Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
6 Май 2025, 12:59

Яралар уңалһа ла, хәтер мәңгелек

Илдә тыныс таңдар атҡанда,Хыялдарҙы селпәрәмә ватып,Һуғыш бәреп керҙе өйҙәргә,Тарих булып ҡалды һөйләргә.

Яралар уңалһа ла, хәтер мәңгелек
Яралар уңалһа ла, хәтер мәңгелек


Ваҡыт йылдан-йыл һуғыш осоронан йырағыраҡ алып китһә лә, яҡты донъя, бәхетле тормош өсөн булған ҡан-ҡойош онотолмай. Һуғыштан һуң тыуған балалар күптән олоғайһа ла, афәттән арына алмай, сөнки уларҙың атай-олатайҙары яу ҡырында ятып ҡалдылар, үҙҙәре ил күргән ауырлыҡты күреп үҫтеләр. Йәш быуын был ҡот осҡос тарихты белергә тейеш. 
Өс улын берсә яу ҡырына оҙатып, һуғыш арҡаһында ауыр яҙмышҡа дусар булып, Бөйөк Еңеүҙе тылда тырыш хеҙмәте менән яҡынайтҡан әсә һәм дошман менән батырҙарса һуғышҡан улдары тураһында һөйләмәксемен. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, илде фашист илбаҫарҙарынан азат итеү өсөн Уҫманғәле ауылынан өс бер туған: Камалетдин, Саҙретдин, Фәрхетдин Исламовтар һуғышҡа китә.
Камалетдин Фатима менән Исламдың дүрт ҡыҙ баланан һуң көтөп алған улы. Ир кеше малай көтә, сөнки фамилиям юғала, тип ҡайғыра. Тик ҡаты ауырыуҙан вафат була, яңғыҙ ҡатын ҡулында һигеҙ бала һәм аҫрауға алған Фәйзулла исемле малай менән тороп ҡала. Аталары үлгәс, тағы ла бер ҡыҙ бала донъяға килә. Камалетдинға иркәләнеп үҫергә тура килмәй, бәләкәй туғандарына атай ҙа, ағай ҙа була ул.
Бәләкәстән тыныс, сабыр, эшкингән малай була. Камалетдинға өс кенә йәш булғанда, бесән ваҡытында сыбыртҡы тотоп уйнап йөрөгәндә, ҡыуыштан йырағыраҡ китә һәм аҙаша. Ул ваҡытта бесәнде ҡуна ятып әҙерләгәндәр. Ҡайтыр юлды оҙаҡ эҙләй малай, ләкин таба алмай, шунан йыуан ике ҡарағай араһында әйләнеп йөрөй торғас, кис тә етә. Арып бер киҫкә өҫтөнә менеп ултыра ла йоҡлап китә. Атаһы уның юғалғанын кискә генә белеп ҡала ла, ат менеп эҙләргә сыға. Бик оҙаҡ эҙләй, хатта ат арығас, икенсе атҡа менеп эҙләй, шулай уҡ бесәнселәр ҙә эҙләргә сығалар.
Тып-тын урманда ҡапыл аттың тояғы нимәгәлер һуғыла, ат һиҙенә малайҙың яҡында икәнен, ҡолактарын ҡарпайтып тыңлап тора. Шул саҡ Камалетдин уянып китә. Ул иламай ҙа, ҡурҡмай ҙа, ошо хәл үҙе үк уның сыҙамлылығын, көслө характерлы булыуын күрһәтә.
Ауылда аслыҡ, холера, ҡоба ауырыуынан күпләп кеше үлә, 1924 йылда Уҫманғәлелә етем балалар өсөн приют асыла, Фатиманың балалары ла шунда булып ала (һуңынан приютты Сермәнгә күсерәләр).
Ғаиләләге оло ир бала бик йәшләй Фәйзулла менән «ЮЖУраллес» ойошмаһына ат менән бүрәнә ташырға эшкә урынлаша һәм ғаиләгә ярҙам итә башлай.
Үҫеп еткәс өйләнә, 1939-1940 йылдарҙа Фин һуғышында ҡатнаша. Ҡайтып инде тормош көтөргә торғанда, Бөйөк Ватан һуғышы башлана. Был ваҡытта уның ике улы, ҡыҙы була. Алкинда әҙерлек үтә. 
Өс улын да һуғышҡа оҙатыуы Фатимаға еңел булмай, ул балаларын барып күреп ҡалыу өсөн асыҡ тауар поезына ултырып, Силәбе өлкәһе Корпачева яҡлап киң колеялы тимер юлы менән Алкинға юллана. Ул ваҡытта районда ғына Белоретҡа тиклем тар колеялы поезд була. Бер поездан икенсеһенә күсеп барырға тура килә уға. Был көндәр һалҡыная башлаған саҡ була, сөнки тәжрибәле һалдатты оҙағыраҡ итеп етди урынға әҙерләйҙәр, ул Фин һуғышында үҙен тик яҡшы яҡтан ғына күрһәткән була. Улы менән күрешкәс, тағы ла шул уҡ асыҡ вагонда ҡайта. Һыуыҡ үтеп, ҡайт-
ҡас ныҡ ауырый, саҡ-саҡ үлмәй ҡала (балалары хаҡына Аллаһ һаҡлағандыр). Ләкин ике күҙе лә һуҡырая.
Камалетдин сержант званиеһында минометсылар отделениеһының взвод командиры булып, Калинин фронтында һуғышҡа инә. Бында бик ҡаты һуғыштар бара: Волоколамск, Погорелый ҡалаларын азат итәләр, 1942 йылдың сентябрендә Ржевск ҡалаһы өсөн барған һуғышта ҡаты яралана. Һауығып сыҡҡас, уны Өфө пехота училищеһына йәш һалдаттарҙы өйрәтеү өсөн ебәрәләр.
1943 йылда тағы фронтҡа китә. Был юлы 1-се Белоруссия фронты 65-се армия, 83-сө уҡсылар полкы 193-сө уҡсылар дивизияһына ебәрәләр. Гомель ҡалаһын азат иткәндә ул взвод командиры дәрәжәһендә була. Бобруйск ҡалаһын азат итәләр. Тағы өс тапҡыр яралана. Төҙәлеп сыҡҡас, Молдавия, Бессарабия ерҙәрендә һуғыша. Партия сафына алалар. Румыния илендә милли азатлыҡ өсөн көрәш башлана. Бында күп ҡала-
ауылдарҙы дошмандарҙан таҙарталар. Лейтенант званиеһында рота менән командовать итә. Шунан уны ҡала коменданты итеп тәғәйенләйҙәр.
Инде һуғыш тамамланды тип ҡыуанып йөрөгәнендә, Япония менән сыуалышты баҫтырыуҙа ҡатнаша. Ләкин барып етеү менән кире ҡайтаралар. Еңеүҙе Ород ҡалаһында ҡаршылай.
Бик күп ауырлыҡтар кисереп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Инйәр леспромхозында профсоюз комитеты рәйесе булып эшләй.
Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн Исламов Камалетдин Ислам улы «Ҡыҙыл Йондоҙ» ордены һәм бик күп миҙалдар менән наградланған.
Һуғышта һыу ҙа таба алмай, ат тояғынан йыйылған һыуҙы эстек, һыуыҡ окоптарҙа, ҡар өҫтөндә йоҡларға тура килде, тип һөйләгән ул.
Уның биографияһын иҫкә алғанда ошо йыр иҫкә төшә:
Ҡайҙа ғына бармай, ниҙәр күрмәй
Ир-егеткәй менән ат башы...
Бик күп ауырлыҡтар кисереп, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Инйәр леспромхозында профсоюз комитеты рәйесе булып эшләй. Һуңғараҡ Көҙйылға участкаһында эшселәр комитеты рәйесе, Инйәрҙә ҡулланыусылар йәмғиәтендә рәйес булып эшләп хаҡлы ялға сыға. Ғүмере буйы тигәндәй бал ҡорттары тота, балаларын да был кәсепкә өйрәтте. Бер йыл уға «Заря» колхозының ауырыу бал ҡорттарын килтерәләр, уның оҫта умартасы тигән даны районда билдәле булған. Ул колхоздың бал ҡорттарын алыҫ урманда, "Ҡыҙыл Бәрмеш" тигән ерҙә йәй буйы тәрбиәләп, һауыҡтырып, үрсетеп биреп ҡайтара. Балалары уға гел ярҙамсы була. Бал ҡорттары менән кешеләргә лә ярҙам итә, бүләк итеп тә биргеләгән.
Тыныс тормошта ал-ял белмәй эшләй, йәмәғәт эшендә лә актив була. Элек Уҫманғәлелә Инйәр йылғаһы аша ағас күпер булды, йыл һайын яҙғы ташҡын уны алып китә торған ине. Ә ул Айыс, Арышпар, Ноҡат ауылдарын район менән тоташтырып торһа, тағы ла леспромхоздың ағас ташыған машиналары өсөн хөкүмәт кимәлендә мөһим роль уйнаған күпер булды. Уны тиҙ арала ремонтлау өсөн ауыл хакимиәте рәйесе Камалетдин Ислам улына ышанып тапшыра ине. Ул тиҙ арала ауыл халҡынан бригада төҙөп эшләп тә ҡуйыр ине. Ауылда 1957-1965 йылдарҙа иптәштәр суды рәйесе лә була. Халыҡ менән яҡшы мөнәсәбәттә булғас, һүҙе лә үтә абруйлы кешенең. Гел ғәҙел хөкөм сығара.
Өлгөлө ғаилә башлығы, ете балаға хәстәрлекле атай үҙ ғүмерендә үҙенә ике өй төҙөй, бынан тыш һәр улына ла йорт һалышып бирә. Атанан өйрәнгән малайҙары ла оҫта булды. Өйҙә лә бер ваҡытта ла уның тауыш сығарып, яман һүҙ әйткәнен ишетмәй үҫә балалар. Ҡатыны Нәсимә Яздан ҡыҙы менән 66 йыл татыу, мул тормошта ғүмер кисерҙеләр. Ветерандың «Кешене рәнйетмәгеҙ, рәнйеш алмағыҙ, изгелек ҡылығыҙ» тигән һүҙҙәре балалары һәм ейәндәренә васыят булып ҡалды.
Фатиманың икенсе улы Фәрхетдин 1915 йылдың 1 майында тыуған. Бәләкәйҙән эшләп үҫә. Ун ике генә йәшендә Инйәр леспромхозының Ноҡат участкаһына ағас ҡырҡыусы булып эшкә урынлаша. Ололарҙан ҡалышмаҫҡа тырышып эшләгәс, паек та ала.Йылдар үтә тора, Фәрхетдин егет ҡорона етә. Сәғиҙә исемле ҡыҙ менән танышып, өйләнешәләр.
1937 йылда хәрби хеҙмәткә саҡырыла, сапер булып хеҙмәт итә. Өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң 1940 йылда тыуған ауылына әйләнеп ҡайта һәм леспромхозда эшләй башлай. Бөйөк Ватан һуғышы башланыу менән, 1941 йылдың 22 июлендә фронтҡа алына.
Ул Кавказда, «Бәләкәй Ер»ҙә, 51-се отрядта 40-сы уҡсылар бригадаһында сапер була. Унда ул 1943 йылға тиклем була.
Күп тапҡыр урындан урынға күсеп йөрөргә тура килә, әйберҙәренең ҡайһыларын атҡа тейәп, ҡайҙа үҙе йөкләп, Дунай аша сығырға тура килә. Бик ҙур ауырлыҡтар менән бер ярҙан икенсе ярға сығалар. Бында уға Инйәр һыуында йөҙөп үҫкәне ярҙам итә.
Украинала ҡаты һуғыштар бара, һауала немецтарҙың самолеттары шул тиклем күп, ерҙә йөрөгән кешеләрҙең һәр береһе артынан ҡыуалайҙар. Ярай әле игендәр оҙон булып үҫкән, шунда ғына йәшенеп әҙерәк ҡотолоп торғандар. Дошман көслө: ерҙә - танктар, күктә - самолеттар. Шулай итеп, Керчь моронона килтереп ҡыҫырыҡлайҙар быларҙы. Немец һөжүмен кире ҡаға-ҡаға, Ҡырымдағы Аппар тигән ауылда туҡталалар. Унда - Ҡырым татарҙары. Уларҙы ҡалырға өгөтләйҙәр, ике айға яҡын шунда һуғышалар, Оло Ер менән бәйләнеш өҙөлә. 650 кешенә 300 генә ҡалалар. Белорет районынан Красавин, Сальников, Кудряшовтар һәләк була. Тағы бер яҡташы - Асы ауылынан Хәбиәхмәт Яҡупов менән осрашалар. Ҡара диңгеҙҙе сығырға кәрәк, бер өйҙө икәүләп һүтеп, бүрәнәләренән тиҙ генә һал һаллап алалар, сөнки немецтар ҡулына эләкмәҫкә тырышалар. Ҡапыл пароход күренә, 500-600 метр самаһы үткәс, туҡтай. Пароходҡа ҡарап һалдарын ишәләр, етеү менән трос күреп ҡалып, шуны ҡулға эләктереп өлгөрәләр, шул арала пароход та ҡуҙғалып китә. Тростың осон ҡулына урап ала Фәрхетдин. Хәбиәхмәт уны биленән тотоп килә. Һөйөнөп йырлап ебәрәләр, әммә аҙаҡ һал бата башлай, ярай әле пароходтағылар ҡысҡырыуҙарын ишетеп ҡалып, быларҙы тартып алалар. 
Новороссийскиҙа төшөрөп ҡалдыралар, сөнки пароходҡа икенсе яҡҡа китергә кәрәк була. 1942 йылдың 4 сентябрендә Кубанде обороналағанда Хәбиәхмәт һәләк була. Ашнаҡсы ла үлә. Фәрхетдинде ашнаҡсы итеп ҡуялар. Бер саҡ һалдаттарҙы ашатырға йөрөгәндә, ҡапыл өс немец килә лә сыға. Фәрхетдин сос була, тиҙ генә граната ырғыта һалып, уларҙы юҡ итә. Күп тә үтмәй тағы ике немец килеп сығып: «Русь, сдавайся!» - тип ҡысҡыралар. Ашнаҡсы атын арбаһы менән шәп итеп ҡыуып, бер үҙәккә инеп өлгөрә һәм ҡотолоп ҡала.
1943 йылдың 20 ноябре. Тағы ла ҡаты һуғыштар башлана. Туапсе ҡалаһы эргәһендә бер ауыл өйөндә иҫенә килә, ул ике көн һушһыҙ ятҡан була. Ереван ҡалаһына госпиталгә ебәрәләр. Йыл ярым ҡултыҡ таяғы менән йөрөй. Фәрхетдинде комиссовать итеп ҡайтаралар. Ҡайтҡас, яраларына ҡарамай, леспромхозда эшен дауам итә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда эшләй.
1944 йылда ҡатыны Сәғиҙә ҡаты ауырыуҙан вафат була. Ике малай һәм бер нисә айлыҡ ҡына ҡыҙы тороп ҡала. Икенсе тапҡыр Рәҡиә исемле ҡатынға өйләнеп, 6 балаға ғүмер бүләк итеп, бөтәһе 9 бала тәрбиәләп үҫтерәләр.
Һуғыштағы батырлыҡтары өсөн бик күп орден, миҙалдар менән бүләкләнгән.
Капитан Ғәлин Саҙретдин Ислам улы. Шуны аңлатып үтергә кәрәк булыр: Камалетдин менән Фәрхетдин аталары исемен фамилия итеп алалар, ә Саҙретдин олатаһының исеме Ғәле менән Ғәлин тип яҙыла)
Саҙретдин 1918 йылда тыуа. Ул ғаиләлә малайҙар араһында өсөнсө бала була. Бәләкәйҙән белемгә ынтыла, исеме лә ғәрәпсәнән шуны аңлата икән. Атаһы үлгәндә уға ни бары ике йәш кенә була. Бәләкәйҙән теремек малай биш кенә йәшендә Ильяс исемле һуҡыр ҡоҙаларын етәкләп йөрөтә. 1928 йылда шул ҡоҙаһы кәңәше менән Өфөгә ҡасып китә, унда Ленин исемендәге балалар йортона эләгә. Ләкин 1931 йылда уларҙы Стәрлегә күсерәләр, бында бер нәмә лә әҙер булмағас, кире ауылға ҡайтырға мәжбүр була. Йәйен көтөүсе булып эшләй, шунан Инйәрҙә башҡорт мәктәбе асыла һәм ул бишенсе класҡа уҡырға бара. Тағы ла Өфөгә уҡырға китә, ләкин бер кемдән дә ярҙам булмағас, бер йылдан һуң кире ауылға ҡайтып аҡса эшләргә була.Ҡаҙмаш урман участкаһында ололарҙы уҡыта башлай. Культуролог, профком рәйесе була, яҡшы эшләгәне өсөн бүләк тә алып өлгөрә. 1936-1937 йылдарҙа Береш ауылында башланғыс мәктәптә уҡытыусы булып эшләй. Тап ошо йылдарҙа репрессия башлана, бер ғәйеп-
һеҙ халыҡты ҡулға алыуҙар башлана. Шуларҙы күреп, Сталинға хат яҙғаны өсөн үҙен ҡулға ала яҙалар. Белорет ҡалаһында дауаханала  ятҡанда бер врач Саҙретдинды йоғошло ауырыу менән ауырый тип ялған справка бирә һәм арестан ҡотҡара. 1938 йылда Инйәр мәктәбенә уҡытырға инә. Шул уҡ ваҡытта Сермәндә ситтән тороп педагогия училищеһын тамамлай. Белоретта педучилищела курстар асыла, туғыҙ яҡшы уҡыған баланы Белоретҡа ебәрәләр. Мәктәптә вожатый булып эшләгән сағында күптәнге хыялы булған осоусы-летчикка әҙерлек курсына ла йөрөй. 1939 йыл Бөрйән районы Мәһәҙей ауылы мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр, завуч та була. Армияға алына һәм осоусылар әҙерләгән мәктәпкә эләгә. Бергә уҡыған иптәштәре - В. Залавин, И. Сысоев, В. Кочетков, Оглобличев һәм башҡалар. Яңы ойошторола башлаған 330-сы бомбардировщиктар полкына алалар. 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда уларҙың полкы Хабаровск ҡалаһында аэродромда була. Шул көндө ауылдаштары Мансур Әхмәтов менән Кинйәғол Сәитғәлин өсөн билет алып, циркка саҡыра, шунда һуғыш башланғанын ишетәләр.
Һуғышҡа әҙерлек башлана. Самолеттарҙы платформаға тейәп йөрөгәндә кемдер Саҙретдинға исеме менән ҡысҡыра, яҡыныраҡ киләйем тип атлай башлаһа, часовой ебәрмәй, атам, тип ҡурҡыта. Ә ул ҡурҡып тормай, мин дә атам һине, ти ҙә пистолетын сығара. Шунда ғына часовой уны үткәрә. Был кеше Ноҡат ауылынан Ғилфан Фазылов була. Ул 1937 йыл ҡулға алынған була, ләкин оҙаҡ һөйләшеп торорға мөмкинлек булмай, иртәгеһен Ғилфанды ҡайҙалыр ебәргәндәр, башҡаса осраша алмағандар.
1942 йылда беренсе төркөмдө, Саҙретдин хеҙмәт иткән часты, Көнбайышҡа оҙаталар. 1943 йылда Хабаровскиҙағы кирбес заводты авиационный итеп үҙгәртәләр, шул заводта ИЛ-4 самолеттарын фронтҡа ебәрә башлайҙар. Арзамас, Ҡазан, Балтик диңгеҙен һаҡлайҙар, разведкаға йөрөйҙәр, көн дә, төн дә осорға тура килә. Көнбайыштан ҡайтыу менән Японияның Квантун армияһына ҡаршы һөжүм башларға бойороҡ була. Көтмәгәндә, төндә Харбин ҡалаһын бомбаға тотҡанда, 53-сө дивизиянан ике экипаж әйләнеп ҡайтмай. Шунда командование-
нан яңылышлыҡ булып ала. Хулинь тигән ҡаланы пехота ала алмағас, авиацияны саҡыралар.Ул ваҡытта япондар икенсе урынға күсеп китеп өлгөргән була. Беҙҙең самолет үҙебеҙҙекеләрҙе бомбаға тота. Шул сәбәп буйынса летчиктарҙың званиеларын алалар, сержантҡа тиклем төшөрәләр. Май айында Кореянан Ҡытайға барып ҡайталар. Порт-Артурҙа булып, «Йәйәүле Ғайса» йыры яңғыраған урынды күрергә насип була Саҙретдинға. 1946 йылдың август айында Свердловскиҙан үҙ ауылына ҡайта. Белорет ҡалаһына барғас, комсомолдың район ойошмаһына беренсе секретарь эшен тәҡдим итәләр, риза булмағас, Урта Телмәй мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрәләр. Беренсе сиректән һуң уны Инйәр урта мәктәбенә завуч итеп саҡыралар. Бер йылдан һуң Йөйәктә яңы ете йыллыҡ мәктәп асыуҙы ойошторорға ебәрәләр. Тағы бер йылдан Белорет районының мәҙәниәт бүлеге етәксеһе итеп үрләтәләр. 1954 йылда Мәскәүҙә халыҡ йырҙарын башҡарыусылар фестивале үткәрелә, Белорет районы ансамблен Өфөгә алып бара. Мәскәүгә Учалы бейеү ансамблен һәм 62 йырсы араһынан Саҙретдин Ғәлинды һайлап алалар. Унда киноға төшәләр. Бер ай эсендә Мәскәүҙә бер нисә концерт ҡуялар. Уларҙың коллективына «Халыҡ таланттары» исеме бирелә. М. Калинин Саҙретдин Ғәлинды Почет грамотаһы менән бүләкләй. Районда Коммунистар партияһының Беренсе секретары П.Т. Сафоновҡа уның Мәскәүгә барып дан алып ҡайтыуы оҡшамай, сөнки ул Әүжәндән икенсе кешене әҙерләгән була һәм аралары боҙола. Ә Мәскәү ҡурай уйнаған, оҙон көй йырлаған башҡортто ебәреүҙәрен һораған.
 1957 йылда ауылға ҡайта, унда ете йыллыҡ мәктәпте асыуҙа ҡатнаша. Уҫманғәле мәктәбендә хаҡлы ялға сыҡҡансы тарих, физкультура, хеҙмәт, география дәрестәренән балаларға белем бирә ул.
Уҡыусыларын төрлө ярыштарҙа ҡатнаштыра һәм һәр ваҡыт тик беренсе урындар ғына алып киләләр. Йыл һайын уҡыусылары менән походтарға, экскурсияларға йөрөй. Уҡыусыларында  тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләй.
Саҙретдин ағай ҡурайҙа, мандолинала, скрипкала, баянда өҙҙөрөп уйнай ине.
 Халыҡ уны онотмай, йыш ҡына уның иҫтәлегенә ауыл халҡы, уҡыусылары ҙур мәҙәни саралар, хәтер кисәһе үткәрәләр.

Флүрә Исламова-Иҫәнова, 
ветеран-китапханасы.
Инйәр.

Автор:
Читайте нас