Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
7 Май 2025, 16:36

Еңеүгә дан йырланылар

“Тирмәкәй” башҡорт балалар баҡсаһында балалар, ата-әсәләр, тәрбиәселәр араһында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына һәм Ватан һаҡсылары йылына арнап, “Мин һеҙгә һуғыш хаҡында һөйләйем” тип аталған шиғыр, йыр конкурсы үтте. 

Еңеүгә дан йырланылар
Еңеүгә дан йырланылар

 Конкурста ҡатнашыусыларҙың һәр сығышында ҡәһәрле һуғыш тетрәнеүҙәре, борсолоуҙар, үҙәкте өҙгөс  һағыш, шул уҡ ваҡытта Тыуған илебеҙ именлеге өсөн йәнен аямай көрәшкән  ҡаһарман олатайҙарыбыҙ, атай-ағайҙарыбыҙ өсөн сикһеҙ ғорурлыҡ тойғоһо, Еңеү шатлығы сағылды...
Бала күңелендә илһөйәрлек тойғоһо, йыр-моңға һөйөү  тәрбиәләү маҡсатында уҙғарылған был фәһемле конкурсты педагогтар Динара Хөснөтдинова, Эльвира Рамаҙанова, Рәйлә Минһажевалар ойошторҙо һәм  матур итеп алып барҙы. Сараны башҡорт балалар баҡсаһы мөдире Таңсулпан Бүләкбаева Роберт Рождественскийҙың батырҙарға мәңгелек дан йырлаған “Реквием”  поэмаһынан өҙөк менән башлап ебәрҙе. Артабан Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған яугирҙарҙы бер минут тын ҡалып иҫкә алғандан һуң, беҙҙең балалар баҡсаһының музыка залы ысын мәғәнәһендә Еңеүгә дан йырланған моң донъяһына солғанды: балалар  һуғыш, әрме, ҡаһарманлыҡ һәм илһөйәрлек темаһына берсә моңһоуланып, берсә  ғорурланып, берсә хисләнеп, берсә  нәфрәтләнеп шиғырҙар һөйләне, йырҙар йырланы. “Бал ҡорто” төркөмө ҡыҙҙары һәм малайҙары   “Һалдат оҙатыу” йолаһын ысын артистарса сәхнәләштереп, барыһын да хайран итһә, “Йәйғор” төркөмө балалары Мостай Кәримдең “Беҙҙең өйҙөң йәме” әҫәренән өҙөк сәхнәләштереп, һуғыш осоро балаларының хис-тойғоларын, кисерештәрен, көнкүрешен тамашасы күңеленә асыҡ еткерә алыуға иреште. “Еләккәй” төркөмө ҡыҙҙары ансамбленең “Мин бәхетле!” йыры ла бәйгенең ҡабатланмаҫ бер биҙәге булды. Ижади сараны тәрбиәселәр һәм ата-әсәләрҙең дә ҡатнашыуы айырыуса йәнләндереп, йәмләндереп ебәрҙе. Зәлиә Ғәйфуллина, Гөлназ Әпҡәдирова  билдәле шағирҙар Рәми Ғарипов, Рафаэль Сафиндың үлемһеҙ шиғырҙары  - “Яндырылған хаттар”, “Ҡыр ҡаҙҙарын” ҙур оҫталыҡ менән яттан һөйләне,  шулай уҡ педагогтар   “Мәңгелек ут” йырын, “Катюша” бейеүен әҙерләп, тамашасы хөкөмөнә сығарҙы. Атайҙар - Илнур Шаһивәлиевтең дәртле йыры, Иршат Сәлиховтың ҡурай моңдары матур сараны тағы ла рухлыраҡ итте, хатта балалар ҙа ҡушылып йырламайса булдыра алманы. Конкурс “Йәйғор” мәктәпкә әҙерлек төркөмө ҡыҙ-малайҙарының  “Еңеү вальсы” бейеүе,  “Беҙҙең Армия” йыры  менән тамамланды.
Конкурстың һуңында жюри ағзалары һөҙөмтәләр менән таныштырҙы, еңеүселәргә Маҡтау грамоталары тапшырҙы.

Зөлфиә СӘЛИХОВА,
тәрбиәсе.

Автор:
Читайте нас