Ғариза биреүсе һөйләүенсә, киске ваҡытта уға мессенджерҙа таныш булмаған ирҙән видеошылтыратыу килгән. Уның артында Белорет ҡатынының тупланмаһы булған банктың логотибы менән плакат күренә, ә шылтыратыусы үҙен был финанс ойошмаһы хеҙмәткәре итеп таныта.
Менеджер клиентҡа уның иҫәбенән рөхсәтһеҙ аҡса күсереүҙәр булыуын хәбәр итә һәм картаны ябырға тәҡдим итә. Ҡатын таныш булмаған кешегә ышана һәм ризалаша, ә бер нисә көндән банк ҡушымтаһында уның иҫәбендәге бөтә аҡсаның билдәһеҙ кешегә күсерелеүен асыҡлай. Килтерелгән зыян суммаһы - 990 мең һум тәшкил итә.
Был хәлгә ҡарата банк иҫәбенән ҙур күләмдә аҡса урлау факты буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Оперативниктар һәм тәфтишселәр ваҡиға шарттарын тикшерә. Яҡынса версия буйынса, ғариза биреүсе уяулығын юғалтып, аферистарға телефонына алыҫтан инеү мөмкинлеген биргән. Полиция һәр саҡ уяу булырға иҫкәртә. Мутлашыусылар бөтә ысулдар менән ышанысҡа инергә тырыша, теләһә кем булып күренергә һәм төрлө һылтауҙар менән аҡсағыҙҙы урлауҙары мөмкин. Әгәр финанс тураһында һүҙ барһа, сит кешеләр менән һөйләшеүҙе шунда уҡ туҡтатығыҙ!
Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.