Ҡайһы ғаиләгә генә ҡағылмаған, ҡайһы йөрәкте телмәгән, күпме хыялдарҙы емергән... Граждандар, Фин, Бөйөк Ватан һуғышы юлдарын үткән олатайым Хәсән Заһиров һәм өс улы тураһында яҙмам.
Хәлле ғаиләлә йәшәп, тыуған ауылындағы һәр йәш егет кеүек һунарға йөрөп, йәйләүҙә йәйләп, мал ҡарашып буй еткергән егеткә, ата-әсәһе күрше ауылдан кәләш әйтерә.
Ул ваҡытта олатайыма Хәсән Заһир улына 18, ә өләсәйем Мөслимә Такиулла ҡыҙына 16 йәш була. Ҡыҙҙы оҙатып алып ҡайтып, тыуған ауылы Татлыла йәшәй башлайҙар. Йәштәр заманға ярашлы өй матур һалып, дәртләнеп донъя көтәләр.
Тормош булғас, барыһы ла һин теләгәнсә булмай шул. Заманалар үҙгәреп, илдә революция башланғанда, олатайымдарҙың тәүге балаһына бер йәш кенә була. Өс йыл граждандар һуғышында ҡатнашырға тура килә йәш ғаилә башлығына. Илдә Совет власы урынлашып, донъялар тынысланғас, йәштәр тырышып, сәмләнеп эшләй башлай. Олатайым - леспромхозда, өләсәй өйҙә, ҡыҙына иш булып тыуған малайын бәпләп, донъя көтә.
Йылдар үтә, бер-бер артлы балалар тыуа, ғаилә ишәйә. Йортто ҙурайтып, яңынан һалып сығалар улар.
...Һәм көтмәгәндә, 1939 йылдың декабрендә олатайыма Фин һуғышына саҡырыу ҡағыҙы килә. Ил ҡайҙа саҡыра, ир-егеттең изге бурысы шунда булыу. Шулай итеп, олатайым Хәсән Заһир улына фин һуғышында ла ҡатнашырға тура килә.
Ах, шул дәһшәтле 1941 йылдың 22 июне... Илгә фашистар ябырылғанда, нисек түҙеп ятмаҡ кәрәк? 45 йәшлек ир-азамат, олатайым Хәсән Заһир улы ла фронтҡа ебәреүҙәрен һорап, хәрби комиссариатҡа бара. Тик әлегә бронь биреп, ҡалдырып торалар.
Уғаса бер туған ҡустыһы Дәүләтҡаҙы Заһир улы Заһировты башланған көндән алып башҡа ауылдаштар менән оҙатып ҡала.
Ул ваҡытта олатайымдың оло улы Дәүләтбирҙе Хәсән улы һуғыш яланында, ут эсендә ине. Дәүләтбирҙе бабай 1940 йылдың май айында йәше тулғас хәрби хеҙмәткә алына.Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда Төньяҡ Флотта хеҙмәт юлын үтеп йөрөгән була. Дәүләтбирҙе Хәсән улына Бөйөк Ватан һуғышын, Совет- Япон һуғышын үтеп, 1946 йылда ғына иҫән-һау тыуған яғына ҡайтырға насип була. Бабайым 1948 йылда өйләнеп, заготконтора агенты булып эшләп, алты балаға ғүмер биреп, үҫтереп, 1976 йылда гүр эйәһе булды.
Олатайымдың икенсе улы, 17 йәшлек Мәүлит Хәсән улы һуғыш башланғанда ике йыл мәктәптә уҡытыусы булып эшләп йөрөгән була. 1942 йылдың июль айында 18 йәшлек егеткә фронтҡа саҡырыу килә. Ике ай кесе командирҙар курсын үтеп, яу яланына китә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 19 ғына йәшлек Мәүлит бабай 1943 йылда Сталинград янында барған һуғышта батырҙарса һәләк була.
1942 йылдың февраль айында олатайым Хәсән Заһир улына ла һуғышҡа барырға ваҡыт етә. Алғы һыҙыҡтағы олатайым ике тапҡыр яраланып, госпиталдә ята. Яралары ауыр, төҙәлмәҫлек булғас, 1943 йылдың июнендә һауыҡҡансы тип ҡайтарып ебәрәләр. Тыуған яғында өс ай һайын комиссия үтеп, һыҙланыуҙар менән Еңеү байрамын ауылда ҡаршылай.
Өсөнсө улы, Мотаһар Хәсән улын да 18 йәше тулыу менән Ватан алдындағы бурысын үтәргә юллана. Татлы ауыл хакимиәте сәркәтибе булып эшләп йөрөгән егетте уҡыу курсына ебәрәләр. Прибалтика фронтында һуғыш юлын үтеп, 1950 йылдың мартында ғына тыуған яҡтарына ҡайтып төшә. Һуғыштан һуң етәксе урындарҙа эшләп, 5 бала атаһы булып, 1979 йылда гүр эйәһе булды.
....Был һуғыш ваҡытында йәшәгән, ул йылдарҙың барлыҡ ауырлыҡтарын, михнәттәрен үҙ иңендә татыған бер ғаилә тарихы. Ә һөйләнелмәгән, яҙылмаған, бер өйҙән 4-5 кеше фронтҡа киткән ғаиләләр ҙә, күп булған. Беҙҙең хәҙерге тормошобоҙ, яҡты киләгебеҙ өсөн йәнен-тәнен аямаяған яугирҙәргә мәңгелек дан!
Зөлфирә ҒӘЛИЕВА.