Ул йылдарҙа ҡала һәм районда бөтә хужалыҡ тармаҡтары һуғыш мәнфәғәте өсөн эшләй. Белорет металлургия заводының бар продукцияһы фронтҡа оҙатыла: снарядтар, атыу ҡоралдары, ҡорос канаттар, сөй, сәнскеле тимерсыбыҡ һ.б. Үрге Әүжәндә фронтҡа быйма, кирза итек, ҡайыш, ботинка, бейәләйҙәр етештерелә.Үҙән ағас, йөн, иретелгән май ебәрә. Тирлән - тимер ҡалай, сөй, етен майы әҙерләй. Туҡан заводты руда менән тәьмин итә. Ломовка ауылы артеле тимерсыбыҡтан сетка үрә һәм хәрби госпиталдәргә аҙыҡ-түлек йыя. Көҙйылғала фронт өсөн саңғы етештерәләр. Ғәбдөк, Йөйәк ауылдарында Архангел районы леспромхозының цехтары эшләй. Улар тара өсөн таҡта быса, снаряд, патрондар һалыу өсөн йәшниктәр, авиабомба, “Катюша” ракеталары өсөн контейнерҙар етештерә. Ағас транспортировкалау өсөн Инйәр, Ләмәз йылғаларында һал ағыҙалар. Һәр ауылда ҡатын-ҡыҙҙар йылы кейем, бейәләй һәм ойоҡбаштар менән посылкалар әҙерләп оҙата.
Райондың бик күп ауылдарында Белорет һәм Магнитогорск металлургия заводтары өсөн ағас күмере яндырыу мейестәре эшләй. Күмер яндырыусы мейестәр күп була. Инйәрҙә - 65, Биләғошта - 69, Түбәнге Телмәйҙә 37 мейес була. Шулай уҡ мейестәр Рәүәттә, Юшала, Татлыла, Айыс, Ноҡат ауылдары янында ла була.
Бөтә эш ҡул көсө менән башҡарыла. Эш ҡоралдары бик ябай була: бер тотҡалы ҡул бысҡыһы, арҡыры бысҡы, утын ярғыс ауыр балта (колун), ағас туҡмаҡ (колотушка), шыналар (клинья), балта оҫтаһының ябай балтаһы... Шул ҡоралдар менән ағас йығыу, ботағын ботау, өлөштәргә бысыу, ярыу кеүек бөтә эштәр ҙә башҡарыла.
Белорет металлургия заводының домналары 1954 йылғаса тик ағас күмерендә эшләй. Бер тонна сөгөн ҡойор өсөн 700 кг тирәһе ағас күмере, ә 700 кг күмерҙе әҙерләү өсөн 7 кубометр утын китә. Һуғыш ваҡытында металл бик күп кәрәк була. Шуға ла домна мейестәрен туҡтауһыҙ күмер менән тәьмин итеү өсөн Инйәр урмандарында ағас ҡырҡыусылар, күмер яндырыусылар, йөк ташыусылар өҙлөкһөҙ эшләй. Ағас күмере ҡара көкөрт әҙерләүҙә лә ҡулланылғас, эшселәр күп кәрәк була. Шуға ситтән эшсе көстәр йәлеп ителә. Ҡышҡы осорҙа колхозсыларҙы ла ағас ҡырҡыуға оҙаталар. Хатта Ноҡат, Хәсән ауылдарында һәм Кәрпестенән аҫтараҡ лагерҙар була. Уларҙа әсирҙәр һәм хөкөм ителгән тотҡондар эшләй.
Тәжрибәле урман ҡырҡыусылар йәштәрҙе, ҡыш көндәре колхоздан килгән йәш ҡатын-ҡыҙҙарҙы ағас ҡырҡырға өйрәтәләр. Әҙер күмерҙе ат көсө менән арба, саналарҙа ташыйҙар. Унан Инйәр станцияһында вагондарға тейәп, тар колеялы тимер юлы буйлап Белорет заводына оҙаталар. Һуғыш йылдарында Мейәстәге “УралЗИС”тан газ генераторлы автомобилдәр килә. Улар бысылған ағас түмәре яғып эшләй. Был машиналар аҙ ҡеүәтле булһа ла, аттан биш тапҡыр күберәк йөк ташый. Вагондарға күмер тейәү тәүлек әйләнәһенә бара. Урмансылар тырышып эшләй. Төркөмдәр, участкалар араһында ярыштар ҙа ойошторола. Араларында шәхси рекорд ҡуйыусылар, күпмелер ваҡыт арауығында мең кубометр ағас әҙерләүсе “меңселәр” була. “Фронтта тағы ла ҡыйыныраҡ!” - ти эшселәр. “Бер түмәргә күберәк - бер дошманға әҙерәк!” - тип тырыша улар. Хөкүмәт эшселәрҙе дәртләндереү сараларын ҡуллана. Алдынғыларҙы Маҡтау ҡағыҙҙары, аҡсалата премия, туҡыма, аяҡ кейеме менән бүләкләйҙәр. Тағы - ашханала өҫтәмә аш! Эшселәр көнөнә - 500-600 грамм, ғаилә ағзалары 120-200 грамм икмәк алғанда был үҙе ҙур ҡаҙаныш. Белорет металлургтары, Туҡан таусылары, урман ҡырҡыусылары Верховный главнокомандующийҙан Рәхмәт хаттары, телеграммалар ала.
Тырыш эшселәр араһында атай-олатайҙарыбыҙ ҙа була. Ҡалашты ауылы төпкөлдә - райондың көнбайышҡа табан сигендә, Ғафури районынан йыраҡ түгел ерҙә, Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан. Ул Ноҡат ауыл Советына ҡарай. Атайым Мөхәмәт Динисламов (һүрәттә) шул ауылда тыуып үҫә. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уға 10 йәш була. Ауыр йылдарҙы хәтерләп, төпкөлдә йәшәһәк тә һуғыштың ауырлығы тиҙ килеп етте беҙгә лә, тиер ине. Уның 37 йәшлек атаһы Мансур Динислам улы менән 17 йәшлек Хәлиулла ағаһын һуғышҡа алмайҙар, бронь биреп урман ҡырҡырға ҡалдыралар. Улар һуғыш бөткәнсе алһыҙ-ялһыҙ, аслы-туҡлы, сабатала һәм алама кейемдә урман ҡырҡа. Һәр кешегә көнлөк норма 5 кубометр була. Норманы тултыра алмағандарға ғаилә ағзалары ярҙамға килгән. Ун йәшлек Мөхәмәт тә хәленән килгәнсә атаһы менән ағаһына ярҙамлашҡан. Өйҙән аҙыҡ-түлек, урманда йыйылған еләк, ашарға яраҡлы үҫемлек тамыры алып бара. Аҙнаға бер сабата үреп илтә. Сабатаға йүкәне лә үҙе һыҙыра. Етмәһә, өйҙә лә эш күп. Әсәһе Байбикә, апайы Асия менән бергә мал ҡарау, утын хәстәрләү ҙә улар иңендә. Шулай еңеүҙе яҡынайтырға тырышалар. Баш осонда пулялар һыҙғырмаһа ла, тирә-яҡта бомбалар шартлап тормаһа ла көсөргәнешле йәшәйҙәр. Көс еткеһеҙ ауыр эштән, һыуыҡтан һәм аслыҡтан һаулыҡтары ҡаҡшай, ғүмерҙәре ҡыҫҡара. Шуға күрәлер, атайыма 18 йәше тулғас, кәүҙә ауырлығы нормаға етмәй тип, армияға барыуҙы кисектерәләр.Тағы дүрт йылдан һуң ғына хәрби хеҙмәткә яраҡлы булып, өс йыл хеҙмәт итеп ҡайта. Ә атаһы менән ағаһы икеһе лә 60 йәштәрҙә генә вафат була. Олатайыбыҙ Мансур Динислам улының һәм бабайыбыҙ Хәлиулла Мансур улы Динисламовтарҙың исемдәре “Тыл геройҙары” китабының IV томына ингән. Улар “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында намыҫлы хеҙмәте өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән. Беҙ, уларҙың вариҫтары, хеҙмәт ҡаһармандарын онотмайыҡ.
Ләлә ҒӘБДЕЛХАҠОВА.
Татлы.