Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
30 Сентябрь 2019, 10:52

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты буйынса йөҙ меңгә яҡын кеше тикшерелгән

Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы 10 октябргә тиклем дауам итә.

Башҡортостанда «Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк» акцияһы 10 октябргә тиклем дауам итә.

Графикка ярашлы, ҡасабалар буйлап төрлө медицина йүнәлешендәге «Сәләмәтлек поездары» йөрөй. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәте буйынса, акция башланғандан алып 96 меңдән ашыу кеше тикшереү үткән, уларҙа 9031 етди сир хәүефе табылған. Шул иҫәптән 535 – яман шеш, 836 – шәкәр диабеты, 7572 юғары ҡан баҫымы хәүефе осрағы. Бөтә пациенттар ҙа диагнозды аныҡлау өсөн тикшереүгә һәм дауаланыуға ебәрелгән.

Читайте нас: