Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
18 Октябрь , 11:27

Телһеҙ башҡорт булмайыҡ!

"Урал"ды һаҡлап ҡалыу - район-ҡалала йәшәгән башҡорттарҙың мөҡәддәс бурысы!

Телһеҙ башҡорт булмайыҡ!
Телһеҙ башҡорт булмайыҡ!

Хѳрмәтле милләттәштәр! 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына "Урал" гәзитенә яҙылыу бара. Осһоҙораҡ хаҡҡа яҙылыу декадаһы ла үтеп китте. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, белореттар әүҙемлек күрһәтмәне. Әлегә ни бары 62 кеше генә 2025 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылған. Район-ҡалала 34 мең башҡорт йәшәй. Уларҙың яртыһы үҙ телен белмәй тигәндә лә, 17 мең башҡорт ҡайҙа булған һуң?

Беҙҙең бурыс - һеҙгә тормошта ярҙам итеү, районыбыҙҙа йәшәгән башҡорттар, тѳрлѳ ѳлкәләрҙә эшләгән милләттәштәребеҙ, медицина, мәғариф, мәҙәниәт өлкәһе хеҙмәткәрҙәре, эшҡыуарҙар, Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан батырҙар тураһында, кѳнитмешебеҙ хаҡында, ѳлгѳлѳ һәм татыу ғаиләләр, йәмәғәт ойошмалары эшмәкәрлеге, хеҙмәт һөйгән тырыш кешеләр, һәләтле йәштәр, үҫеп килгән балалар хаҡында яҙыу. Тел, ил яҙмышы, башҡорт донъяһы, матур ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ, йолаларыбыҙ, яңы башланғыстар тураһында бәйән итеү. “Урал” ул бар өлкәләрҙе лә, башҡорт донъяһын үҙ янына йыйып алған йәшел утрау кеүек. Һеҙ ҙә үҙ сиратығыҙҙа райондың йәме булған ошо утрауға терәк булығыҙ! Уянығыҙ  милләттәштәр! Башҡорт гәзитенә яҙылып, уны һаҡлап алып ҡалайыҡ!

Баҫмабыҙға яҙылыусыларҙы дәртләндереү маҡсатында гәзитебеҙ матур бүләктәр әҙерләгән. Бүләктәр араһында ит турағыс, пар үтеге, хужабикәләргә вафельница һәм башҡа гәзит хаҡынан да ҡыйбатыраҡ бүләктәр әҙерләнгән. Квитанциялар килә башлау менән "Аҙна бүләге" лотерея уйынын башлайбыҙ. Гәзиткә яҙылығыҙ ҙа квитанцияғыҙҙың күсермәһен мѳхәрририәткә ебәрегеҙ. Үҙегеҙҙең почтальондарығыҙ ҙа квитанцияларығыҙҙы йыйып ебәрә ала. Гәзиткә мѳхәрририәткә килеп тә яҙылырға мѳмкин. Ҡалала йәшәгәндәрҙе үҙебеҙ ҙә барып яҙҙырабыҙ, телефон аша ла мѳмкин. Һәр ауылда тиерлек почтальондар бар. Үҙегеҙ ҙә почта бүлексәләренә барып яҙыла алаһығыҙ. Лотерея уйынында тик 6 айға яҙылғандар ғына ҡатнаша. Квитанциялар күсермәһен гәзиттең электрон почтаһы аша: ural_ [email protected], почта аша: Белорет ҡалаһы, Октябрҙең 50 йыллығы урамы, 55/1. "Урал" гәзите редакцияһы, ватсап аша ла мѳмкин.

Хөрмәтле милләттәштәр! Рухлы булайыҡ, һан, сифат, белем яғынан да, матур йәшәү яғынан да алдынғылыҡты бирмәйек! “Урал”ға һәр дана ҡәҙерле булыуын иҫебеҙҙән сығармайыҡ, тиражын арттырыу өҫтөндә эшләйек.

“Урал”ды намыҫ итеп алдырайыҡ, сөнки гәзиттең тиражы ошонда йәшәгән халыҡтың берҙәмлеген күрһәтә. Уны һаҡлап ҡалыу район-ҡалала йәшәгән башҡорттарҙың мөҡәддәс бурысы! 

Гәзиткә яҙылыу хаҡтары:
1 айға - 196 һум 85 тин;
3 айға - 590 һум 55 тин;
6 айға - 1181 һум 10 тин.

МѲХӘРРИРИӘТ.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: