Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
14 Ноябрь , 09:45

Йәш хеҙмәткәрҙәр көнө үтте

Район буйынса эске эштәр бүлегендә яңыраҡ хеҙмәткә ингән  полицейскийҙар “Йәш хеҙмәткәр көнө” акцияһында ҡатнашты.

Йәш хеҙмәткәрҙәр көнө үтте
Йәш хеҙмәткәрҙәр көнө үтте

Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлеге етәкселегенең яңы хеҙмәткәрҙәр һәм стажерҙар менән осрашыуҙары йолаға әүерелгән. Был сара яңы хәрбиҙәрҙең шәхси потенциалын үҫтереүгә, кадрҙар эшендә өҙлөкһөҙлеккә булышлыҡ итә. Бынан тыш, йәш хеҙмәткәрҙәр көнө бүлек музейында булыу һәм Белорет полицияһының барлыҡҡа килеү этаптары тураһында белеү өсөн бик яҡшы сәбәп.

Сарала ҡатнашҡан район буйынса бүлек начальнигы, полиция полковнигы Тимур Сәйетгәрәев коллегаларына өгөт-нәсихәт һүҙҙәре менән мөрәжәғәт итте. Ул йәш хеҙмәткәрҙәрҙең үҙҙәренең һөнәри юлын билдәләп, дөрөҫ һайлау яһағанын һыҙыҡ өҫтөнә алды, оҙайлы һәм емешле хеҙмәткә өмөт белдерҙе.

Музей етәксеһе Александр Борисков барыһы өсөн дә мауыҡтырғыс лекция үткәрҙе. Экскурсия барышында ул Белоретта милицияның ҡасан һәм нисек ойошторолоуы хаҡында һөйләне, төрлө бүлексәләрҙең һәм хеҙмәттәрҙең тарихын, үҙенсәлектәрен сағылдырған уникаль экспонаттар, фотоһүрәттәр, документтар менән таныштырҙы. Музейға барыу хоҡуҡ һаҡлаусылар өсөн бик мауыҡтырғыс һәм файҙалы булды.

30 йыллыҡ стажы булған эске эштәр органдары хеҙмәткәре Александр Викторович  акцияла ҡатнашыусыларға һөнәри оҫталыҡтарын үҫтереүҙәрен һәм карьераларында уңыштар теләне. Сара иҫтәлеккә фотоға төшөрөү менән тамамланды.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

 

Автор:Расима Салихова
Читайте нас: