Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
17 Октябрь , 15:39

Халыҡ рухы тураһында йырлаусы

Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле үҙенең 35 йыллыҡ юбилей тантанаһын билдәләне.  

Халыҡ рухы тураһында йырлаусы
Халыҡ рухы тураһында йырлаусы

Һәр төйәктә ошо ергә хас милли колорит менән һуғарылған, халҡының рухи асылын, алтын аҡылын сағылдырған фольклор төркөмдәр бар. Тап улар быуындан быуынға тапшырылған мәҙәни мираҫты, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы һаҡлаусы, үҫтереүсе лә. Ошондай ижади коллективтарҙың береһе - Шығай ауылының “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле лә, 35 йыл дауамында халҡыбыҙҙың ауыҙ-тел ижадын пропагандалай, ошо төйәктең генә түгел, тотош төбәктең милли мәҙәниәтен үҫтереүгә тос өлөш индерә.

“Гөлнәзирә” фольклор ансамбле 1989 йылда Сәлимә Нәғим ҡыҙы Татлыбаева тарафынан ойошторола. Тынғыһыҙ, дәртле ханым Шығай ауылының йыр-моңға маһир ҡатын-ҡыҙҙарын, инәйҙәрен ижади коллективҡа туплап, тиҙ арала үҙҙәрен танытып та өлгөрә. Музыкаль яҡтан биҙәүсе Иршат Шәғәлин иһә тиҫтә йыл ижади төркөмдөң алыштырғыһыҙ баянсыһына әүерелә. 

 Ауыл сәхнәләрендә генә сығыш яһау менән сикләнмәй улар - район, республика кимәлендә уҙған төрлө смотр-конкурстарҙа ҡатнашып, танылыу яулай. Йылдан-йыл үҫешкән, оҫтара, камиллаша барған ансамбль 1998 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты инаугурацияһында сығыш яһау бәхетен татый. Һуңғараҡ иһә, 2000 йылдың 14 апрелендә, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 55 йыллығына арналған “Еңеү салюты” республика конкурсында ижади коллективҡа “Халыҡ” исеме бирелә.

2004-2010 йылдар арауығында “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле менән өс тиҫтә йыл ғүмерен Шығай ауыл мәҙәниәт йортона арнаған Гөлниса Үҙәнбаева етәкселек итә. Был осорҙа ла “Гөлнәзирә”ләр уңышлы сығыштары менән һөйөндөрә, ошо төйәккә хас йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе тергеҙә. Коллектив ағзалары инструменталь сығыш менән Мәсетле районында уҙған республика конкурсында I урын яулай.

2010 йылдан алып коллектив йәш, талантлы белгес Зилә Хажина етәкселеге аҫтында эшмәкәрлек итә. “Халыҡ” тигән маҡтаулы исемде лә ошо көнгәсә намыҫлы яҡлай улар. Эйе, “Гөлнәзирә” халыҡ ансамбле бөгөн дә алғы сафта. Бөрйән районында, Силәбе өлкәһенең Һатҡы, Магнитогорск ҡалаларында, Әбйәлил районында ерле йолаларҙы күрһәтеү буйынса ижади лабораторияларҙа ҡатнаша. Әйткәндәй, уларҙың мөнәжәт, дини йырҙарын өйрәнергә, яҙып алырға Дондағы Ростов һәм Өфө ҡалаларынан студенттар ҙа килде. Экспедиция башында торған Мәскәү ҡалаһындағы Юғары иҡтисад мәктәбенең Яҡын Көнсығышты өйрәнеү фәнни-белем биреү секцияһы етәксеһе, тарих фәндәре кандидаты, шәрҡиәтсе Ирина Царегородцева “Гөлнәзирә”ләр менән теләп аралашты. Күптән түгел коллектив төбәк Башлығы грантына ойошторолған “МегаСело” республика проектында ҡатнашты.

“Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамблен ҡотларға бихисап абруйлы ҡунаҡтар, райондың фольклор ансамблдәре, ауыл халҡы йыйылды. Тәүгеләрҙән булып һүҙ алған район мәҙәниәт идаралығы начальнигы Ольга Овчинникова, район Мәҙәниәт йорто директоры Әлиә Вәлиева үҙ сығыштарында ижади коллективтың милли мәҙәниәтте үҫтереүгә тос өлөш индереүен, рухи мираҫ һағында тороуын билдәләнеләр.

Ольга Борисовна мәҙәниәт өлкәһендә намыҫлы хеҙмәт иткән фиҙаҡәрҙәрҙе тәбрикләп, Маҡтау ҡағыҙҙарын тапшырҙы. Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының художество етәксеһе Дилбәр Рәхмәтова - Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығының, “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле етәксеһе Зилә Хажина, баянсы-аккомпаниатор Илдар Ямалетдинов Республика халыҡ ижады үҙәгенең Рәхмәт хаттары менән бүләкләнделәр. Оҙаҡ йылдар ансамблдең алыштырғыһыҙ ағзалары булған Гөлнара Хәтиуллина, Эльвира Сәйәхова, Сәүиә Белоусова, Мәрйәм Хажина, һәр сарала әүҙем ҡатнашҡан Сафур Хәтиуллин, Шығай күп тармаҡлы ауыл клубының тауыш операторы Нурсилә Гнедкова район мәҙәниәт идаралығының Рәхмәт хаттары менән баһаландылар.

Район мәҙәниәтен үҫтереүгә ҙур өлөш индергән Фәтих Мөхәмәтдинов, Һарун Минһажев, Алмабикә Ғәлиуллина, Гөлниса Үҙәнбаева, Венера Эниева, Лира Хәйруллина район Мәҙәниәт йортоноң Рәхмәт хаттары менән тәбрикләнһә, хеҙмәтенә мөкиббән бирелгән эшмәкәрҙәр - Шығай күп тармаҡлы ауыл клубы мөдире Сәғирә Ғәлиуллина, “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле ағзалары - Динә Ҡәнәфина, Зилә Ғәликәева, ансамблдең элекке ағзаһы, һәүәҫкәр йырсы, ҡурайсы Илназ Үҙәнбаев, Шығай ауыл “Тамъян” модель китапханаһы белгесе Ольга Ғәлиуллина муниципаль район Советының Почет грамоталарын алып һөйөндө.

Район хакимиәтенең агросәнәғәт секторы, ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау, прогнозлау бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова “Гөлнәзирә” халыҡ фольклор ансамбле ағзаларының һәр йәһәттән әүҙем, берҙәм, ойошҡан булыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды. Ул хакимиәт исеменән коллективты “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” программаһы буйынса Учалы ҡалаһының иҫтәлекле урындарына сәйәхәт менән бүләкләне.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы, Урал аръяғы райондары кураторы Хәлил Рәхмәтуллин йыйын халыҡты сәләмләп, изге теләктәрен еткерҙе. Башҡорт халҡының мәҙәниәтен, тарихын һанлаған, милли йолаларҙы тергеҙеүҙә, телгә һөйөү тәрбиәләүҙә әүҙем ҡатнашҡан илһөйәрҙәр - Сәлимә Татлыбаева, Нурбикә Ҡәнәфина, Рәмил Ғәлиуллин, Иршат Шәғәлин, Мөхәмәт Түлебаев Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының Рәхмәт хаттары менән наградланды.

Мәҡәләне тулыһынса гәзиттең 42-се һанында уҡырға мөмкин.

Автор:Нэркэс Сулейманова
Читайте нас: