Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
26 Сентябрь 2019, 11:16

"Мәғариф" милли проектына ярашлы “Үҫеш нөктәһе” үҙәктәре асылды

Кисә бөтә Рәсәй буйынса “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар йүнәлешле белем биреү үҙәктәрен асыу марафоны булды. Сара “Мәғариф” милли проектына ярашлы ойошторолдо.


Республика етәксеһе Радий Хәбиров белем биреү өлкәһендә йәш быуындың заманса үҫешенә ҙур иғтибар бүлеү мөһимлеген билдәләп, был йәһәттән шарттар булдырыуҙы төп бурыстарҙың береһе итеп ҡуйҙы. Тармаҡтағы көнүҙәк мәсьәләләрҙе хәл итә барыу маҡсатында ойошторолған “Мәғариф сәғәте”ндә лә был тема йыш күтәрелеп, осраған проблемалар хәл ителә килә, яңынан-яңы бурыстар өҫтәлә.


Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты белем биреүҙең сифатын күтәреү менән бергә уҡыу учреждениеларында уңайлы шарттар булдырыуҙы маҡсат итеп ҡуя. Республикала ошоға бәйле яңы мәктәптәр төҙөү, биналарҙы яңыртыу, ремонтлау, яңы технологиялар алыу эштәре йылдам бара. Төбәк етәксеһенең күрһәтмәләренә ярашлы, беҙҙә һуңғы осорҙа ғына был йәһәттән бихисап эш атҡарылды.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республикабыҙҙа 133 “Үҫеш нөктәһе” үҙәге асыла. Уларҙа белем биреү эшмәкәрлегенә идара итеүҙә яңы проект алымдары тормошҡа ашырыла. “Мәғариф” милли проектына ярашлы барлыҡ ил буйынса үҙәктәр селтәре формалаштырыла. Уларҙа ауыл мәктәптәренә инновациялы проекттар индереү буйынса кадрҙар, технологик, матди ресурстар тупланасаҡ.


Проектты тормошҡа ашырыу бөтөнләй яңы белем биреү мөхите ойоштороу буйынса киң эшмәкәрлек алып барыуҙы күҙ уңында тота. Был башланғыс уҡыусыларҙа заманса компетенциялар, күнекмәләр формалаштырыуға йүнәлтелгән, шул иҫәптән “Технология”, “Математика һәм информатика”, “Физик культура һәм тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре” предметтары буйынса.


Бөгөнгә яңы ҡорамалдар һатып алынған, белем биреү процесын ойоштороу өсөн махсус майҙансыҡтар бүленгән, эш өсөн норматив база әҙер, белгестәр уҡытылған.


Билдәле булыуынса, “Мәғариф” милли проекты “Балалы ғаиләләргә булышлыҡ ҡылыу”, “Һанлы белем биреү мөхите”, “Заманса мәктәп”, “Һәр баланың уңышы!”, “Киләсәк уҡытыусыһы”, “Йәш профессионалдар”, “Һәр кем өсөн яңы мөмкинлектәр”, “Социаль әүҙемлек”, “Белем биреү экспорты” федераль проекттарынан тора.
Читайте нас: