Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
1 Август , 15:56

Шундай һөнәр бар - Ватанды һаҡлау

Кадрҙағы офицер - күп йылдар фиҙаҡәр хеҙмәт иткән намыҫ һәм батырлыҡтың кәүҙәләнеше. Уның һын-һылаты һәм ыҫпайлығы ҡаҡшамаҫ дисциплина һәм ихтыяр көсө тураһында фекер тыуҙыра. Һәр аҙымы - ышаныслы, һәр хәрәкәте - уйланылған һәм маҡсатҡа йүнәлтелгән. Уның иғтибарлы ҡарашында уяулыҡ һәм хәлде тиҙ арала баһалау һәләте, ә йөҙөндә - ҡабул ителгән ҡарарҙар өсөн яуаплылыҡ алырға әҙерлеге сағыла. Тыйнаҡ һәм әҙәпле кадрҙағы офицер үҙенең профессионаллеге һәм тоғролоғо арҡылы кешеләрҙең ихтирамын һәм ышанысын яулай. Уның күп һанлы наградалары һәм күкрәк билдәләре менән биҙәлгән мундиры тәүәккәл эштәре һәм батырлыҡтары тураһында һөйләй. Ҡул аҫтындағыларға терәк һәм өлгө булып тора, тирә-яҡтағыларҙы Ватанға фиҙаҡәр хеҙмәт итеүгә илһамландыра. Уның һәр һүҙендә һәм эшендә тәжрибә һәм аҡыл ғына түгел, ә илен һәм уның граждандарын яҡлау өсөн тәрән яуаплылыҡ тойғоһо сағыла...

Шундай һөнәр бар - Ватанды һаҡлау
Шундай һөнәр бар - Ватанды һаҡлау

Оскар Ситдыҡов - кадрҙағы офицер. Тыуған ауылы мәктәбен, һуңынан Белорет лицей-интернатын тамамлаған үҫмер, хыялын тормошҡа ашырып, документтарын Санкт-Петербургтағы юғары уҡыу йортона тапшыра. Илдең иң боронғо хәрби уҡыу йорттарының береһе, Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре, башҡа министрлыҡтар һәм ведомстволар өсөн телекоммуникациялар һәм автоматлаштырыу өлкәһендә белгестәр әҙерләгән Советтар Союзы Маршалы С.М. Буденный исемендәге Хәрби элемтә академияһын уңышлы тамамлағандан һуң, йәш белгесте распределение буйынса Бүрәт Республикаһына ебәрәләр.

2012 йылдан республиканың Кяхта ҡалаһында урынлашҡан 37-се айырым гвардия мотоуҡсылар бригадаһында хеҙмәт юлы үткән (Е.А. Щаденко исемендәге Ҡыҙыл Йондоҙ орденының айырым гвардия Будапешт Ҡыҙыл Байраҡ мотоуҡсылар берләшмәһе) разведка ротаһы командиры үҙен күп тапҡырҙар аҡыллы һәм грамоталы офицер, ҡыйыу ойоштороусы итеп күрһәтә. Тырыш хәрбиҙе командование ла күрә. Артабан хәрби Улан-Удэлағы Көнсығыш хәрби округы составында Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәренең берләшмәһе - 36-сы дөйөм ғәскәр армияһы штабында хеҙмәтен дауам итә.

Февраль, 2022 йыл. Илдә махсус хәрби операция башлана. Әле Рәсәй, республика халҡы тыныс тормош алып барғанда, ғүмерен армияға, Тыуған иленә хеҙмәт итеүгә бағышлаған хәрбиҙәр ҡулына ҡорал алып, неонацистарға ҡаршы сыға. 36-сы дөйөм ғәскәр армияһы махсус хәрби операцияның тәүге көндәренән үк төп йүнәлештәрҙә алыша. “Север” (“Төньяҡ амурҙары”нан алынған) позывнойлы разведка подразделениеһы начальнигы вазифаһын башҡарған Оскар Ихтибар улы Украинаның барлыҡ өлкә-республика (Луганск Халыҡ Республикаһынан тыш), йүнәлештәрендә тиерлек була һәм уның етәкселеге аҫтындағы подразделение дошманды нығытмаларҙа аяуһыҙ ҡыҫырыҡлай.

Сүриәлә хәрби командировкаларҙа сынығыу алған офицер үҙ һөнәрен ҙур хәрби коллективтарҙың эшмәкәрлегенә идара итә, йүнәлтә һәм бер маҡсатҡа буйһондора белгән кешеләрҙеке, тип иҫәпләй.

“Офицерлыҡ киләсәге тураһында хыялланғандар был һөнәрҙең ҙур яуаплылыҡ талап итеүен аңлай, кәрәк икән ул беренсе булып һөжүмде үҙ өҫтөнә ала. Уның иңенә кешеләр ғүмере, ғөмүмән, илдең хәрби именлеге өсөн көрәшеү бурысы ҡуйылған”, - ти ул.

2024 йылдың февралендә Рәсәй Президенты Владимир Путин Федераль Йыйылышҡа мөрәжәғәтендә, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар ил эшмәкәрлегенең күп өлкәләрендә етәксе дәүләт вазифаларын биләргә тейеш тигәйне. Владимир Владимирович билдәләүенсә, илдең ысын элитаһы булып 90-сы йылдарҙа байығандар түгел, ә хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар тора. Был идеяны тормошҡа ашырыу өсөн 1 марттан “Батырҙар дәүере” махсус белем биреү проектын булдырырға ҡушты.

“Һис шикһеҙ, хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыу кешене үҙгәртә - был ысынбарлыҡ. Ҡиммәттәрҙе яңынан баһалау бара. Кеше ғаиләһен, туғандарын, Тыуған илен нығыраҡ ҡәҙерләй башлай, һәр минутын файҙалы үткәрергә тырыша. Тыуған илгә ҡарата айырым мөнәсәбәтем, халҡыма булған ихтирамым, йолаларҙы хөрмәт итеү теләге, милләтем өсөн ғорурлыҡ һәм илебеҙҙең еңеүе - былар барыһы ла хәрби хеҙмәтемде тамамлағас, тупланған тәжрибәмде һәм көсөмдө тыуған республика һәм бөйөк ил мәнфәғәтенә кәрәкле йүнәлешкә йүнәлтергә теләк уятты...

Халыҡтың йәшәү сифатының үҫеше һөҙөмтәле менеджментҡа бәйле. Күпселек граждандар, әгәр етәксе яҡшы булһа, уға ярҙам итә. Тап лидерҙың сифаттарына билдәләнгән маҡсаттарҙың уңышы бәйле. Эшемдә алған тәжрибәне системалаштырырға, һәр хатаны ҡабатламаҫ өсөн шәхси ҡағиҙәләр йыйылмаһында образлы яҙып ҡалдырырға тырышам. Хеҙмәттәштәрем мине ҡаршылыҡтарға һәм ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, һөҙөмтәле эш ойоштороу һәләте менән баһалай. Уңышҡа ынтылыу һәм эште дауам итеү тирә-яҡтағыларға илһам һәм мотивация сығанағы булыуымды күрергә ярҙам итә”, - тип яҙғайны Оскар конкурс нигеҙендә яҙған эссеһында (өҙөк кенә алынды).

Ил Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырылған программа власть органдарында һәм дәүләт учреждениеларында етәксе вазифаларға белгестәр әҙерләүгә йүнәлтелгән. Яугирҙар “Рәсәй лидерҙары” конкурсында ҡулланылған алымдар буйынса һайлап алыу үткәндәргә Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Рәсәй халыҡ хужалығы һәм дәүләт хеҙмәте академияһының (РАНХиГС) Юғары дәүләт идара итеү мәктәбе платформаһында онлайн-уҡыуға инеү мөмкинлеге бирелә. Ә һайлап алыуҙы үткәндәр “Сенеж” идара итеү оҫтаханаһында Дәүләт идаралығы юғары мәктәбе программаһы буйынса уҡырға мөмкинлек ала. Ике йыл махсус хәрби операцияла булған, Батырлыҡ ордены һәм "Батырлыҡ өсөн" миҙалы кавалеры Оскар Ситдыҡов та программала ҡатнашырға теләк белдергән 44 мең яугир араһынан һайлап алынған 83 хәрбиҙең береһе.

Хәрбиҙәр ике ай дауамында интенсив уҡыуҙар үтте, илдең төрлө тармаҡтарҙағы алдынғы эксперттары лекцияларын тыңланы һәм дәүләт хеҙмәтендә эшләү нигеҙҙәре менән танышты. "Батырҙар дәүере" программаһының беренсе ағымының тәүге модуле 19 июлдә тамамланды. Әле Оскар Башҡортостан Башлығы хакимиәтендә әүҙем стажировка үтә, остазы итеп республика Башлығы Радий Хәбировты һайлаған.

Уның фекеренсә, хәрби хәрәкәттәрҙә Ҡораллы Көстәр сафында дәүләттең көнүҙәк мәсьәләләренә икенсе күҙлектән ҡараған күп кенә әүҙемдәр барлыҡҡа килә.

“Беҙҙең хәрбиҙәр өсөн үҙ потенциалын йәмғиәт һәм дәүләт файҙаһына эшләүҙә ҡулланыу уникаль мөмкинлек”, - тип программала ҡатнашыуын шулай баһалай.

Ошо көндәрҙә республика етәксеһе Радий Хәбиров хәрби бурысын үтәгәндә күрһәткән ҡыйыулығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Оскар Ситдыҡовҡа Шайморатов генерал орденын тапшырҙы.

- Кесе Ватаныбыҙ - БашҡортостанРеспубликаһы Башлығы ҡулынаношондай юғары награданы алыу - минең өсөн ҙур мәртәбә, - тине ОскарСитдыҡов. - Радий Фәрит улына,ниһайәт, тыуған яғыма ҡайтырғаярҙам иткәне өсөн рәхмәт һүҙҙәренәйткем килә. 2007 йылдан алып Рәсәй буйлап йөрөйөм, хыялымды тормошҡа ашырыу өсөн үҙенсәлекле мөмкинлек бирҙегеҙ.

Ысынлап та, уны офицер ҡатыны - Динара Рәмил ҡыҙы,ҡыҙҙары София һәм Дарина,тыуған ауылы – Үҙәнбашта әсәһе Зифа Ғиниәт ҡыҙы,яҡындары һәм тыуған республикаһы көтә. Ике тиҫтә йылға яҡын ил именлеге һағында торған майор Ситдыҡов артабан да республика мәнфәғәтенә тырышып эшләренә иманыбыҙ камил.

Автор:Эльвира Хамзина
Читайте нас: