Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
12 Ноябрь , 11:52

Хеҙмәттәштәрен иҫкә алдылар

Полиция хеҙмәткәрҙәре, эске эштәр органдары ветерандары һәм йәмәғәтселәр хеҙмәт бурыстарын үтәгәндә һәләк булған коллегаларын хөрмәтләп иҫкә алды.

Хеҙмәттәштәрен иҫкә алдылар
Хеҙмәттәштәрен иҫкә алдылар

Ҡалала Рәсәй Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәрен иҫкә алыу көнөнә арналған матәм митингыһы үтте. Илебеҙҙә ҡайғылы дата 8 ноябрҙә билдәләнә.

Хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт итеү хәүеф менән бәйле, ул батырлыҡ һәм ҡаһарманлыҡ талап итә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡайһы бер хеҙмәткәрҙәрҙең енәйәтселек менән көрәше ғүмеренә зыян килтерә. Һәләк булған иптәштәр иҫтәлегенә етәкселек, Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре, Эске эштәр бүлеге ветерандары һәм полиция бүлеге ҡарамағындағы Йәмәғәт советы ағзалары митингҡа йыйылды.

Сараны бүлек начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев асты: “Бөгөн беҙ һәләк булған коллегаларыбыҙҙың фиҙакәрлегенә баш эйәбеҙ. Иван Ульянов, Ирек Хисмәтуллин, Виталий Әхмәтйәнов, Рушан Дәүләтбаев, Айвар Сәйетов, Ғәлим Баһауетдинов, Ринат Сәфиуллин хеҙмәт бурысын үтәгәндә тулыһынса антҡа тоғро ҡалалар һәм ғүмерҙәрен ҡорбан итәләр. Был геройҙарҙың исемдәре бер ҡасан да онотолмаясаҡ”, - тине.

Митингҡа йыйылыусылар хәрби хәрәкәттәр ветерандары һәйкәленә сәскәләр һалды һәм коллегаларын бер минут тын ҡалып иҫкә алды.

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге хеҙмәткәрҙәре ваҡытынан алда киткән хеҙмәттәштәрен һәр ваҡыт хәтерләй, уларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтә. Полиция музейына килеүселәргә һәләк булған милиционерҙарҙың яҙмыштары тураһында һәр ваҡыт һөйләйҙәр. Уларҙың батырлығы Һәм ҡаһарманлығы Белорет тарихына мәңгелеккә яҙылған һәм киләсәк быуындар өсөн өлгө булып тора.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Александр Борисков фотоһы.

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: