Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
17 Октябрь , 12:26

Мутлашыуҙа ғәйепләнеүсене ҡулға алынды

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең енәйәт эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре бер нисә йыл эсендә 25 кешене 9 миллион һумдан ашыу суммаға алдаған мутлашыуҙа ғәйепләнеүсене ҡулға алды.

Мутлашыуҙа ғәйепләнеүсене ҡулға алынды
Мутлашыуҙа ғәйепләнеүсене ҡулға алынды

2019 йылдан алып Белорет полиция бүлегенә ике тиҫтәнән ашыу граждан мөрәжәғәт иткән, улар урында йәшәүсе шәхси эшҡыуарҙың уларҙан ағас материалдары өсөн аҡса алыуын, әммә, ысынында тауарҙы бирмәүен белдерә.

Ғариза биреүселәр бер үк нәмә тураһында һөйләй: улар ир менән пилорама продукцияһын килтереү тураһында яҙма, йәки телдән килешеү төҙөй, уға аҡса тапшыра, әммә ул үҙ бурыстарын үтәргә ашыҡмай. Шул уҡ ваҡытта заказсыларға эшҡыуар ваҡытлыса финанс ауырлыҡтары барлығын, аҡсаны кире ҡайтарыуҙан баш тартмауын һәм үҙенең ғәмәлдә ағас ҡырҡыу заводын булыуына ышандыра. Зыян күреүселәр араһында физик һәм юридик шәхестәр ҙә бар, зыян суммаһы 6 мең һумдан 2 миллион һумға тиклем.

Эшҡыуар һатып алыусыларға аҡсаны кире ҡайтарырға вәғәҙә биреүенә ҡарамаҫтан, тәртип һаҡсылары уның эшендә яуыз ниәт күрә, сөнки ир, элекке бурыстарын түләмәйенсә, яңы клиенттарҙан аҡса алыуын дауам итә һәм уларға ағас материалдары бирергә йыйынмай. Йәғни, ҡатнашыусылар араһындағы килешеүҙәр гражданлыҡ-хоҡуҡи мөнәсәбәттәрҙән енәйәт хоҡуғы өлкәһенә күсә. Һәр осраҡҡа мутлашыу факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла.

Район буйынса тәфтиш бүлеге бөтә енәйәт эштәрен бер производствоға берләштереү тураһында ҡарар ҡабул итте. Тикшереү дауам итә. 36 йәшлек Белорет кешеһе һаҡ аҫтына алынған.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: