13 сентябргә тәғәйенләнгән муниципаль район Советына депутаттар һайлау буйынса Ҡала мәҙәниәт һарайында ойошторолған осрашыуҙа ла һүҙ ошо юҫыҡта барҙы. Сарала район хакимиәте башлығы Андрей Иванюта, беренсе урынбаҫар Илгиз Теләүбаев, партия активы, депутатлыҡ мандатына дәғүә итеүсе кандидаттар, эшҡыуарҙар ҡатнашты.
Артабан Марат Рөстәм улы 1-се һанлы ҡала поликлиникаһында райондың баш табибы Виктор Чубик менән осрашып, Иҙел башында коронавирус инфекцияһына бәйле хәлдәр менән танышты, бер уңайҙан билдәле яҡташыбыҙ, ғалим-офтальмолог, Бөтә Рәсәй күҙ һәм пластик хирургияһы үҙәге директоры Эрнст Рифғәт улы Мулдашевтың медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн уҙғарған “Регенератив медицина - киләсәк медицинаһы” тигән лекцияһын тыңлап сығырға ла форсат тапты.
Эш сәфәре барышында баш ҡала вәкиле халыҡта ризаһыҙлыҡ тыуҙырған сетерекле мәсьәләләр менән танышты. Хәйер, төҙөлә башлауына тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт уҙған Мата аръяғы-2 биҫтәһендәге байтаҡ территорияның һыу менән тәьмин ителмәүе, йорттарға һыу үтмәүе, ҡала уртаһындағы сүп-сар контейнерҙарының ваҡытында түгелмәүе, күп фатирлы йорттарҙың ентекле ремонтҡа мохтаж булыуы - ҡала кешеләрен бер бөгөн генә маҙаһыҙлаған проблемалар түгел.
- Хәл итәһе мәсьәләләр, ысынлап та, бихисап. Мәҫәлән, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу өсөн яуаплы “Эко-Сити” төбәк операторының үҙенә йөкмәтелгән бурысты тейешле кимәлдә үтәй алмауы, ҡый өсөн тәғәйен майҙансыҡтарҙа сүп-сар өйөмдәре ятыуы ҡала йѳҙѳн биҙәмәй. Компанияның сүп-сар сығарған өсөн билдәләнгән тарифы күтәрелеү менән улар башҡарған эштең сифаты ла бермә-бер яҡшырырға тейеш. Әлегә тиклем ике яҡлы һөйләшеүҙәр һөҙөмтәһеҙ тамамланды. Шулай ҙа был проблема йәһәтенән “түңәрәк өҫтәл” ойоштороп, үҙ-ара килешеүгә килербеҙ, - тип ышандырҙы Рөстәм Марат улы.
Етәксе шулай уҡ ҡала үҙәгендәге тарихи ҡомартҡы - 2000-се йылдар башында уҡ янғын арҡаһында ҙур зыян күргән Точисский йортон күҙҙән уҙғарҙы. Республиканың Мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы был объект та тиҫтә йылдар етди иғтибар талап итә.
Үҙ сиратында, быйыл ғына ҡала биләмәһе башлығы вазифаһына тәғәйенләнгән Кирилл Егупов менән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ һәм төҙөлөш буйынса урынбаҫар Сергей Поляков Рөстәм Марат улын “Башҡорт ихаталары” программаһы сиктәрендә М. Ғафури, П. Точисский, Б. Хмельницкий урамдарындағы күп фатирлы йорттарҙың биләмәләрендә йәйелдерелгән эштәр менән таныштырҙы.
Көндөң икенсе яртыһында эшлекле төркөм Сермән ауылына юлланды. Бында улар йәмғеһе 14 млн. 774 мең һумға баһаланған Сермән табип амбулаторияһындағы капиталь ремонт барышын ҡараны, “Урал спорт инвентарҙары заводы”на сәйәхәт ҡылды. Рәсәй баҙарын сифатлы спорт ҡорамалдары менән тәьмин иткән заводтың генераль директоры Азат Вилданов, цехтар буйлап ойошторолған экскурсия мәлендә, предприятиеның нисек итеп баш ҡалҡытыуын, бөгөнгө көндә ниндәй үрҙәр, уңыштар яулауын һөйләне.
- “Башҡорт ихаталары”нда спорт инвентарҙарын етештереү буйынса махсуслашҡан урындағы заводтың сифатлы һәм шул уҡ мәлдә һиҙелерлек арзан да урам тренажерҙарын күреп, киләсәктә һәр ишек алды майҙансығын ошо предприятиеның ҡыйыҡ аҫтында урынлашҡан бәләкәй тренажер комплекстары менән тәьмин итергә кәрәк тигән ниәт тыуҙы. Минеңсә, был проект йәштәрҙе спортҡа ылыҡтырыу йәһәтенән маҡсатҡа ярашлы булыр, - тине Рөстәм Әхмәҙинуров.
Дөйөм алғанда, “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең Тѳбәк башҡарма комитеты етәксеһе Иҙел башының ыңғай тенденцияһын, халыҡтың тырыш, эшһөйәр булыуын юғары баһаланы.