9 МАЙ. ХӘТЕР
8 Мая 2025, 11:04

Уғатарҙар бергә йыйылды

Ҡаланың Мата аръяғы-2 биҫтәһендә Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 80 йыллығы һәм Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам йылына арналған традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса ярыш үтте.

Добавить в предпочтительные источники Google
Уғатарҙар бергә йыйылдыУғатарҙар бергә йыйылды
Уғатарҙар бергә йыйылды

Һауа торошо ла уҡсыларҙы хуп- лағандай, ярыш тамамланғансы ҡояшлы һәм яуынһыҙ булды. Ҡайһы бер ололарҙың һәм балаларҙың милли кейемдә килеүе ярышҡа сағыу- лыҡ һәм йәм өҫтәне.

Ата-әсәләр, көйәрмәндәр, бала-сағалар уйынды ҡыҙыҡһынып күҙәтте, ярыштан һуң үҙҙәре лә уҡ атып ҡараны. Ололар, 15-ләп уҡсы ир-егет һәм ҡатын-ҡыҙ, 30 метрға Көмбәҙ сәптәренә атып, мәргәнлектәрен һынаны.

Шулай итеп, ир-егеттәр араһында I урынды Ринат Мөҡсинов, II урынды Марат Кәбиров; ҡатын-ҡыҙҙар араһында I урынды Луиза Исрафилова, II урынды Илзиә Мөҡсинова һәм III урынды Зөлфиә Әлибәкова яуланы.

Балалар араһындағы ярышта 9 йәштән 15 йәшкә тиклемге 15-ләп уҡсы бала ҡатнашты. Малайҙар араһында тәүге урынға Фидель Минһажев, II урынға Рамаҙан Сәғитов, III урынға Ярослав Извеков; ҡыҙҙар араһында I урынға Нургизә Сөләймәнова, II урынға Асия Исрафилова һәм III урынға Наҙгөл Вәлиуллина сыҡты.

Ярышта еңеүсе балаларға бүләктәр тапшырылды, тәмлекәстәр таратылды. Шулай уҡ иң йәш ҡатнашыусылар - Динара Тимерғәлиева һәм Әминә Ғәлинаға ла дәртләндереү призы бирелде.

Был ярыш Белорет уҡсыларын берләштерҙе, бер-береһе менән таныштырҙы, дуҫлаштырҙы. Барыһы ла ярыштан ҡәнәғәт ҡалып, сәмләнеп, дәртләнеп, тәмле самауыр сәйе эсеп таралышты.

Ярышты тренерҙар - Айгөл һәм Рәил Ғәлиуллиндар, Гөлнара Зыкрина ойошторҙо. Улар киләсәктә тағы ла шундай ярыштар уҙасағын, бәлки республика кимәлендә лә үткәрелерен әйтеп үтте.

Ойоштороусыларға, ярышта ҡатнашыусы барлыҡ уҡсыларға, балаларҙың ата-әсәләренә, тамашасыларға ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәм. Гөлнара ЗЫКРИНА.

Автор: