Башҡортостан Республикаһында 2024 йылдың 29 октябренә ҡарата һыу ятҡылыҡтарында һәләк булыусылар һаны 71 кеше тәшкил итте, шуларҙың 57-һе - ир-егеттәр, 5 - ҡатын- ҡыҙ һәм 9 бала.
Урал аръяғы участкаһында һыуҙа 13 кеше фажиғәле һәләк булған, шуларҙың 2-әүһе - балалар. Нигеҙҙә хеҙмәткә яраҡлы йәштәгеләр, күпселек осраҡта ир-егеттәр батып үлә.
Һыуҙа кешеләрҙең үлем динамикаһы айырыуса юғары һәм ул асылда йәйге осорға тура килә. Шулай ҙа ҡышҡыһын да был күңелһеҙ статистика туҡтамай - кешеләр йә боҙ аҫтына китә, йә ғәҙәттән тыш хәлгә эләгеүен дауам итә. 2024 йылдың көҙөндә ике ай эсендә төбәктә 5 кеше һәләк булған, 2023 йылда иһә 6 үлем осрағы теркәлгән.
Ҡышҡы миҙгелдә үлем осраҡтарының төп сәбәбе - һыу ятҡылығында хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәмәү (нығынып етмәгән боҙ өҫтөнән йөрөү, балаларҙы ҡарауһыҙ ҡалдырыу һәм башҡалар). Иҫегеҙҙә тотоғоҙ: боҙ хәүефһеҙ булһын өсөн уның ҡалынлығы 10-12 сантиметрҙан да кәм булмаҫҡа тейеш.
Ҡар менән ҡапланған боҙҙан һаҡ булыу зарур: ҡар аҫтында боҙ яйыраҡ ҡатлана. Мәҫәлән, тотош һыу ятҡылығы буйлап асыҡ боҙ ҡатламы 10 сантиметр булһа, ҡар аҫтында ул ни бары 3 сантиметр ғына. Йыш ҡына яр буйында урынлашҡан заводтар эшкәртелгән йылы һыуҙы һыу ятҡылығына ағыҙа, был, үҙ сиратында, боҙҙоң йоҡарыуына килтерә. Шуның өсөн завод тирәһендәге һыу ятҡылыҡтарында конькиҙа, санала һырғалау, йәйәү йөрөү ҡурҡыныс. Был хаҡта оноторға ярамай!
Боҙ өҫтөнән төркөм менән үткәндә, кешеләр араһындағы арауыҡ 5-6 метрҙы тәшкил итергә тейеш.
Боҙ өҫтөнән саңғыла йөрөгәндә һалынған саңғы юлын ғына һайлағыҙ, ул булмаһа, боҙға баҫыр алдынан саңғығыҙҙың беркетмәһен (бауын) ысҡындырып, таяғының элмәген ҡул суғынан сисегеҙ. Биштәрегеҙҙе бер яҡ яурынға аҫып, таяҡтар менән боҙҙоң ныҡлығын тикшереп барығыҙ.
Һыу ятҡылығына сығанаҡтар, шишмә йәки йылғалар килеп ҡушылған урында боҙ йоҡа була. Бындай урындар һырғалау йәки йәйәү йөрөү өсөн оторо хәүефле. Ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе булдырмау өсөн боҙ өҫтөнән һалынған юлды, ғәҙәттә, ботаҡтар менән билдәләйҙәр.
Балыҡ тотҡанда бер тирәлә күп итеп мәке уйыу тыйыла. Ҡотҡарыу сараһы сифатында һәр балыҡсы үҙе менән 12-15 метрлыҡ бау йөрөтөргә тейеш. Уның бер осона 400-500 грамлыҡ йөк бәйләнһә, икенсе осона элмәк яһала.
Балаларға таныш булмаған урында текә ярҙан боҙға шыуып төшөү оторо хәүефле. Мәке йәки ярылған урынды алдан шәйләп өлгөрһәгеҙ ҙә, шәп килгән сана-саңғыны ҡапыл-ҡара туҡтатыуы йәки ситкә бороуы ҡыйын. Шуға ла һырғалау өсөн ныҡлы боҙ менән ҡапланған һыу ятҡылыҡтарын ғына һайлар кәрәк.
Хәүефһеҙлек сараларын теүәл үтәү үҙегеҙҙең һәм яҡындарығыҙҙың һаулығын, ғүмерен һаҡлар! Боҙ өҫтөндә һаҡ булығыҙ!
Ринат НУРИЕВ,
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Урал аръяғы инспектор участкаһының өлкән дәүләт инспекторы.