Сентябрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенә 46 йәшлек ир мөрәжәғәт итеп, телефонына кредит буйынса айлыҡ түләүҙе түләүҙе талап итеп банктан хәбәрҙәр килә башлауы тураһында белдерә. Мөрәжәғәт итеүсенең әйтеүенсә, ул бер ниндәй ҙә кредит алмаған һәм шуға күрә полиция хеҙмәткәрҙәренән аҡсаһын мутлашыусылар урлағанмы-юҡмы икәнен асыҡлауҙарын һораған. Зыян суммаһы 560 мең һум самаһы тәшкил иткән.
Енәйәт йомағын сисеп, полиция хеҙмәткәрҙәре ирҙең дистанцион мутлашыусыларҙың түгел, ә элекке өйҙәшенең ҡорбаны булыуын асыҡлай. Алдан асыҡланыуынса, был ваҡиғаларҙан бер нисә ай алда ғариза биреүсе бер ҡыйыҡ аҫтында ҡатын-ҡыҙ менән йәшәй. Бер көндө 48 йәшлек ҡатын, аҡсаға бик мохтаж булғанлыҡтан, йәшерен рәүештә уның телефонын ала һәм уға билдәле булған паролдәр ярҙамында ирҙең шәхси банк кабинетына инә. Унда ул дөйөм суммаһы 550 мең һумлыҡ өс кредит рәсмиләштерә, ә һуңынан уларҙы комиссия менән банк иҫәбенә күсерә. Юғарыла күрһәтелгән финанс операцияларын башҡарыуы тураһында ҡатын һөйгәненә хәбәр итмәй, ә бер нисә аҙнанан уны ташлап сығып китә.
Мутлыҡ билдәле булғас, ҡатын тәүҙә был енәйәттә ҡатнашлығын инҡар итә, әммә, һуңынан аҡсаны алғанын һәм тотоноуын әйтә. Ҡатын оперативниктарға бер нисә ай инвестицияға аҡса һалыуын һөйләй. Уның һүҙҙәренсә, ул Интернетта пассив килем тураһында тәҡдим таба һәм уның менән инвестицияларҙан табыш алырға “ярҙам” иткән кеше даими бәйләнештә була. 400 мең һумдан ашыу үҙ аҡсаһын, шулай уҡ кредит аҡсаһын һалып, ҡатын 26 мең һум ғына сығара ала. “Инвестициялау буйынса белгес” миллион һум килем вәғәҙә итеп, ҙур иғәнә һалыуҙы талап итә башлай. Ҡатындың аҡсаһы булмағанлыҡтан, ул уларҙы бергә йәшәгән кешеһенән урлай, ә һуңынан күрһәтелгән иҫәптәргә күсерә. Әлбиттә, ҡатын бынан һуң да килем алмай, сөнки ысын брокер менән түгел, ә мутлашыусы менән бәйләнешкә ингән.
Һөҙөмтәлә, ҡатын бер яҡтан банк иҫәбенән ҙур күләмдә урлашыуҙа ғәйепләнә, ә икенсе яҡтан - мутлашыу факты буйынса ҡуҙғатылған икенсе енәйәт эшендә зыян күрә. Әлеге ваҡытта банк иҫәбенән урлау буйынса енәйәт эшен тикшереү тамамланған, материалдар судҡа тапшырылған. Мутлашыу буйынса тикшереү дауам итә.
Юлиә ЗАРИПОВА, тәфтиш бүлеге тәфтишсеһе.