Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
1 Октябрь 2019, 10:58

Башҡортостанға яҡын сит илдәрҙән күсеп ҡайтҡан кешеләр һаны ике тапҡырға артҡан

Республикаға ирекле рәүештә күсеүсе ватандаштарыбыҙға ярҙам итеү программаһы “Демография” милли проектына ярашлы алып барыла. Шулай уҡ быға ошо программаға индерелгән ыңғай үҙгәрештәр ҙә булышлыҡ итә.

Элек был программала тик медицина хеҙмәткәрҙәре һәм медицина укыу йорттарында белем алған студенттар ғына ҡатнаша ала ине. Яңы йылдан унда мәғлүмәт-коммуникация технологиялары, мәғариф, ауыл хужалығы, спорт һәм ошо йүнәлештә уҡыған студенттар ҙа ҡатнашыу хоҡуғы алды. Был хаҡта ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының хеҙмәт баҙарын анализлау бүлеге начальнигы Ирина Вершинина хәбәр итте.
Программа стажға талаптарҙы кәметкән, ә торлаҡ алыуға компенсацияны, киреһенсә, арттырған. Хәҙер ул 14 меңдән 20 меңгәсә, ә күсеп килеүсенең ғаиләһенә 8,3 меңдән 12,3 меңгәсә артты.

Шарттарҙы еңеләйтеү һуңғы йылдарҙа бик күп ватандаштарыбыҙҙың күсеп ҡайтыуына булышлыҡ иткән. Айырыуса Тажикстан, Ҡаҙағстан, Үзбәкстандан ҡайтыусылар күп. Улар араһында медицина хеҙмәткәткәрҙәре, уҡытыусылар, IT технология, ауыл хужалығы белгестәре бар.

Уның төп маҡсаты эшсе көстәргә дефицитты ҡыҫҡартыу һәм хеҙмәт сифатын яҡшыртыу. Был программа 2020 йылдарға тиклем ҡаралған.

Быйыл уның менән 53 кеше файҙаланған, киләһе йыл был һан 120 кешегә етер тип фаразлана.


#национальныепроекты#региональныепроекты #нацпроектыБашкортостан



Читайте нас: