ярҙам итергә һәр ваҡыт әҙер. Был ҡәһәрле һуғышҡа береһе лә битараф ҡарамай. Хатта икенсе ҡалалағы хеҙмәттәштәрем дә ихлас ярҙам итә. Ярҙам һәр ерҙән килә. Ошо берләштерә лә инде. Ғөмүмән, гуманитар ярҙам йыйыу буйынса район бигерәк тә әүҙем. Һәр ваҡыт машина тулы китә. Егеттәр отпускыға ҡайтҡандарында осрашып, аралашып ҡалырға тырышабыҙ. Ундағы хәлдәрҙе әллә ни һөйләп бармаһалар ҙа, улар менән осрашып, хәлдәрен, ниндәй ярҙам кәрәклеген белеү беҙгә мөһим. Утын килтереү, ярыу, йорт ҡы-йығын төҙөкләндереү кеүек эштәрҙә ғаиләләренә ярҙам итергә тырышабыҙ. Райондан махсус хәрби операция зонаһында булған яугирҙар күп. Ҡыйыу, ҡурҡыу белмәҫ райондаштарыбыҙҙы командирҙары ла һәр ваҡыт яҡшы яҡтан ғына телгә ала. Уларҙың көнкүреше төрлөсә ойошторолған. Егеттәр үҙҙәре лә күптән инде блиндаждар төҙөргә өйрәнгән. Ундағы хәл-торош йыш үҙгәреп тороу сәбәпле, пландар ҙа үҙгәрә. Бер ерҙә осрашырға һөйләшһәк, уларҙы икенсе урынға “ырғыталар”. Элемтә булмаған мәлдәр була. Ҡалдырып китһәк, мөмкинлектәре булғанда килеп алалар. Иң ауыры - егеттәребеҙҙе юғалтыу. Кем менәндер шәхсән аралашып китәһең, бәйләнеш тә булдырыла, осрашырға ла һүҙ ҡуйышаһың, икенсе килеүгә ул һәләк булған... Шуныһы аяныс. Беҙгә ярҙам иткән егеттәр хәҙер инде үҙҙәре махсус хәрби операция зонаһында. Районда гуманитар ярҙам йыйыу бер ваҡытта ла туҡталып торғаны юҡ. Күпселек осраҡта егеттәр үҙҙәре һораған кәрәк-яраҡты, атап әйткәндә, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек тупланмалары, кейем-һалым, дарыуҙар, дрондар. Халыҡ берҙәм, шәхси эшҡыуарҙар, учреждение, ойошма, предприятие вәкилдәре, райондаштар был эштә әүҙем. Мәктәп уҡыусылары тарафынан яҙылған хаттарҙы ла һала инек ылауға. Балаларҙың иҫән-һау һәм тиҙерәк еңеп ҡайтыуҙарын теләп яҙған хаттарын яугирҙар яратып уҡый. Гуманитар ярҙам йыйыуҙа ярҙам иткәндәргә рәхмәт һүҙенән башҡа нимә әйтәһең инде
тине һүҙен тамамлап етәксе.

Әлбиттә, махсус хәрби операция зонаһына ярҙам алып барыуҙар һуңғыһы булмаҫ. Тик был һуғышы ғына тиҙерәк тамамланһын. Илебеҙ тарихында халҡыбыҙ дошманға баш эймәгәндә, әле лә теҙләнмәҫ. Иң мөһиме, илебеҙ тыныслығы өсөн көрәшкән егеттәребеҙ иҫән булһын, тыуған яҡтарына имен-аман әйләнеп ҡайтһын!

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: