Йылдар үткән һайын, үҙебеҙ күптән атайҙарыбыҙҙың йәшен үтеп китһәк тә, уларҙы һағынып, ғорурланып иҫкә алабыҙ. Атайым Мөхәмәдин Хәйретдин улы 1910 йылда Абҙаҡ ауылында донъяға килгән. Ике йәштәр самаһында әсәйһеҙ ҡала, ә 11 йәш тирәһендә атаһы тиф ауырыуынан донъя ҡуя һәм малайҙы Белорет ҡалаһы приютына ебәрәләр. Унда ла аслыҡ, яланғаслыҡ хөкөм һөрә.
Бер көн Мөхәмәдинде, үлгән икән тип, изоляторға ырғыталар. Ниндәй ғиллә менәндер малай иҫенә килә, башта бер ни аңламай, ҡараңғы, һыуыҡ бүлмәлә һәрмәнеп йөрөй башлай. Шунан ҡайҙа икәнлеген аңлап ҡала, кеше кейемдәрен кейә, хатта толоп та таба. Көс-хәл менән приюттан ҡасып, тыуған ауылына юл тота. Абҙаҡта туған тейеш Усман апа менән Верхнеуральск яғына күмер һатырға йөрөй башлай. Шунда апаһы бер ҡаҙаҡ менән һөйләшеп, атайымды уға биреп ебәрә. Ҡаҙаҡ кешеһе бай була, ул Мөхәмәдингә мал көтөргә ҡуша. Ә Усман көҙ килеп, малайҙың эш хаҡына мал алып ҡайтҡан.
Ҡаҙаҡ егетте ҡыҙына өйләнеп, уның өйөндә ҡалырға өгөтләй (сөнки уға кулак мөһөрө тағалар), әммә атайым ризалашмай. Ҡаҙаҡҡа оҙаҡ бил бөккәндән һуң, тыуған яғына әйләнеп ҡайтырға насип була.Тәүҙә ауылда, һуңынан Белоретта эшләй, 1932-1934 йылдарҙа хәрби хеҙмәткә алына. Ҡазан ҡалаһында ауылдашы Динислам Ишмырҙиндың йәшәгәнен белә һәм увольнениеға сыҡҡан саҡта эҙләп табып, уға барып йөрөй. Ул ваҡытта Динислам Ишмырҙинға ла кулак мөһөрө таҡҡан булалар.
Армиянан ҡайтҡас, атайым колхозға эшкә төшә. Һуңынан колхоз рәйесе, ауыл хакимиәте рәйесе вазифаларын атҡара. 1939 йылда партия сафына алына. Ауылдашы Хәнифә Яуымбай ҡыҙына өйләнә, татыу ғаиләлә ике ҡыҙ донъяға килә. Кинәт Фин һуғышы башланып киткән, атайымды һуғышҡа алалар. Һуғыштан иҫән-һау ҡайтҡас, Асҡар ауылында милицияла эшләй.
Ҡайғы бер үҙе йөрөмәй тиҙәр, 1941 йылда Бөйөк Ватан һуғышы башлана һәм атайым йәнә тыуған илен, ерен һаҡлар өсөн ҡулына ҡорал ала...
Атайым һуғышта күрһәткән батыр- лыҡтары өсөн орден һәм миҙалдар менән наградлана. Уның 29 немец һалдатын һәм офицерын, 2 немец танкыһын юҡ иткәнлеген иҫбатлаған документтар миндә һаҡлана.
Атайымдың: “Ҡышҡы һыуыҡ көн, немецтар һөжүм итә. Мин беренсе расчет менән атам, икенсе пулемет беҙҙән йөҙ метр ары. Ниңәлер икенсе пулемет атыуҙан туҡтаны, мин шыуышып барып тикшерергә булдым. Барһам, пулеметтың таҫмаһы туңған икән. Күп уйларға ваҡыт юҡ, таҫманың коробкаһына кесе ярау итеп, боҙон иреттем, шунан пулемет эшләп китте”, - тип һөйләгәнен бер ваҡытта ла онотмайым.
Калинин районының Түбәнге Семёнкино ауылында атайымдар ҡамау- ҙа ҡалғандар. Окопта өс кенә һалдат, береһендә винтовка, икенсеһендә автомат, ә атайымда пистолет була. Ашарға-эсергә юҡ, алтынсы көн тигәндә шешенә башлайҙар. Ә немец снайперҙары баш күтәрергә лә ирек бирмәй. Атайым ни булһа ла булыр, тип иптәшенең винтовкаһын алып ата башлай. Беренсеһен яҙа ата, икенсе тап- ҡыр атҡанда снайперҙы атып төшөрә. Ҡараңғы төшкәс, атайым тирә-яҡты ҡарап килергә була һәм ауыл осонда беҙҙең танк ултырғанын күреп ҡала. Шыуышып барып, аҫтына инеп ята ла, танкты туҡылдата башлай. Унда йәш танкистар булып сыға, өс снаряд ҡалған була. Иртәнге сәғәт дүрттә ут асырға һөйләшәләр. Ҡамауҙа барыһы 28 һалдат ҡалған була. Килешкәндәренсә, таң менән ауылда йәшенеп ятҡан немецтарға һөжүм итәләр, бер нисәүһен әсиргә алалар һәм частарының байрағын һаҡлап алып ҡалалар. Был операция өсөн беҙгә герой исеме бирелергә тейеш ине, комбат үлеп ҡалғанға күрә, отпускы ғына бирҙеләр, тип хәтерләй торғайны атайым.
1942 йылдың октябрендә пуля бер бармағын өҙә. Госпиталдә ятып сыҡҡас, йәнә иптәштәре янына йүнәлә. 1943 йылдың 27 ғинуарында атайым ҡаты яраланып, 16 июлгә тиклем госпиталдә ята. Был ваҡытта ҡатыны: “Ирегеҙ, красноармеец Хәйретдинов Мөхәмәдин Хәйретдин улы хәрби антына тоғро ҡалып, ҙур батырлыҡ күрһәтеп, 1942 йылдың 30 июнендә һәләк булды”, - тигән “ҡара ҡағыҙ” алған була.
Мина ярсығы атайымдың дүрт ҡабырғаһын онтаған була. Уны 1943 йылдың 19 авгусында машина менән Магнитогорск ҡалаһына тиклем оҙатып ҡуялар. Шул тиклем ауыр осорҙа яңғыҙ һалдат өсөн машина ебәреүҙәре уның ниндәй һалдат булғанын аңғарта.
Һуғыштан һуң ике улдары тыуа. Төрлө эштәрҙә эшләй, колхоз, һуңынан ауыл хакимиәте рәйесе вазифаларына ла тәғәйенләнә. Һуғышта алған яралары ныҡ һыҙлағандыр инде, бер бармағын пуля өҙгән, үпкәһендә, арҡаһында мина ярсығы бар ине. 1976 йылда атайымдың йөрәге тибеүҙән туҡтаны...
Мин атайым тураһында йыш ҡына балаларыма, ейән-ейәнсәрҙәремә һөйләйем. Беҙҙең яҡты киләсәк өсөн һуғышта баш һалған һәм һуғыштан яраланып ҡайтҡан, тыуған иле өсөн көрәшкәндәргә мәңгелек дан! Тиҙерәк донъяларҙа тыныслыҡ урынлашыуын теләйем һәм барығыҙҙы ла Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы менән ҡотлайым!
Заһир ХӘЙРЕТДИНОВ.