Милли проекттар
27 Сентября 2019, 05:56

Алты балалар баҡсаһы «Мәғариф» милли проекты сиктәрендә грант отто

Башҡортостандың 6 балалар баҡсаһы ата-әсәләргә психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы күрһәтеү маҡсатында коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға дәүләт ярҙамы программаһы сиктәрендә 2020 йылда федераль бюджеттан субсидия формаһында грант алыу конкурсы еңеүселәре булды.

Добавить в предпочтительные источники Google
Рәсәй Федерацияһында бөтәһе 164 мәктәпкәсә белем биреү ойошмаһы грант отто, тип хәбәр итә Мәғариф министрлығы.
Грант ата-әсәләргә йәки балаларҙың законлы вәкилдәренә, шулай уҡ ата-әсә ҡарауынан мәхрүм балаларҙы үҙҙәренең ғаиләһенә тәрбиәгә алырға теләгән граждандарға психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы хеҙмәттәренә түләү өсөн бирелә. Шулай уҡ субсидия аҡсаһы мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың иртә үҫеше өсөн шарттар булдырыуға, ғаиләлә мәктәпкәсә белем алған балаларҙың ата-әсәләренә психологик-педагогик, методик һәм консультация ярҙамы программаһын ғәмәлгә ашырыуға йүнәлтелә.
Конкурста Өфөнән 220-се, 97-се һәм 29-сы балалар баҡсалары, Бөрөнән 7-се «Улыбка» балалар баҡсаһы, Өфө районының Булгаков ауылынан «Семицветик» балалар баҡсаһы, Өфө районының Подымалов ауылынан «Фантазия» балалар баҡсаһы еңеү яуланы.