Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
15 Май 2025, 16:37

Атайым тураһында хәтирәләрем

Һуғыш яралары уңалһа ла, күңелдәге йөйҙәр бер ҡасан да юғалмаҫ.

Атайым тураһында хәтирәләрем
Атайым тураһында хәтирәләрем

Эйе, һуғыш ветерандарының сафы йылдан-йыл кәмей бара. Беҙ ҙә атайыбыҙҙы юҡһынабыҙ, бергә кисергән бәхетле минуттарға  төштә генә булһа ла кире  ҡайтыу - оло йыуанысыбыҙ.
 
Атайым Динислам Фәтҡолислам улы Ҡотоев 1918 йылда Ишембай районы Иҫке Һәйет ауылында тыуған. Бөйөк Ватан һуғышы башланғанда алты ауылды берләштергән Ҡолғона ауыл советы рәйесе булып эшләгән сағы. Хәрби комиссариаттан атайымды һуғышҡа ебәрмәй, алты айға бронь биреп ҡайтаралар, ләкин яуға китеү теләге көслө була, һорай торғас, ниһайәт, 1941 йылдың ноябрь баштарында уға ла ҡағыҙ тотторалар. Ул Көнбайыш фронттың Ярцево ҡалаһы янында К.К. Рокоссовский командалығында хәрәкәт итеүсе армия сафында ҡәһәрле һуғыш менән күҙгә-күҙ осраша. Бер ҡасан да миңә (ҡыҙҙарына), һорашһам да, һис һөйләмәне, маҡтанып та йөрөмәне, “Һуғыштың ҡайнап торған урынына барып эләктем”, - тиер ҙә ҡуйыр ине...

Дошмандын иң көслө һөжүмен туҡтатыуҙа ҡаһарманлыҡтар күрһәткәне өсөн атайым III дәрәжә Дан ордены һәм миҙалдар менән бүләкләнә. Ағайымдар ишеткәндәрҙән: контрһөжүм ваҡытында фашистарҙың дүрт танкыһын яндырған өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләргә бойороҡ килә, ләкин әрме сафында атайымдың судтан штрафы булған, ҡайтыр сағында поста йоҡлап торған өсөн өс ай ярымға хеҙмәтен оҙайтҡандар. Белешмә биргәндәр, “штрафной” алынды тигән. “Шәхсән К.К. Рокоссовский ҡултамғаһы ҡуйылғайны, ҡыуанысым орденға ҡарағанда ла ҙурыраҡ булды”, - тип һөйләгән ул. Ысынлап та, белешмә хәрби билетының эсендә һаҡланған.

Урман кешеһе булғанғамы, “Артиллерия утынан ҙур урмандар ҡырылды, әжәл кешеләрҙе лә, ағастарҙы ла аяманы”, - тип йәлләгән атайыбыҙ.

Гел алғы сафта йөрөгән яугир ҡаты алыш ваҡытында ауыр яралана. Дошман снаряды, уның баш һөйәген сыйып, һул ҡулынан үтеп инә. “Иҫемде юйғанмын, хәтерләмәйем дә, госпиталдә аңыма килеп, Горький ҡалаһына ебәрәсәктәрен белдем. Ҡаҡ һөйәккә ҡалдым, ләкин сусҡа майын ашай алманым инде”, - тип һөйләгән ул. Ете ай буйы госпиталдә ята, һуғыштың бөтөүен дә шунда ишетәләр. Кешеләр шатлыҡтан һөрәнләй, “Ура!” ҡысҡыралар, ҡосаҡлашалар, ә атайым шатлығынан үкһеп илай...

Әле булһа иҫемдә: кәбән һалғанда һул ҡулы һәнәк тоторға эшкинмәгәс, яҫмаларҙы  беләгенә һалып күтәрә торғайны.

Атайым 1945 йылдың июлендә генә тыуған яғына -  үҙенең Иҫке Һәйет ауылына ҡайтып инә. Һуғыштан һуң тыуасаҡ ете балаһы - өс ҡыҙы, дүрт улының бәхетенә Аллаһы Тәғәлә уны шулай үлемдән аралағандыр, моғайын.

...Яуға киткән мәлендә әсә ҡарынында яралып ҡалған ҡыҙын дүрт йәш тулғас ҡына күреү бәхетенә өлгәшә. Рәйлә апайым һымаҡ атай наҙынан яҙыусылар аҙ булдымы һуғыш осоронда?! Һуғыш күпме кешенең ғүмерен ҡыйҙы, күпме халыҡты ҡан илатты! Юҡ, быларҙы иҫәпләп тә, барлап та бөтөп булмайҙыр.

Атайымдың белеме лә, ауыр заманда урман эшендә тәжрибәһе лә етерлек була, сөнки етем ҡалып, һигеҙ-туғыҙ йәшенән эшләгән ул. Һал ағыҙыуға етәксе итеп ебәрәләр, уның яуаплылығына быуындары ла ҡатып өлгөрмәгән йәш-елкенсәкте беркетеп ҡуялар. Һал араһына төшөп китеүселәр ҙә була. Оҙаҡ йылдар атайым Бәлхизә, Фатима исемле ҡыҙҙарҙың күҙ алдында һыу төбөнә китеүҙәренә, үҙҙәренең уларға, күмәк булып та, ярҙам күрһәтә алмауҙарына әсенеп, ғүмере буйы өҙгөләнеп һөйләне. Апрель айында һалда аҡҡандар ҙа, һыу туңа башлағас, ҡайтып ингәндәр. Һуғыштан һуң илде төҙөкләндереү осоронда йәше-ҡарты хеҙмәттән ситтә ҡалмаған. Ауыр ағас эшенә сыҙамай, быуындары ла нығынып өлгөрмәгән ҡыҙ-ҡырҡындың ҡасып китеү осраҡтары ла булған, кейәүгә сығып, төпкөл ауылдарҙа йәшәргә лә ҡалғандар.

Яугирҙан план талап иткәндәр. Эш алға барһын өсөн тырышҡан атайым туғандарына ла берҙәй талап ҡуйған, йәш ҡыҙҙарҙы йәлләһә лә, йомшаҡлыҡ күрһәтмәгән. Мөслимә исемле туғаны шулай бер мәл беҙгә (уҡыусы сағымда) оҙон һуйыл сыбығы тотоп килеп инде: “Ҡайҙа еҙнәм? Хәҙер ошо менән бешәм - йәш сағымда миңә күп эләкте унан”, - тип һөйләнә үҙе. Ингәс, атайым менән ҡосаҡлашып күрешеп, оҙаҡ итеп һал ағыҙыуҙа эшләгәндәрен иҫләп ултырғайнылар. Мөслимә балдыҙы Ғафури районы Толпар ауылында, ауыр эштән ҡотолоу сараһынанмы, әллә мөхәббәте осрапмы, кейәүҙә тороп ҡала. Ете балаға ғүмер биреп, матур йәшәп, Белорет ҡалаһына күсеп киләләр. “Төштәремә тыуған ауылым - Һә-

йетемде күреп һаташам, Динислам еҙнәмдең беҙҙе эшкә уятҡан ҡалын тауыштарын ишетеп тороп ултырам ҡайһы саҡ”, - тип иҫкә ала торғайны апайым. Мин Белоретҡа килеп йәшәй башлағас, эй, ҡыуанысы эсенә һыйманы...
Эйе, атайыбыҙҙың тауышы көр ине, шул тажылдаҡлығын да (ҡалын тауышлыларға беҙҙең яҡта шулай әйтәләр) үҙенсә эшкә әйҙәтер ҡорал итеп файҙаланған, күрәһең. Ошо тауышы, етди ҡарашы ағайымдарҙы ла ғаилә тормошона яуаплы ҡарарға өйрәтте. Күмәк балалы йортта малы ла, ҡош-ҡорто ла күп булғас, башҡарыр эштәр ҙә етерлек, баҡсабыҙҙан йәшелсә, еләк-емеш өҙөлмәне, кәртә-ҡура ялт итеп торҙо, ике өләсәй ҙә беҙҙә йәшәне, атайым арҡаһында һис мохтажлыҡ кисермәнеләр.

“Сплавҡа барырға һаулығың да юҡ”, - тип әсәйем һөйләшеп ебәрмәһә лә, тағын йөрөү - сауҙа эшенә тәьминәтсе булып инә. 50 саҡрымдай ерҙән ауылға тауар ташый, юлһыҙ 15 саҡрым ара. Бер эштән дә ҡурҡмай, балалары ярҙамында пилорамда мастер вазифаһында ла, ат ҡараусы булып та, селеген дә, һалабашын да эшләне. Ҡолғона ауыл советы рәйесе Һөҙә Әхмәтйәнов (беҙҙең ауылдыҡы үҙе) ауылдаштарыбыҙҙы күрше ауылға күсергә өгөтләй. Эш күрһәтергә теләп, киләсәкһеҙ ауылдарҙы бөтөрөргә тигән законға ярашлы инде. Уның тәҡдимен 17 йорт хужаһы хуплап, күсенә. Әммә яугир һүҙе үтемлерәк булып, ауыл нигеҙен ҡоротмаҫҡа тырышып, был күсенеү туҡтатыла. Ҡотоевтарҙан берәү генә, йәшлеге менәнме, күсенеп китә. 15 саҡрым араны үткәнсе нисәмә һыу кисергә тура килә, хәленән килгәнсә барыһына ла күперҙәр һалдырҙы, ә 80-се йылдарҙан һуң уларҙың береһе лә ҡалманы...

Атайымдың эшен баһалаған Маҡтау ҡағыҙҙары, миҙалдар, ордендар ғына ҡалды. Әммә йөрәгебеҙҙә һаҡланған аҡыллы кәңәштәре, өгөт-нәсихәттәре беҙҙе тура юлдан яҙлыҡтырмай. Уның яҡты рухы алдында баш эйәбеҙ. Атайыбыҙ 76-сы йәшендә арабыҙҙан китеп барҙы. Үҙенең ғүмере аҙ ҡалыуын да алдан белеп, ҡустыһы Мостафа ағайыма ҡайҙа ерләргә күрһәтеп, әйтеп ҡуя. 

1993 йылдың июнендә ике ҡыҙыбыҙҙы алып, йәйге каникулда ҡалдырырға тип, атай-әсәйебеҙгә ҡайтҡайныҡ. Шунда атайым янына саҡырып алды ла: “Ярай, кейәү, ҡыҙым, имен-аман йөрөгөҙ, бәхил булығыҙ”,  - тине. Был һүҙҙәренә ҡаршы килеп: “Юҡты һөйләмә, бер айҙан ҡыҙҙарҙы алырға киләбеҙ бит, Алла бирһә,” - тинем. Атай күңеле һиҙенгән шул, 26 июндә фани донъянан китеп барҙы...

Ете тиҫтә йылдан ашыу ғүмер үтһә лә, Бөйөк Ватан һуғышы һалған яралар уңалмай, әленән-әле яңы факттар һәм тарихи биттәр менән тулылана бара. Яу бер генә ғаиләне лә урап үтмәне. Эргә-тирәлә йәшәгән һуғыш һәм хеҙмәт ветерандарына хәстәрлек күрһәтеп еткерәбеҙме, әллә уларҙы бер ауыҙ йылы һүҙгә зарыҡтырабыҙмы?! Иҫке Һәйет ауылынан яу юлдарын имен үтеп ҡайтҡан Ғәйфулла Мәһәҙиев, Әбделбасир Ҡотоев, Мансур Мырҙабаев,  Рәсүл Йосопов, Хәмнәжәр Әхмәтйәнов һәм башҡа бабайҙарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ. Көнкүреш шарттары ауыр булғанда ла, юлдағы Ҡолғонаға тиклем соҡор-саҡырҙан 15 саҡрым һелкенеүҙәргә лә, тейешле хөрмәткә мохтаж саҡтарында ла бирешмәнеләр улар.

Йәндәре йәннәтә булһын, тыныс йоҡлаһындар гүрҙәрендә, һеҙҙе онотмаҫбыҙ! Бармаҡ менән генә һанарлыҡ ҡалған ҡәҙерле ветерандарыбыҙҙы ваҡытында ҡурсалайыҡ, күңелдәрен күрәйек!
 
Хәлиҙә Бакирова, 
Сабир Шәрипов исемендәге “Иҙел башы” яҙыусылар ойошмаһы ағзаһы.
Белорет ҡалаһы.

Автор:
Читайте нас