Бөтә яңылыҡтар
Милли проекттар
13 Март 2020, 14:45

Геройҙар иҫтәлегенә

Хәтер һәм дан йылына ҡарата тормошҡа ашырылған тѳп саралар сиктәрендә Рәсәйҙә “Геройҙар иҫтәлегенә” проекты старт алды. Заманса мультимедиалы технологиялар ярҙамында йәш быуында илһѳйәрлек тәрбиәләүгә йүнәлтелгән проекттың тѳп маҡсаты - Бѳйѳк Ватан һуғышы йылдарында батырлыҡ ҡылған Геройҙарҙы, тыл фиҙаҡәрҙәрен хѳрмәтләп иҫкә алыу.ЯМАЛЕТДИНОВ Шаһи Ямалетдин улы (1914-1968) - 2-се Украина фронтының танк батальоны орудиеһы командиры, гвардия старшинаһы. 1914 йылдың 20 апрелендә Белорет районы Шығай ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған. 1943 йылдан ВКП(б)КПСС ағзаһы.

VII класты тамамлағас, 1934 йылда Белорет районы халыҡ мәғарифы бүлеге янындағы уҡытыусылар курсында уҡый.
1936-1938 йылдарҙа Ҡыҙыл Армия сафында хеҙмәт итә. 1939-1940 йылдар арауығында Шығай ауыл советы секретары, рәйесе булып эшләй.
1941 йылдың октябрь айында Башҡорт АССР-ның Белорет районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. 1942 йылдан башлап Кѳньяҡ-Кѳнбайыш һәм 2-се Украина фронтында хеҙмәт итә. Яҡташыбыҙ Чехословакияны азат иткәндә батырлыҡ ҡылып, тарихта ҡала.
1945 йылдың 18 апрелендә Брно ҡалаһына рейд ваҡытында уның танкы дошмандың 2 танкыһын һәм 3 танкыға ҡаршы тубын юҡ итә. Экипаж командиры һәләк булғас, Шаһи Ямалетдинов етәкселекте үҙ ѳҫтѳнә ала. Весёлки тип аталған ауыл янында илбаҫарҙарҙың йәнә 3 бронялы машинаһы юҡҡа сыға. Үҙенең ҡыйыулығы, тәүәккәллеге менән Шаһи Ямалетдинов батальон командалығы ҡуйған бурыстарҙы теүәл үтәй.
Хәрби бурыстарҙы атҡарғандағы ҡаһарманлығы һәм батырлығы ѳсѳн 1946 йылдың 15 майында Шаһи Ямалетдинов Ленин ордены һәм “Алтын Йондоҙ” миҙалына, шулай уҡ Советтар Союзы Геройы тигән дан исемгә лайыҡ була.
Гитлер Германияһын тар-мар иткәндән һуң ҡыйыу танкист милитаристик Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша.
Ғүмере ахырынаса ауылында уҡытыусы булып эшләгән герой 1968 йылдың 28 майында донъя ҡуя. Уны тыуған ауылы Шығайҙа ерләйҙәр.
Шаһи Ямалетдиновтың иҫтәлегенә 1990 йылдан бирле районда еңел атлетика эстафетаһы үткәрелә, Шығай ауылының үҙәк урамына ла уның исеме бирелгән. Белорет ҡалаһында ҡаһарманға бюст ҡуйылған.
Читайте нас: