Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
18 Октябрь , 15:40

"Оло кешенең социаль портреты"

Конкурста ҡатнашығыҙ!

"Оло кешенең социаль портреты"
"Оло кешенең социаль портреты"

Рәсәй Социаль фондының Белорет ҡалаһы һәм районы буйынса Клиент хеҙмәте (элекке район-ҡала Пенсия фонды идаралығы), муниципаль район хакимиәте, етерандар советы һәм “Урал”, “Белорецкий рабочий” гәзиттәре тарафынан “Оло  кешенең социаль портреты” конкурсы иғлан ителә. Ун дүртенсе тапҡыр ойошторолған конкурс 15 октябрҙән 15 декабргә тиклем дауам итә.

Түбәндәге темалар буйынса эштәр ҡабул ителә:

► “Мин һәм китап”.

► “Актив кешенең портреты” (тормоштағы ҡыҙыҡһыныуҙар, хобби, спорт һ.б.).

► “Тыл - фронтҡа” (махсус хәрби операциялағы яугирҙарға ярҙам итеү).

► Аҡлы-ҡаралы фото тарихы (ретро-фотолар).

Яҙма эштәр “Урал”, “Белорецкий рабочий” гәзиттәре мөхәрририәтендә, фотоэштәр Белорет ҡалаһыһәм районының Клиент хеҙмәтендә (Киров урамы,48) йәки [email protected] электрон почтаһы аша ҡабул ителә.

Конкурста ҡатнашырға ашығығыҙ, һеҙҙе иҫтәлекле бүләктәр көтә!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: