Быйыл «Урындағы башланғыстарға ярҙам итеү» проекты ярҙамында Сосновка мәктәбенең тиҫтә йылдар дауамында яңыртылмай торған тәҙрәләре алыштырылды. Һөҙөмтәлә белем усағының 60 тәҙрәһе яңыртылды. Ремонт эштәренә ярҙамдың 1 млн. һумын - республика, 150 меңен урындағы ҡаҙна бүлде. Ҡалған 150-шәр меңе бағыусы “СтройМинерал” йәмғиәтенән һәм ауыл халҡынан йыйылды.
“Реаль эштәр” программаһына ярашлы, Арский ташы ауылында ла һыу скважинаһы ҡуйылды. Әлеге көндә будка ултыртылған. Скважинаны урынлаштырыу эштәрен тендерҙа еңеп сыҡҡан Магнитогорскиҙың “Передовые инженерные технологии” йәмғиәте башҡара. Эштәр 343 мең һумға төштө.
Урамдарҙы яҡтыртыу мәсьәләһе лә хакимиәт биләмәһендә йәшәүселәрҙе беренсе йыл ғына борсомай. Улар ярҙам һорап төрлө органдарға йыш мөрәжәғәт итә. Былтыр урамдарҙы яҡтыртыу проекты сиктәрендә Сосновка ауыл хакимиәтендә проблеманы хәл итеүгә 591 мең һум күләмендә аҡса бүленгән. Был сумма Сосновка һәм Рысыҡай ауылдарында урамды яҡтыртыу ҡоролмалары менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән. Һөҙөмтәлә Рысыҡай ауылында - 58, Сосновкала 64 диодлы яҡтыртҡыс ҡуйылды.
Әлегә был эштәрҙең башы ғына. Шуға ла Сосновка ауыл хакимиәте өлгәшелгән ҡаҙаныштары менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай. Улар артабан да биләмәне төҙөкләндереү буйынса республиканың башҡа программаларында ҡатнашыу өсөн кәрәкле документтар йыя.