Бөтә яңылыҡтар
9 МАЙ. ХӘТЕР
21 Октябрь 2025, 13:43

Изгелеккә рухландырған яугир тарихы

Был ауыр мәлдә бөтә ил менән Рәсәй һалдатының ҡыйыулығына һәм сыҙамлығына һоҡланабыҙ. Бигерәк тә матбуғат баҫмаларындағы мәҡәлә геройы һинең ауылдашың булһа икеләтә ҡыуаныс кисерәһең. Ғаиләһе Тимер юл ауылында йәшәүсе "Бодро" позывнойлы яугир махсус хәрби операция зонаһында үҙ бурысын батырҙарса үтәп кенә ҡалмай, ә Ҡырым гәзиттәре яҙған ысын рух көсөнә эйә булған өлгө булып тора.

Изгелеккә рухландырған  яугир тарихы
Изгелеккә рухландырған яугир тарихы

"Үҙ-үҙенә йәшәргә тигән бойороҡ бирҙе" тип аталған мәҡәләләрҙең береһендә ул хеҙмәттең бөтә ауырлыҡтарын еңеп сығырға ярҙам иткән мотивацияһы һәм өмөтө тураһында һөйләй. Мәҡәлә күптәр өсөн илһам сығанағы булып тора, унда иң ҡатмарлы шарттарҙа ла оптимизмды һәм яҡшылыҡҡа ышанысты һаҡлап ҡалыу тураһында һүҙ бара. Ә "Еңеү өсөн музыка" мәҡәләһендә яҡташыбыҙ сәнғәт һәм музыкаға булған һөйөүе ауыр минуттарҙа уға нисек көс биргәнен һөйләй. Мәҡәләләр гәзит уҡыусылар араһында билдәлелек яулап, фронтта ла кеше күңелен ут аша үткәреп булғанлығын күрһәтте.

Әммә бер-беребеҙгә ярҙам итеү һәм изгелек ептәре гәзит биттәренән тура ауыл китапханаһына һуҙыла. Бында ул яугирҙың ғаиләһе арҡаһында нығына ғына. “Бодро” Тыуған илен һаҡлаған мәлдә, яҡындары уның бәләкәй Ватаны өсөн башҡарған изге эшен дауам итә. Улар Тимер юл ауылы китапханаһына даими ярҙам итә, балаларҙы ижад өсөн кәрәкле ҡағыҙ, буяуҙар, ҡәләмдәр һәм буяу китаптары менән тәьмин итә. Күптән түгел беҙгә сағыу саралар үткәреү өсөн яңы мөмкинлектәр асҡан ламинатлау аппараты бүләк иттеләр.

Был ярҙам фронт менән тылды тоташтырыусы сылбырҙағы иң мөһим звено булып тора. Бындай ярҙам алған китапхана балалар өсөн изгелек һәм белем утрауына әйләнә, ә һуңынан изге ниәтен, энергияһын фронтҡа йүнәлтә. 12 сентябрҙә, урындағы “Ағинәйҙәр” ойошмаһы һәм "Изге ай" ижади коллективы менән берлектә, махсус хәрби операция зонаһына оҙатыу өсөн кәбеҫтә тоҙланыҡ.  Ауылыбыҙҙың йомарттары көҙгө уңышынан – кәбеҫтәһенән өлөш сығарҙы. Рәхмәтебеҙҙе айырыуса Екатерина Жукова һәм Гөлдәр Ағзамоваға еткерәбеҙ. Әммә был ғына ла түгел! Кәбеҫтә тоҙланған арала яратҡан өләсәйҙәребеҙ һәм “Тополек” 1-се балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре яугирҙарыбыҙ өсөн тәмле шифалы үлән сәйен төргәктәргә тултырҙы.

Китапхана хеҙмәткәрҙәре үҙ геройын да онотмай, “Бодро”  өсөн исемле посылка йыйыуҙы ойошторҙо. Ярҙам йыйыу дауам итә һәм беҙ теләүселәрҙең барыһын да ошо мөһим эшкә ҡушылырға һәм яҡлаусыбыҙға ярҙам итергә саҡырабыҙ. Әлегә бер генә ҡап, әммә унда иң ҡиммәтлеһе: иғтибар, хәстәрлек һәм ихлас күңелдән әйтелгән рәхмәт. Һөҙөмтәлә изгелектең ғәжәйеп әйләнеше барлыҡҡа килә: фронттағы һәм тылдағы геройҙарыбыҙ китапханаға ярҙам итә, ә китапхана, үҙ сиратында, балаларҙың һүрәттәре, хаттары һәм посылкалары аша фронттағы һалдаттарға ярҙам итеүсе күпер булып тора.

Был ҡорал һәм рух көсөнөң ҡулға-ҡул тотоношоп барыуының сағыу миҫалы. Беҙ яҡташыбыҙ "Бодро" һәм уның ғаиләһе менән ғорурланабыҙ, сөнки улар, ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, балаларға шатлыҡ бүләк итә, ә беҙгә – ул кешелеклек һәм бер-береңә ярҙам итеү һабағы. Уларҙың фронтта һәм тылда күрһәткән батырлыҡтары рухландыра һәм нәҡ шундай бәләкәй, әммә ихлас эштәрҙән дөйөм Еңеү барлыҡҡа килеүен иҫкәртә.

Тимер юл ауылы китапханаһында яҡташыбыҙ "Бодро" позывнойлы яугир һәм уның полкташтары өсөн гуманитар ярҙам йыйыуҙы дауам итәбеҙ. Геройға ярҙам итергә һәм уға йылылыҡтың бер өлөшөн тапшырырға теләүселәрҙе көтәбеҙ!

Ирина ЛЕБЕДЕВА,

Тимер юл ауылы китапханаһы хеҙмәткәре.

Автор:
Читайте нас