► Атай-әсәйегеҙҙең көтөп алған берҙән-бер сабыйы булып донъяға килгәнһегеҙ...
- Бала саҡта, “Нишләп әсәйең оло?” - тип һорай торғайнылар. Эйе, әсәйемдең 42 йәшендә генә тапҡан бер бөртөгө мин. Йөрәк сире менән яфаланғас, табиптар ҡабат балаға уҙырға ла ҡушмаған. Әсәйем Рәсимә Бәхтегәрәй ҡыҙы ғүмере буйы башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләне. Белорет педагогия училищеһын, Магнитогорск педагогия институтын тамамлап, Манышты ауылынан беренсе юғары белем алған кеше ул. Әсәһе иртә вафат булғас, биш туғанын үҫтереп, аяҡҡа баҫтырған. Һәр ҡайһыһын башлы-күҙле иткәс кенә, ҡырҡ йәшендә, үҙе кейәүгә сыға. Атайым Сабир Хәйрулла улы Арышпарҙа тыуып үҫкән. Өфө урман хужалығы техникумынан һуң ағас эшкәртеү хужалығында бригадир, инженер булып эшләгән. Бик ихтирамлы, эшһөйәр кеше ине тиҙәр уның хаҡында. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, миңә дүрт йәш тулғанда сирләп үлеп ҡала. Шул көндән алып әсәй менән икәүләп кенә донъя көттөк. “Кеше балалары менән булышып, һинең нисек уҡығаныңды ла белмәйем”, - тиер ине әсәйем. Ә мин тырыш булдым, ҡәҙерлемдең йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәнем.
► Интернет селтәрендә блогығыҙҙы күҙәтеп барыусылар һеҙҙе ғәйәт уңған, тилбер, эшһөйәр хужабикә итеп белә. Бер бөртөк булһағыҙ ҙа, бәләкәйҙән эшкә өйрәнеп үҫкәнһегеҙ, күрәһең.
- Әсәйем һәләк уңған булды. Бер бөртөк тип микән, мине ҡурсып, эш ҡуша һалып барманы. Ҙурая биргәс кенә яйлап ҡул араһына индем. Бер заман әсәй шифаханаға китте, ә мин апайымда ҡалдым. Көн дә донъябыҙҙы ҡарап, тикшереп килгән булам. Тик тәҙрә төптәрен шау сәскәгә күмгән гөлдәрҙә генә эшем булмаған икән. Һулыған гөлдәрен күреп, әсәй пыр туҙҙырҙы үҙемде. Уның асыулы сағын ана шунда күрҙем. Эйе, артыҡ йомошап ултырмаһа ла, теге йә был эштең рәт-сиратын төшөндөрөп, һеңеҙеп үҫтерҙе. Хәҙер бына ваҡыт үтеү менән барса эште тап уныңса башҡарғанымды аңлайым.
► Булыр бала - бишектән, тиҙәр. Сәнғәт донъяһына юл бәләкәй саҡтан уҡ һалынғандыр, моғайын.
- Инйәр балалар музыка мәктәбе асылғас, класыбыҙҙың бөтә ҡыҙҙары менән шунда барып яҙылдыҡ. Әммә уны мин генә тамамланым, башҡалар ташлап бөттө. Ошо белем усағын булдырыуҙы даулаған, миңә баянда уйнау серҙәрен төшөндөргән Фәрхәнә апайым Ҡотломөхәмәтова директор ине. Сәнғәт донъяһына тап ул йүнәлеш биргәндер, тим.
Ни тиһәң дә, тәбиғәттән һалынған һәләт, ижади ҡеүәт булғандыр инде. Яйлап йыр менән дә мауыға башланым. Әммә үтә оялсанлығым, баҙнатһыҙлығым арҡаһында бер кем дә сәнғәткә китер тип уйламаған, күрәһең. “Бәй, Нәркәстең тауышы бармы ни ул, йырлағанын ишеткәнебеҙ юҡсы”, - тип бот сапты бәғзеләр. Әйтергә кәрәк, рус мәктәбенең башланғыс кластарында уҡығанда, уҡытыусы мине гелән солистка итеп ҡуя ине. Тимәк, һәләтемде тойомлаған, күргән. Өлкән кластарҙа ла төрлө сараларҙа ҡатнашырға ҡуша торғайнылар. X класта уҡығанда Сермәндә тәүге тапҡыр Заһир Исмәғилев призына йырсылар конкурсы уҙҙы. Йөйәктән килгән бәләкәй генә малай, бөгөн иһә танылған йырсы Искәндәр Ғәзизов - I, ә мин II урын яуланым. Әле булһа ла хәтеремдә, осраҡлы машиналар менән кискә табан ғына һуңлап барып еткәйнек унда. Башҡорт халыҡ йыры “Һандуғас” менән “Дәрүишхан” төркөмөнөң “Айгөлөм” йырын башҡарҙым.
Дөрөҫөн әйткәндә, “дәрүиш”тәрҙең ижады миңә ысын мәғәнәһендә этәргес көс булды. Башҡорт эстрадаһының баш ҡалҡытып ҡына торған сағы ине. Бер шулай тәҙрә йыуам, стенала элеүле торған радионан, йәштәр тауышы тип, “Дәрүишхан” төркөмөнөң "Лилиәм" йырын иғлан иттеләр. Башҡортса ла шундай музыка бармы ни, тип шаңҡып ҡалдым. Халыҡсан көйҙәр генә ишетеп үҫкән быуынға был ҙур асыш төҫлө ине. Шунда уҡ гәзит-журналдарҙан йәш төркөмдөң фотоһүрәттәрен табып, стенаға йәбештереп ҡуйҙым. Әсәйем иһә, шул да булдымы йырсылар, тип ғәжәп ҡыла. Башҡорт музыкаһына ғашиҡ иткән тәүге кумирҙарым булды улар. Хәйер, нисәмә йылдар уҙҙы, әммә минең өсөн һаман “дәрүиш”тәргә етеүсе юҡ һымаҡ. Әле бына 16 йәшлек улым да ошо төркөмдөң ижадын тыңлап, иҫ-аҡылы китә. Үҙем дә булмышым менән “рокерша”, поп-йырсы. Был стиль эске торошомдо, бунтарь асылымды ла ҡылыҡһырлайҙыр.
► Зат-зәүерегеҙҙә артистар, сәнғәт кешеләре бармы? Һеҙҙең буласаҡ һөнәрҙе яҡындарығыҙ нисек ҡабул итте?
- Нәҫелебеҙҙә профессиональ артистар, музыка белгестәре булмаһа ла, һәммәһе лә үҙенсә талантлы. Берәүҙәр матур йырлай, икенселәр баянда, мандолинала оҫта уйнай. Атайым да юғары зауыҡлы, ижади кеше булған. Һоҡланғыс итеп һүрәт төшөргән, матур яҙған. Хатта заманында рәсем, һыҙма дәрестәрен уҡытҡан.
Сәнғәт юлын һайлауымды белгәс, эйе, күптәр ғәжәп ҡылды. Ике туған ағайым ул ваҡытта медицина институтын тамамлап йөрөй ине. “Бына һинән шәп балалар табибы сығасаҡ”, - тигәйне ул нишләптер. Уҡытыусылар мине филология, тарих факультеттарына әҙерләне. Немец телен дә яҡшы белдем, олимпиадаларҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай торғайным. Өфөнән килеп төшөп, сәнғәт училищеһына уҡырға индем, тигәс, барыһы ла шаҡ ҡатты. Филология факультетына әҙерләгән уҡытыусым хатта үпкәләп тә йөрөнө.
Сәнғәт училищеһының хор менән дирижерлыҡ итеү бүлегендә төплө музыкаль белемгә эйә булдым. Тап ошо уҡыу йортонда Айрат Ҡобағошов, Нур Дауытов кеүек билдәле композиторҙарҙан йырҙар яҙырға өйрәндем дә инде. Училищенан һуң Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының театр факультетында драма режиссураһы бүлегендә уҡыным. Эстрада режиссураһы менән шөғөлләнеү ине теләгем. Бында иһә бөтөнләй икенсе донъя, гөрләп торған ижади контингент! Иң мөһиме, ҡайҙа ғына уҡыһам да, ян-яҡлап үҫештем, камиллаштым.
► Ижад иткән тәүге йырығыҙҙы хәтерләйһегеҙме?
- Мәктәптең сығарылыш кисәһендә Абдулхаҡ Игебаевтың һүҙҙәренә “Әсә күңеле” тигән тәүге йырымды гитарала уйнап башҡарҙым. Уны әсәйҙәребеҙгә рәхмәт һүҙе булараҡ ижад иткәйнем.
► Ә ҙур сәхнәгә ҡасан аяҡ баҫтығыҙ?
- Элек-электән Салауат Юлаев майҙаны йәш-елкенсәктең күңел асыу урыны булды. 1999 йылда Йәштәр көнөндә бына шунда тәүге тапҡыр Рауил Шаммасов һүҙҙәренә яҙған “Тыуған яғым” йыры менән ҙур сәхнәгә сыҡтым. Майҙан тулы халыҡ алдында сығыш яһағанда тулҡынланыу ҙа, шул уҡ мәлдә үҙ-үҙем менән ҡәнәғәтлек тойғоһо ла кисергәйнем. Маҡсатҡа табан юлда иңгә ҡанат ҡуйған ныҡлы аҙым булды был. Хәйер, мин бала саҡтан еңмеш, ныҡыш булып үҫтем, теләгемә ирешмәйсә ҡуйманым (ихлас көлә).
► Ижадығыҙҙың нигеҙен тәшкил иткән, һеҙҙән йондоҙ яһаған йыр.
- 2002 йылдың аҙағында Артур Туҡтағолов үҙенең концертына саҡырҙы. Ул мәлдә ярайһы уҡ популярлыҡ яулаған йәш йырсы инем. Артур ағай иһә беҙҙең кеүектәрҙе күреп, ярҙам итергә генә тора. “Бына бер нисә йырым бар, һайлап ал”, - тигәс, мин “Йөрәгемдә һайрай һандуғас”ты оҡшатып, тамашасы хөкөмөнә сығарҙым. Әйткәндәй, беҙ уны бер нисә тапҡыр яҙҙырҙыҡ. Әллә нимәһе оҡшап етмәй ҙә ҡуя. Өсөнсө тапҡырында студияға осраҡлы ғына рәүештә Янбулат Мөхәмәтдинов килеп инде. Шулай итеп, уның менән яҙатайым яҙҙырған бэк-вокал арҡылы, ниһайәт, эште еренә еткереп, тамамлап ҡуйҙыҡ.
Тап шул осорҙа Бүрәт Республикаһында уҙған халыҡ-ара эстрада йыры фестивалендә ҡатнашҡайным. Унда ике аҙна самаһы йөрөп ҡайтыуға, бына һиңә - радиоалғыстарҙан, ятаҡ тәҙрәләренән, үткән-һүткән машиналарҙан ошо йыр ағыла. Эйе, күпме ғүмер уҙһа ла, “Йөрәгемдә һайрай һандуғас” һаманғаса визит карточкам булып ҡала килә. Уның ижадымда ниндәй урын биләгәнен, әһәмиәтен һуңғы йылдарҙа ғына аңланым. Ғөмүмән, артист өсөн репертуарында ошондай йырҙың булыуы оло бәхеттер, тим. Йәштәр араһында Мәрйәм Закирйәнова һүҙҙәре, Рөстәм Әбдиев көйөнә ижад ителгән “Һиңә генә” тигән йырым популярлыҡ яуланы. Бүрәт Республикаһына тап ошо йыр менән барғайным. Сығышымдан һуң бөтә зал аяҡ үрә баҫып дәррәү ҡул сапты. Ундай көслө алҡыштарҙы хатта үҙ яғымда ла ишеткәнем булманы.
► Әйткәндәй, был конкурсҡа япа-яңғыҙ барырға нисек йөрьәт иттегеҙ?
- Республиканан ситтә уҙған ҙур фестивалдә тәүге тапҡыр ҡатнашыуым ине ул. Минең менән барырға те-
йешле вәкилдәр ниндәйҙер сәбәптәр арҡаһында тороп ҡалды. Бер үҙем йыраҡ сәфәргә юлланыуымды хатта әсәйем белмәне. Поезға ултырғас, әллә төшөп кенә ҡалайым да ҡуяйым микән, тип бөттөм. Әлеге лә баяғы үтә яуаплылығым үҙемә тапшырылған миссиянан баш тартырға бирмәне. Шул Бүрәт опера театры сәхнәһендә көслө алҡыштар, афариндар аҫтында торғанда, үҙ көсөмә, мөмкинлегемә ышандым да инде. Сәхнәнән сығыуға бер төркөм бүрәт йәштәре уратып алды, кеме таныша, кеме автограф ала. Дипломант булып ҡайттым унан. Шулай ҙа жюри рәйесе, Монголия дәүләт филармонияһы директорының шәхсән үҙ иле буйлап гастролдәргә саҡырыуы иң ҙур баһа булғандыр. Һуңынан белеүемсә, “Һиңә генә” йырым бер йыл буйы Бүрәт радиоһы хит-парадында беренсе урынды биләгән. Әле лә ижадымды үҙ иткән, аралашып торған шул осор йәштәр бар.
Хәйер, был сәфәр тотош ижади юлымды ҡылыҡһырлай төҫлө. Һәр уңыш-ҡаҙанышым тик хәләл көс арҡылы яуланды. Минең өсөн ниҙер юллаған, артымда торған “файҙалы таныштар” булманы. Ни тиһәң дә, икеһе лә артист парҙарға, ире йә яҡыны ҙур сәхнә тирәһендә өйрөлгәндәргә юл ярыу еңелерәк. Мин иһә тик кастинг арҡылы ғына теге йә был сарала ҡатнашыу мөмкинлегенә эйә инем. Һайлап алыу турҙарын үтә алмаған үкенесле мәлдәр ҙә булды. Мәҫәлән, студент саҡта “Йәшлек шоу” республика йәштәр фестивалендә ҡатнашырға ниәтләп, шәп сығыш әҙерләнем. Бына тигән бэк-вокал, бейеүселәр, ҡупшы сәхнә костюмы... Ләкин яҡлап һүҙ әйтер кешем булмағас, конкурсанттар һаны тулды, тип был саранан “төшөрөп” ҡалдырҙылар. Ә бөгөн мин үҙ тырышлығы арҡылы танылыу яулаған артистар рәтендә булыуым менән сикһеҙ ғорурмын.
► Һеҙ сәнғәт кешеһе, тормош иптәшегеҙ - хоҡуҡ белгесе, бер-берегеҙҙе аңлап йәшәүе ҡыйын түгелме?
- Илгиз ижади мөхиттә үҫкән. Ҡайным Рауил Ҡотопов - Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ғималетдин Минһажев исемендәге Ҡыйғы халыҡ театрының актеры, режиссеры ине. Иптәшем дә оҫта гитарала уйнай, матур йырлай. Заманында минең кеүек үк “Дәрүишхан”ды тыңлаған. Уның менән Өфөлә студент йылдарында таныштыҡ. Икебеҙ ҙә уҡытыусы балалары - бер ғаиләлә тәрбиәләнгәнбеҙме ни. Ҡәйнәм дә ғүмер буйы педагог, мәктәп директоры булып эшләне. Ни тиһәң дә, ҡараштар, фекерҙәр берлеге, аң-белем кимәленең тап килеүе ир менән ҡатын мөнәсәбәтендә мөһим роль уйнай. Илгиз эшемдең тынғыһыҙ булыуын аңлап тора, кәрәк саҡта хуплап, дәртләндереп ебәрә.
Ғаиләбеҙҙә өс бала буй еткерә. Ильяс улыбыҙ X класта белем ала. Гитарала уйнай, йырлай. Быйылғы “Ҡош юлы. Балалар” республика фестивалендә II урынға лайыҡ булды. VIII класҡа барған Илһамыбыҙ етди рәүештә бокс менән шөғөлләнә, төрлө кимәлдәге ярыштарҙа ҡатнашып, призлы урындар яулай. Бәләкәсебеҙ Мәликә иһә IV класта уҡый. Ҡыҙымда үҙемдең бәләкәй сағымды күрәм - минең кеүек онотолоп һүрәт төшөрә, йырлай, бесәй балалары менән мәж килә. Әле үк эстетик зауығы менән айырылып тора - теге йә был йәһәттән яҡшы кәңәшсем дә минең.
► Тимәк, ғаилә һеҙҙең өсөн беренсе урында тора.
- Биләгән вазифаһына, дәрәжәһенә ҡарамаҫтан, ҡатын-ҡыҙ, тәү сиратта, әсәй, ир ҡатыны, хужабикә булып ҡалырға тейеш. Беҙҙең иңдә ғаилә усағын һаҡлау, йылы мөхит булдырыу, өйҙәгеләр хаҡында хәстәрлек күреү ише бурыстар ята. Йорт - ул күңел йылыһына, тәмле ризыҡҡа, бәхеткә тейендергән, илһам сығанағы булған изге урын. Өйгә тәмле еҫтәр таратып, яҡындарыңды үҙең әҙерләгән аш-һыу менән һыйлау үҙе бер ләззәт, бәхет бит. Ошондай мөхиттә үҫкән ҡыҙ-малайҙарҙың киләсәктә ырыҫлы нигеҙ, татыу ғаилә ҡороуҙарына шигем юҡ. Кемдер кәйеф-сафа ҡороп, тегендә-бында ял итергә яратһа, мин донъямды ялт иттереп, тәмлекәстәр бешереп, яҡын кешеләрем янында ваҡыт уҙғарыуҙы өҫтөн күрәм.
► Күптәр өсөн Нәркәс Сиражетдинова наҙлы, нәзәкәтле, нәфис алиһә төҫлө, ә һеҙ үҙегеҙҙе нисек ҡылыҡһырлар инегеҙ?
- Холоҡ-фиғелемдә ҡатылыҡ юҡ түгел. Үтә талапсан әсәймен. Ғәҙелһеҙлекте, ялғанды йәнем һөймәй. Оҙаҡ түҙәм, “йотам” һәм бер килеп шартлайым. Әлбиттә, ярарға тырышып, хәйләләй белмәүем, тура һүҙлелегем ниндәйҙер маҡсаттарға ирешергә ҡамасаулайҙыр ҙа, әммә мин бүтәнсә булдыра алмайым.
► Инйәр һандуғасының йәшлек, матурлыҡ, нескәлек сере ниҙә икән?
- Сәләмәт йәшәү рәүеше, дөрөҫ туҡланыу, бит тиреһен дөрөҫ тәрбиәләү, позитив фекер йөрөтөү йәш сырайлы булып ҡалырға ярҙам итә.
► Өфө районының мәҙәниәт бүлегендә эшләүҙән тыш, артистар менән республика райондары буйлап гастролдәргә йөрөп тораһығыҙ. Үҙегеҙҙең соло концерт тураһында ла уйҙар юҡ түгелдер, моғайын?
- Был ниәт күптән моронлаған. Әммә рәсми эштә планға ярашлы саралар, отчет тапшырыуҙар күп ваҡыт һәм кәр талап итә. Шулай ҙа, дәрт итеп, 7 ноябрҙә Өфөнөң Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында ҙур концерт ҡуймаҡсымын. Барлыҡ тамашасыларымды ошо сарала көтөп ҡалам!
► Күп артистар хәҙер “ирекле” эште, йәғни мәжлес-банкеттарҙа тамада булып йөрөүҙе хуп күрә.
- Эйе, минең дә тамада булараҡ төрлө саралар алып барған мәлдәрем булды. Әммә күңелгә ятмаған шөғөл йәһәт биҙҙерә икән. Хәҙер башлыса йырсы сифатында сығыш яһайым.
► Йәш йырсыларҙың ижадын күҙәтеп бараһығыҙмы? Был йәһәттән һеҙҙең ҡараш.
- Минеңсә, бөгөн йәш ижадсыларға үҙҙәрен күрһәтеү, популярлыҡ яулау бер ни түгел. Социаль селтәрҙә шәп контент эшләүең көс, һин иртәгә - таныулы йырсы. “Дәрүиш”тәрҙең фанаты булараҡ, үҙем ошондай уҡ талантлы егеттәрҙең - “Ҡараташ” төркөмөнөң йырҙарын яратып тыңлайым. Яңғыҙ башҡарыусылар араһында BABY TI, Ilgizmo, Тимур Ямаловтың ижадын ихтирам итәм.
Бөгөнгө еңел-елпе заманда йырҙар ҙа шундай уҡ тиҙлектә ярала. Миңә, мәҫәлән, ҙур сәхнәгә күтәрелер өсөн махсус училище, юғары уҡыу йортон тамамлап, төплө белем алыу мөһим ине. Әле иһә кем үҙендә ышаныс тоя, шул сәхнәгә сыға. Профессиональ музыкант, сәнғәт кешеһе булараҡ, ижади эштә, тәү сиратта, сифат булырға тейештер, тим. Йырларға сығыр алдынан, һис юғында, вокал буйынса индивидуаль дәрестәр алып, тауышты “ҡуйыу”, яңаҡ ҡыҫымдарынан, диалекттан ҡотолоу зарур. Йыр яҙмаларын ебәреп, фекеремде һораусылар бар. Үҙ диалектында йырлағандарға, тәү сиратта, әҙәби телде үҙләштерергә, шунан һуң ғына профессиональ сәхнәгә сығырға кәңәш итәм. Махсус белемһеҙ, музыкаль зауыҡ, стиль тигән нәмәне бар тип тә белмәгән көйө аранжировка менән шөғөлләнгәндәр ҙә етерлек.
► Тыуған төйәгегеҙҙең, яҡташтарығыҙҙың рухи ярҙамын тояһығыҙмы?
- Тыуған ил иң аҙаҡтан таный, тигән кеүек, мин дә һуңғы йылдарҙа ғына үҙ яғымда иғтибарға лайыҡ булдым, буғай. Яҡташтарҙың, “Бына был беҙҙең ҡыҙыбыҙ!” - тип ғорурланып әйтеүенән, һис шикһеҙ, күңелгә рәхәт булып китә. Ҡатай ырыуы хәрәкәтенең әүҙемләшеүе, даими рәүештә йыйын-осрашыуҙар уҙыуы ла быға булышлыҡ итмәй ҡалмағандыр. Беҙ студент саҡта райондаштар араһында бындай бәйләнеш булманы. Башҡалар клубтар ойоштороп, геү килеп аралаша торғайны. Был йәһәттән бөгөн дәртле яҡташыбыҙ Ранис Рәис улы Алтынбаевҡа сикһеҙ рәхмәт. Яҙғыһын, мәҫәлән, Белорет районынан сыҡҡан артистар менән Шығай, Сермән ауылдарында концерттар ҡуйҙыҡ. Чаттарҙа, төркөмдәрҙә теге йәки был мәсьәләне бергәләп хәл итеү мөмкинлеге лә ҡыуандыра. Район күләмендә ойошторолған ҙур сараларға саҡырып торалар. Быйыл Белоретта уҙған Ҡала көнөндә халыҡтың йылы ҡаршылауы, сығыш яһағандан һуң хатта урыҫ йәштәренең килеп фотоға төшөүе ихлас ғәжәпләндерҙе. Ижад кешеһенә күп кәрәкме ни - бер йылы һүҙ етә, тағы ла ҡанатланып, илһамланып эшкә тотонаһың.
► Һеҙҙе тыңлаған тамашасыны ниндәй итеп ҡылыҡһырлар инегеҙ?
- Ижадымды күбеһенсә урта йәштәгеләр хуш күрәлер. Тамашасымды алдынғы ҡарашлы, етди, төплө итеп күҙ алдына килтерәм. Сөнки йырҙарым да еңел-елпе түгел, тәрән мәғәнәле. Эйе, ҡайһы берәүҙәр халыҡҡа ябай, еңел йырҙар оҡшай, тиер, әгәр күңел ундай ижадты ҡабул итмәй икән, нисек йырламаҡ кәрәк? Сәнғәттең төп бурысы - эстетик зауыҡ тәрбиәләү, беҙ йүнәлеш бирергә, камиллыҡҡа әйҙәргә тейешбеҙ.
Заманында рок-поп стилендә йырлаған артистарҙың береһе инем. Ғаиләле, бала-сағалы булғас, йүнәлешемдән тайпылып, башлыса радио, телевидение форматында йырҙар башҡарҙым. Ә бына һуңғы осор ижад ителгән “Сәғәт”, “Хыялыма табан” йырҙары булмышымды, күңел талабын сағылдырған ижад емештәре. Был үҙенә күрә асылға ҡайтыу ғәләмәтелер, ахырыһы.
► Ҡасан тыуа һеҙҙең йырҙар?
- Йәш саҡта мөхәббәт, ғишыҡлыҡ тойғоһо илһамландырһа, хәҙер иһә күңел талабы арҡылы тыуа. Авторҙар менән яҡшы ижади тандем булдырыу ҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Байтаҡ ваҡыт ауылдашым, моңло күңелле шағирә Фәйрүзә Кинйәбаева менән ижадташбыҙ. Уның менән “Рух бишеге”, “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” тигән һәм башҡа йырҙарҙы яҙҙыҡ. Һуңғы арала яҡташым Мәүлит Кәримов менән хеҙмәттәшлек итәбеҙ. Ул да ижады, яҙыу стиле менән үҙенсәлекле автор. Күңелгә үтеп ингән шиғырҙарҙан үҙенән-үҙе йыр тыуа. Мәҫәлән, “Белоретым - Иҙел башым” шундай уртаҡ ижад емештәренең береһе. Ҡатай йәштәре йыйыны алдынан, йөрәкһегән, хис-тойғоларға тулышҡан саҡта ижад ителгән йыр ул. Хәҙер уны Белорет Мәҙәниәт һарайының “Виват” ир-егеттәр халыҡ капеллаһы, “Елмерҙәк” этно-рок төркөмө үҙ репертуарҙарына индерҙе. Уҙған йыл район һабантуйының ошо йыр менән асылыуы ла ҙур мәртәбә минең өсөн.
Шулай, һәр йырҙың үҙ мөҙҙәте. Улар тулғаҡ тотҡандағы кеүек ыҙалатып, ғазапландырып тыуа. Һин был процеста әллә күпме йән әрнеүе кисерәһең. Йырҙың көйөн яҙҙырыу, аранжировкалау, ижади тандем булдырыу ғына ла күпме көс, ваҡыт талап итә.
► Йырҙар яҙҙырғандан һуң тәүге тәнҡитсегеҙ кем?
- Әлбиттә, тормош иптәшем. Уның төплө фекеренә һәр саҡ ҡолаҡ һалам. Был йәһәттән Илгиз бик талапсан, тик сифатлы йыр-моңға ғына өҫтөнлөк бирә. Йырымды тыңлап, яҡшы, ти икән, тимәк, уны халыҡ хөкөмөнә сығарырға мөмкин. Әйткәндәй, “Әсә көтә улын”, “Сәғәт” йырҙарын ирем "шәп" тип юғары баһаланы.
► Йыл да Инйәргә, атай нигеҙенә, ҡайтып тораһығыҙ. Был үҙенә күрә көс туплау урынылыр, моғайын...
- Әсәйемдең вафатына быйыл туғыҙ йыл тулды. Һуңғы йылдарҙа ғына был көндө сағыштырмаса тыныс ҡаршылайым... Эйе, әсәйле сағымды хәтерләткән йорттан һаман да айырыла алмайым. Һатырға, һатып алырға тәҡдим итеүселәр ҙә булды... Бер аҙнаға ғына ҡайтһам да, йәнем-тәнем менән ял итәм, көс туплайым. Үкенесле, әлбиттә, ҡасандыр гөрләп торған урамда бөгөн буш, ҡотһоҙ йорттар ғына ҡалған...
► Ҡыҙыҡлы әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Алда ла ижади уңыштар, яңы ҡаҙаныштар насип булһын һеҙгә!