9 МАЙ. ХӘТЕР
7 Мая , 09:20

Байрам саралары дауам итә

Белорет металлургия комбинаты Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 81 йыллығын байрам итеүгә арналған саралар үткәрә. Быйыл комбинатта эшләгән 2 һуғыш ветераны һәм 27 тыл эшсеһе Бөйөк Еңеүҙе ҡаршылай.

Байрам саралары дауам итәБайрам саралары дауам итә
Байрам саралары дауам итә

Еңеү көнөн байрам итеү алдынан комбинаттың Хеҙмәт даны музейы патриотик экскурсиялар серияһын ойошторҙо. Уларҙа 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Уҡыусыларға һәм ҡала ойошмалары хеҙмәткәрҙәренә һуғыш йылдарында Белорет заводы хеҙмәткәрҙәренең фиҙаҡәр хеҙмәте, фронтҡа киткән һәм алыштарҙа батырлыҡ күрһәткән металлургтар, ир-егеттәрҙе алмаштырған ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм үҫмерҙәрҙең хеҙмәт батырлыҡтары тураһында һөйләнеләр. Бынан тыш, балаларға фронтты тәьмин иткән продукция өлгөләрен күрһәтелде.

5 майҙа "Белорет металлургия комбинаты" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Толстиков һәм комбинаттың Ветерандар советы рәйесе Сергей Болонин Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Иван Фадеев һәм Иван Лощанов менән осрашты. Бөтә хеҙмәт коллективы исеменән уларҙы яҡынлашып килгән байрам менән ҡотлап, бүләктәр тапшырҙы.

6 майҙа комбинат хеҙмәткәрҙәре "Еңеү вальсы" акцияһында ҡатнашты. Металлургтар ата-бабаларыбыҙҙың ҡаһарманлығын иҫкә алып, быуындарҙы берләштергән бейеү традицияһына ҡушылды.

Металлургия комбинатында төп саралар 8 майҙа, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған металлургтар һәм тыл хеҙмәтсәндәре стелаһы янында, үтә. Ҡатнашыусыларҙы комбинат һәм  район хакимиәте, Ветерандар советы һәм предприятиеның беренсел профсоюз ойошмаһы етәкселәре ҡотлаясаҡ. Еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән металлург-геройҙар иҫтәлегенә бер минут тынлыҡ һәм өс тапҡыр ҡорал залпы менән хөрмәт күрһәтәсәктәр. Ижади номерҙар менән ҡала Мәҙәниәт һарайы коллективтары сығыш яһаясаҡ.

9 майҙа комбинат хеҙмәткәрҙәренең ғаиләләре Геройҙар аллеяһында Еңеү көнө хөрмәтенә тантаналы митингта, шулай уҡ быйыл онлайн-форматта үтәсәк "Үлемһеҙ полк" бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашасаҡ.

- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында комбинат тарихы  - батырлыҡ һәм фиҙаҡәр хеҙмәт тарихы. Һуғыш йылдарында хеҙмәткәрҙәре фронтта һәм производствола батырлыҡ күрһәтә. Бөгөн комбинат үткәндәрҙе иҫкә төшөрөү менән генә сикләнмәй, патриотик тәрбиә биреү менән әүҙем шөғөлләнәбеҙ: музейыбыҙҙа экскурсиялар үткәрәбеҙ, акцияларҙа ҡатнашабыҙ. Был тарихи хәтерҙе һаҡлауға индергән өлөшөбөҙ", - тип билдәләне "БМК" акционерҙар йәмғиәтенең генераль директоры Алексей Толстиков.

Алты мең ярым фронтҡа киткән металлургтарҙың ике мең ярым самаһы әйләнеп ҡайтмай, батырҙарса һәләк була. Бөйөк Ватан һуғышы осоронда фиҙаҡәр хеҙмәте һәм яу яландарында күрһәткән батырлыҡтары өсөн предприятиеның 4 меңдән ашыу хеҙмәткәре орден-миҙалдар менән бүләкләнә, уларҙың 7-һе Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.

Автор:
Читайте нас