Истәк фельдшер-акушерлыҡ пункты 620 кешене, шул иҫәптән 134 баланы хеҙмәтләндерә.
Типовой бина «Һаулыҡ һаҡлау» милли проектының «Беренсел медик-санитар ярҙамы күрһәтеү системаһын үҫтереү» проекты сиктәрендә һатып алынған. Ағымдағы йылда республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы:
- 29 модулле ФАП-тар һатып алырға, шуларҙың алтауһы элек ФАП булмаған һәм 100-ҙән ашыу кеше йәшәгән ҡасабаларҙа; 23 авариялы биналарҙы алмаштырырға;
- Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы программаһы буйынса өс ФАП төҙөргә;
- 27 күсмә медицина комплексы һатып алырға (7 флюорограф һәм 20 күсмә ФАП) ниәтләй.
Ошо маҡсатҡа 376 миллион һум йүнәлтелгән, шуның 266,2 миллионы – федераль бюджеттан.