Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
7 Май 2025, 16:34

Тышаулы ла аттың аһ-зары

Минең олатайым Ғоморҙаҡ Абайдуллин күп йылдар хәбәрһеҙ юғалғандар исемлегендә ине.

Тышаулы ла аттың аһ-зары
Тышаулы ла аттың аһ-зары

Бер нисә йыл элек тарихсы Ринат Шәйбәковтың эҙләнеүҙәре һөҙөмтәһендә, уның концлагерҙә үлгәнлеге тураһында мәғлүм булды. Был шиғыр юлдары, олатайым тураһында хәбәр килгәс, теҙелде.

Мин тышаулы хәҙер. Ул тышауҙы

Кейҙерҙеләр сит-ят кешеләр

Ә эргәлә... йөҙәрләгән бығау,

Тышауланған минең ишеләр.

Ҡасан ғына әле мин йәш ҡолон

Саба инем иркен ҡырҙарҙа.

Уртлай инем әтлек, балтырғанды

Ҡымыҙлыҡтың бейек һыртында.

Һыулай инем таҙа, саф һыуҙарҙы

Манажыла, Бирйән башында.

Эләктем бит килеп. Бындай уйҙар

Кермәгәйне бер саҡ башыма.

Сит-ят ерҙең һауаһы ла ситен,

Һыуы ҡаты, шундай татырлы.

Эх-х, ҡайтаһы ине тыуған яҡҡа,

Нишләйем һуң, аяҡ тышаулы.

Бер һуларға ине тау һауаһын,

Бер тамсыһы ҡайҙа һыуымдың?

Бер япрағын еҫкәп мәтрүшкәнең

Ҡандырырға ине һыуһынды!

Ә ҡайтмаһам... Хәтерләгеҙ мине

Тыуған яғым, ғәзиз Уралым.

Ят тышауҙан арып сит-ят ерҙә

Ятып ҡалды һинең уланың.

Сәлиха СОЛТАНОВА,

 Асы ауылындағы Арыҫлан Мөбәрәков музейы мөдире.

Автор:
Читайте нас