Унда муниципаль район хакимиәте башлығы урынбаҫарҙары, агросәнәғәт секторы, ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау, прогнозлау бүлеге, район хакимиәтенең мәғлүмәт-консультация үҙәге, район-ҡала ветеринария станцияһы хеҙмәткәрҙәре, крәҫтиән-фермер һәм ауыл хужалығы предприятиелары етәкселәре, шәхси эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Бөгөнгө еңел булмаған заманда был шөғөлгә тоғро ҡалып, үҙҙәрен ер, малсылыҡ эшенә, эшкәртеү сәнәғәтенә арнаған илһөйәрҙәрҙе һөнәри байрамдары уңайынан муниципаль район Советы рәйесе Дилә Хәмзина, муниципаль район хакимиәте башлығының иҡтисад, сәнәғәт һәм инвестициялар буйынса урынбаҫары Динар Зөбәйеров тәбрикләне.
Артабан сараның иң тулҡынландырғыс һәм күңелле өлөшө - бер төркөм хеҙмәт алдынғыларын бүләкләү тантанаһы үтте.
“Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған ауыл хужалығы хеҙмәткәре” исеменә “Ҡағы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Михаил Засов эйә булды.
Шәхси эшҡыуар, крәҫтиән-фермер хужалығы етәксеһе Рөстәм Ғәйфуллин һәм “Белорет” ауыл хужалығы кооперативы хеҙмәткәре Нил Ғәлимов (һүрәттә) Башҡортостан Республикаһы Ауыл хужалығы министрлығының Почет грамоталары менән бүләкләнде.
Байрам хөрмәтенән һәм ауыл хужалығы өлкәһендәге күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәттәре өсөн мәғлүмәт-консультация бүлеге директоры Дарья Зубарева, шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре - Владислав Белозеров, Александр Дубровский, Биктимер Ғәлин, Лидия Мағазова, Рәүф Мәғәфүров, Сергей Швень, Раян һәм Илгиз Һаруновтар муниципаль район Советының Почет грамоталары менән нарыҡланды.
Ауыл хужалығын үҫтереүгә тос өлөш индергәндәре өсөн шәхси эшҡыуарҙар, крәҫтиән-фермер хужалығы етәкселәре - Динар Әбүбәкиров, Альбина Ғәлимова, Сергей Гуляков, Рөстәм Мөхәмәтдинов, Маргарита Миняева һәм Самат Мусин муниципаль район хакимиәтенең Почет грамоталарына лайыҡ булды.
Ауыл хужалығы кооперацияһын үҫтереүгә индергән ҙур өлөштәре өсөн “Урал” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Айгөл Вәлиева, “Карат” кооперативы рәйесе Айгиз Вәлиев, “Хазина” кооперативы рәйесе Гөлгенә Бадалова; эшкәртеү сәнәғәте өлкәһендәге юғары эшмәкәрлектәре өсөн “Белорет” ауыл хужалығы кооперативы рәйесе Илдар Мортазин, “Мясной двор Симонова” кооперативы рәйесе Константин Симонов, “Изге продукт” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Сергей Довольный муниципаль район хакимиәтенең Рәхмәт хаттарына эйә булды.
Унан һуң муниципаль райондың ауыл хужалығы системаһындағы йыллыҡ эш йомғаҡтары тураһында доклад менән агросәнәғәт секторы, ҡулланыусылар баҙарын һәм хеҙмәттәрен анализлау һәм прогнозлау бүлеге начальнигы Олеся Иҙрисова сығыш яһаны һәм барыһын да һөнәри байрамдары уңайынан ҡотланы.
Тантаналы сараның икенсе өлөшөндә ҡала Мәҙәниәт һарайының, райондың үҙешмәкәр коллективтары барыһын да байрам уңайынан ҡотлап, сағыу сығыштары менән һөйөндөрҙө.
- 2015 йылда “Белорет” икмәк комбинатына икмәк ташыусы булып эшкә урынлашҡайным. Бер аҙҙан элекке етәксебеҙ Марсель Мортазиндың аҡ шыршы майы етештереү производствоһына күстем. 2019 йылда “Белорет” ауыл хужалығы кооперативы барлыҡҡа килгәс, водитель-экспедитор хеҙмәтенә урынлаштым.
Минең төп бурысым булып үлән сәйҙәре етештереүҙең һәр бер этабын күҙәтеп барыу, технология талаптарының үтәлешен тәьмин итеү тора. Заман көндән-көн алға бара һәм улар ҙа яңырып тора. Этаптарҙың ниндәй кимәлдә барыуына һауа торошо ла ҙур йоғонто яһай - ҡояшлы көнмө, ямғырлымы, барыһын да күҙ уңында тотоп, сәйҙәрҙең сифатын кәметеүгә юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Шулай уҡ продукцияны төрлө транспорт компаниялары аша Өфөгә, Силәбегә ебәрәм.
Йәй көнө йыйып әҙерләнгән сәйҙе көндәр һыуытҡас ҡаптарға тултырыу этабы башлана. Яңыраҡ беҙ пирамида рәүешендәге төргәктәргә (пакетлы) сәйҙәрҙе тултырыу цехын яйға һалдыҡ.Ҡышҡы ваҡытта сәйҙе фасовкалауға 3 кеше йәлеп ителһә, йәйгеһен 5-әр кешенән торған 4 бригада туплайбыҙ. Уларға студенттарҙы һәм хеҙмәткә яраҡлы башҡа кешеләрҙе килешеү аша эшкә алабыҙ. Улар менән урман-ҡырҙарҙан үҙебеҙҙә үҫкән боланутты йыябыҙ, бынан тыш, халыҡтан да үләндәр ҡабул итәбеҙ. Был яҡтан айырыуса Николаевка ауыл хакимиәте халҡы әүҙем.
Был өлкәлә эшләгән коллегаларымды, барлыҡ агросәнәғәт комплексы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым. Туйындырыусы еребеҙгә ҡарата һаҡсыл мөнәсәбәтегеҙ, хеҙмәт һөйөүсәнлегегеҙ, тырышлығығыҙ бер ҡасан да юғалмаһын. Районыбыҙҙа, республикабыҙҙа ауыл хужалығы артабан үҫешеүен дауам итһен!