Ошо көндәрҙә мәктәп уҡыусылары өсөн яҡташыбыҙ Әмирхан Харисовҡа бағышланған “Хәтерләйбеҙ һәм ғорурланабыҙ” тигән батырлыҡ дәресе ойошторолдо.
Харисов - батальондың ябай, рядовой уҡсыһы, разведчигы, элемтәсеһе, айырым мөһим заданиелар үтәүсе төркөмдөң хәрби командиры. Харисов батальон командиры капитан Дусметовтың “күҙе” һәм “ҡолағы”, уның уң ҡулы. Батальондың бөтә шәхси составы уны “Беҙҙең Харис” тип кенә атай, - тип яҙған Абҙаҡ ауылында тыуған Белорет милиционеры Әмирхан Харисов тураһында Вәли Ғирфанов үҙенең “Капитан Дусметов һәм уның батальоны” тигән китабында.
Эшсе-крәҫтиәндәр милицияһы идараһының бойороҡтар китабында билдәләүенсә, Әмирхан Харисов милиция хеҙмәтенә 1940 йылда ҡабул ителгән. 1941 йылда йәш хеҙмәткәр фронтҡа саҡырылған.
Полиция музейында Хөкүмәт тарафынан Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләү тураһындағы ҡағыҙҙың күсермәһе һаҡлана. Ҡағыҙҙа старшинаның хәрби батырлығы теркәлгән: “Иптәш старшина полкка 1942 йылдың ғинуар айында килде. Ошо ваҡыт эсендә үҙен тәртипле һәм ныҡышмал кесе командир итеп күрһәтә алды. Немец оккупаннтары менән алышта батырлыҡ һәм ҡыйыулыҡ күрһәтте. “Смело к труду” совхозы янындағы бейеклек өсөн алышта Харисов ике тапҡыр немецтарға ҡаршы атакаға күтәрелде. 1943 йылдың июнь айында дошмандар ҡыҫымы аҫтында рота командиры ҡаты яраланды, иптәш Харисов рота менән етәкселек итеүҙе үҙ өҫтөнә алды һәм немецтарҙың атакаһын кире ҡаҡты. Был алышта ул биш немецты юҡ итте.
Иптәш Харисов ротала 8 кеше генә ҡалғанда ла ҡурҡып ҡалманы. Утыҙға яҡын немец автоматсыһына яҡынлашырға мөмкинлек биреп, уларға ут асты. Тере ҡалған немец һалдаттары артҡа сигенде. Иптәш Харисов Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләүгә лайыҡлы”.
Был Харисовтың беренсе наградаһы түгел. 1943 йылдың башында Дон фронты 214-се уҡсылар дивизияһының 788-се уҡсылар полкы приказы менән ул “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләнгән. Приказдың күсермәһенән күренеүенсә, 1943 йылдың 7 ғинуар айында немецтарҙың нығытылмаған окоптарын атакаға алған ваҡытта ҡул менән көрәшеп, өс фашисты һәм бер немец офицерын юҡ итә. Бер нисә немец пистолетын, 10 винтовканы һәм документтарҙы ҡулға төшөрә. Был алышта бөтәһе 10 гитлерсыны юҡ итә”. Был ваҡиға Вәли Ғирфанов китабында художестволы итеп һүрәтләнгән. Автор старшинаның ниндәй награданы ниндәй батырлыҡ өсөн алғанлығын мауыҡтырғыс итеп сағылдырған.
Әҫәрҙә Әмирхан Харисов әҙәби герой ғына түгел, ә ысын кеше, башҡорт дивизияһы һуғышсыһы. Тап ошо үҙенсәлек әҫәрҙе документаль очерк жанрына яҡынайтҡан. Һалдаттың ҡурҡыу белмәҫ, һуғышсан характеры аша автор уның героик образын тыуҙыра алған. Әмирхан Харисовты халҡыбыҙҙың легендар геройы Салауат Юлаев менән сағыштырыу уның яуҙа күрһәткән батырлыҡтарының баһаһын тағы ла арттырып ебәргән.
Капитан Дусметов батальонында старшина Харисов рядовой уҡсы булараҡ билдәләнгән. Әммә батальондың йәки полкттың бер генә хәрби операцияһы ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәгән. Һәр операцияла ул хәрби батырлығы менән айырылып торған.
Харисов Сталинград һуғышының башынан аҙағына тиклем ҡатнашҡан. Унда күрһәткән батырлыҡтары көндән-көн арта барған, тип билдәләнгән В. Ғирфанов китабында:
“…Бер һуғышта (Харьков өлкәһе Н. Мерчик районы) дошмандың алғы һыҙығында бер автомашина күҙенә салына. Харисов тиҙ генә фриц каскаһын кейеп, ҡулына немец автоматы ала ла, машинаға табан шыуып бара. Ятҡан көйө автоматын күтәреп, шоферға “Был яҡҡа! Был яҡҡа” тип ҡулын болғай. Шофер уны немец һалдаты тип уйлай һәм Харисовҡа табан килә. Машина бер балка ситенә килеп еткәс тә, Харисов “Руки вверх!” тип ҡысҡыра. Шофер ҡапҡанға эләккәнен һиҙеп, ҡаршылыҡ күрһәтергә маташа, ләкин Харисовтың автоматтан биргән очереде уны мәңге ҡарыша алмаҫлыҡ итеп тынысландыра. Харисов машинаны тиҙ генә үҙебеҙҙең яҡҡа табан этеп ебәрә, унда һуғыш припастары тейәлгән булып сыға. Төндә машина, төҙөк хәлдә, беҙҙең яҡҡа сығарыла”.
“Беҙҙең Харис”тың, “Салауат тоҡомо”ноң, хәрби юлы бына ошондай характерлы эпизодтарҙан тора. Кәрәк булғанда ул полк, дивизия, үҙ батальоны өсөн мөһим “тел”де тотоп килтерә, разведка яһап ҡайта һәм иң ауыплы, мөһим операцияларҙа беренсе булып ҡатнаша. Кременчуг ҡалаһына ла капитан Дусметов менән беренсе булып инеүсе старшина Харисов булды. Шуның менән ул дивизияның данын күтәрҙе, уға “Кременчуг” исемен алырға ярҙам итте…
…Старшина Харисов батальондың башҡа батыр уҡсыларын кәүҙәләндереүсе, характерлаусы бер яугир ул”, - тип тамамланған Әмирхан Харисов тураһындағы ҙур булмаған очерк.
Ҡайҙы бер сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, Әмирхан Харисов 1943 йылда хәбәрһеҙ юғалған. Әммә уның исеме ауылдаштары, Белорет полицияһы хеҙмәткәрҙәре тарафынан ҡәҙерләп һаҡлана. Тыуған ауылы Абҙаҡта урамдарҙың береһе уның исеме менән аталған. Йыл айын 9 май - Еңеү көнөндә Әмирхан Харисов иҫтәлегенә арналған еңел атлека буйынса эстафета уҙғарыла. Бында ауылдың йәштәре һәм мәктәп уҡыусылары ҡатнаша. Полиция музейында Әмирхан Харисовтың фотоһы һәм документтарының күсермәһе һаҡлана.
Сарала ҡатнашыусылар “Еңеүгә оҙон юл” тип аталған хәтер-күргәҙмә менән танышты, үҙҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап алды.
Мәҙинә ШОҠОБАЕВА,
Абҙаҡ ауылы китапханаһы белгесе.