Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
18 Ноябрь , 17:04

Ышанып тапшырылған участкала - тәртип

Кисә Рәсәйҙә полицияның участка уполномоченныйҙары көнө билдәләнде.

Ышанып тапшырылған участкала - тәртип
Ышанып тапшырылған участкала - тәртип

 Рәсәй Эске эштәр министрлығының район буйынса бүлегенең өлкән участка полицейскийы һәм бәлиғ булмағандар эштәре буйынса вәкиле, полиция майоры Азат Һиҙиәтов үҙенең һөнәри байрамын унынсы тапҡыр билдәләй.

Шуныһы иғтибарға лайыҡ - ул эске эштәр органдарына эшкә ингәндән бирле халыҡҡа иң яҡын полиция һөнәре буйынса эшләй. Бынан тыш, ул ошо йылдар дауамында бер үк участканы - Нижнее селение биҫтәһен хеҙмәтләндерә.
Азат Басир улы үҙенең тормошон хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге менән бәйләргә осраҡлы ғына ҡарар итмәгән. Уның бер ағаһы Хафиз Һиҙиәтов ғүмер буйы эске эштәр органдарында эшләгән, былтыр Рәсәй Эске эштәр министрлығының Учалы районы буйынса бүлеге начальнигы вазифаһынан хаҡлы ялға сыҡты. Икенсе ағаһы Зиннур Һиҙиәтов та карьераһын милицияла башлаған. Өсөнсө ағаһы Сәйетғәле Фәтҡуллин участка бүлеге начальнигы вазифаһынан хаҡлы ялға сыҡҡан.
Азат Һиҙиәтов был һөнәрҙе һайлауына һис кенә лә үкенмәй, ул үҙ булмышына тап килгән эштә. Уның участкаһы тулыһынса тиерлек шәхси сектор булып тора, унда өс меңдән ашыу кеше йәшәй. Хеҙмәтләндереү зонаһына Белорет металлургия комбинаты инә. Азат Басир улы хеҙмәтен һәр ваҡыт намыҫ менән атҡара. Быйыл ул 10 енәйәтте асыҡлаған, 80-дән ашыу административ протокол төҙөгән. Уға башлыса йәмәғәт тәртибен боҙоу, хулиганлыҡ, ҡул күтәреү, ғаилә низағтары, күршеләр араһындағы аңлашылмаусанлыҡтар менән шөғөлләнергә тура килә. Йыш ҡына Азат саҡырыу буйынса комбинатҡа барырға мәжбүр була, предприятиенан продукция алып сыҡҡан эшселәрҙе тота.

Былтыр Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министры Александр Прядко иҫерек водителдәрҙе асыҡлауға участка полиция вәкилдәрен йәлеп итеү тураһында ҡарар ҡабул итте, йәғни уларға дәүләт автоинспекторҙары вәкәләттәрен бирҙе. Был йәһәттән да Азат бик күп эштәр эшләй. Бер көн дежурҙа саҡта ул ғаилә низағы тураһындағы саҡырыуға юллана. Күрһәтелгән адрес буйынса барғас, өйҙә тик полицияға шылтыратыусы ғына була. Ҡатын бәхәс ваҡытында иҫерек иренең машина менән балалар баҡсаһына китеүен хәбәр итә. Участка хеҙмәткәре тиҙ арала ҡағиҙә боҙоусының фаразланған маршруты буйынса алға сыға һәм Стахановсы урамында уны тап итә. Артҡы ултырғыста бәләкәй бала ултырһа ла, иҫерек ир полициянан ҡасырға маташа. Эҙәрлекләү светофорҙа тамамлана, енәйәтсе алда торған машина менән Азат Басир улының автомобиле араһында ҡыҫылып ҡала. Участка хеҙмәткәре водителдән машинанан сығыуын һорай, асҡыстарын ала һәм ярҙам саҡыра. Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре ирҙең эскән килеш машина йөрөп беренсе тапҡыр ғына ҡулға алынмауын һәм быға тиклем уның водитель таныҡлығынан мәхрүм ителеүен асыҡлай. Һөҙөмтәлә, транспорт сараһын иҫерек килеш ҡабаттан йөрөткән өсөн ир енәйәт яуаплылығына тарттырыла.

Тағы бер осраҡ ошо көндәрҙә булды. Азат үҙенең участкаһын күҙәтеп йөрөгәндә, Луначарский урамында ҡаршыға килгән ВАЗ-2110 машинаһы унда шик тыуҙыра. Ул боролоп автомобиль артынан китә һәм юл ситенә ҡыҫып туҡтата. Руль артында 33 йәшлек иҫерек водитель булыуы асыҡлана. Ул автомобиль менән идара итеүҙән мәхрүм ителә, транспорт штраф ҡуйыу урынына ебәрелә. Водителгә ҡарата административ протокол төҙөлә.
Полицияның участка уполномоченныйҙары иңенә граждандар менән башҡа профилактик эштәр һалынған: элек хөкөм ителгәндәрҙе һәм төрмәнән азат ителгәндәрҙе даими тикшерергә, имен булмаған ғаиләләргә һәм төрлө иҫәптә торған кешеләргә барырға кәрәк. Участка халҡы Азат менән яҡшы таныш, уға ышанып ҡарай, йыш ҡына улар үҙҙәре туранан-тура мөрәжәғәт итә, ярҙам һорап шылтырата, ялыу бирергә йәки тормош мәсьәләләре буйынса кәңәшләшергә саҡыра. Участковыйҙың эш көнө иртә башланып һәм тәүлектең теләһә ҡайһы ваҡытта тамамланыуы ихтимал. Ғаилә башлығының ауыр хеҙмәтен ҡатыны һәм ике бәләкәй балаһы аңлап ҡабул итә, Азат эштән һуңғы һәр буш минутын улар менән бергә үткәрергә тырыша.

Тәжрибәле участковыйға йәш хеҙмәткәрҙәр тәрбиәләүҙе ышанып тапшыралар. Был аҙнала Азат Һиҙиәтовҡа стажер беркетелде. Ул уға нисек протоколдар төҙөргә, нисек документтар алып барырға, халыҡ менән нисек һөйләшергә кәрәклеген аңлата, профилактика эшенә йәлеп итә. Бер һүҙ менән әйткәндә, ул үҙе кеүек ысын тәртип һаҡсыһы булырға өйрәтә.

Полиция майоры Һиҙиәтовтың хеҙмәт бурыстарына яуаплы мөнәсәбәте, хеҙмәт һөйөүсәнлеге һәм закондың хәрефенә тоғролоғо бүлек етәкселеге һәм Башҡортостан Республикаһы буйынса Эске эштәр министрлығы тарафынан бер нисә тапҡыр билдәләнде. Уның бик күп ведомство Рәхмәт хаттары һәм Почет грамоталары бар. Быйыл Эске эштәр органдары хеҙмәткәрҙәре көнөндә Азатҡа Рәсәй Эске эштәр министрлығының II дәрәжә “Хеҙмәттә күрһәткән уңыштары өсөн” миҙалы тапшырылды.

Азат Басир улы әйтеүенсә, участка уполномоченныйының эшен еңел тип атап булмай. Уның һүҙҙәренсә, бында “киң профилле оҫта” булырға кәрәк. Әммә ул зарланмай, сөнки кабинет эше уға оҡшамай. Азатҡа халыҡ менән йәнле аралашыу, белореттарҙың рәхмәт тойғоһо һәм мохтаждарға ваҡытында ярҙам күрһәткәндән һуң ҡәнәғәтлек тойғоһо яҡыныраҡ. Һәр участка уполномоченныйының төп хәстәрлеге - үҙ участкаһында тәртип урынлаштырыу, полиция майоры Азат Хидиятов был бурысты бик яҡшы башҡара.

Гүзәл ДРОНОВА, район буйынса эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас: